Эстәлеккә күсергә

Тәбиғәт һәләкәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәбиғи афәт битенән йүнәлтелде)
Цунаминан һуң емерелеүҙәр. Япония, 2011 йыл
Вулкан атылыуы. Пинатубо, 1991 йыл.

Стихиялы афәт — халыҡтың нормаль эшмәкәрлеген һәм тормошон боҙоусы, һәләкәткә, ҡыйралыш-емереүҙәргә һәм матди байлыҡтарҙы юҡ итеүгә алып килгән, ғәҙәттән тыш хәлгә тарытҡан тәбиғәт күренеше.

Стихиялы бәлә-ҡаҙалар бер-береһенә бәйле лә, бәйһеҙ ҙә була ала, береһе арҡаһында икенсеһе барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Ҡайһы берҙәре айырым кешенең эшмәкәрлегенә бәйле. Бигерәк тә карьерҙар ҡаҙыу эштәре хәүеф тыуҙыра: йыш ҡына ишелмәләр, ҡар өйөмө ябырылыуы, тау боҙлоғоноң емерелеп төшөүе күҙәтелә.

Килеп сығыуының сәбәбенә ҡарамаҫтан стихиялы бәлә-ҡазалар ҙур масштабтары һәм төрлө дауамлылығы (оҙайлылығы) — бер нисә секунд-минуттан (ер тетрәүҙәр,ҡар өйөмдәре ишелеүе, лимнологик катастрофалар) бер нисә сәғәткә тиклем (сил), көндәр (ишелмәләр) һәм айҙар буйы (һыу ташҡыны) менән айырыла. Стихиялы бәлә-ҡазалар бер нисә төргә бүленә.

Геологик ғәҙәттән тыш хәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бөйөк Чили ер тетрәүенең һөҙөмтәләре

Ер тетрәүе — ер ҡатламынан ҡапыл килеп сыҡҡан энергия тыуҙырған сейсмик тирбәлештәрҙән ер аҫты тетрәүе һәм Ер йөҙөнөң тирбәлеүе.

Ер тетрәүе ваҡытында тирбәлеү, һелкенеү, шылыу күҙәтелә. Башлыса ер тетрәүе тектоник күренештәр арҡаһында барлыҡҡа килә, шулай ҙа ҡайһы берҙә ишелмәләр, вулкан атылыуы, тау ҡаҙылмалары, йәҙрә шартлауҙары ла сәбәпсе була. Ер тетрәүенең үҙәк нөктәһе ер тетрәүҙең сығанағы тип һанала йәки икенсе төрлө гипоцентр. Ер тетрәгән биләмәне эпицентр тип исемләйҙәр. Ер тетрәүҙәрҙе баһалар һәм сағыштырыу өсөн магнитудалар һәм интенсивлыҡ шкалалары ҡулланыла.

Ер тетрәү үҙе бик һирәк кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һәләк булыуына сәбәп була. Ғәҙәттә төп сәбәптәр икенсел ваҡиғаларға бәйле: биналарҙың емерелеүе, көслө янғындар, цунами һәм вулкандар атылыуы. Ер тетрәүҙең ҡотосҡос эҙемтәләрен биналарҙың төҙөү конструкцияһын яҡшыртыу һәм мөмкин булған тиклем халыҡты иртәрәк иҫкәртеү һәм эвакуциялау күпкә кәметә алыр ине.

Аҙаҡҡы ваҡыттағы иң эре ер тетрәү миҫалдары:

  • Һинд океанындағы кешелек тарихында күләме буйынса өсөнсө урында тороусы 9.1-9.3. магнитудалы 2004 йылдағы ер тетрәүе. Был фажиғәнең һөҙөмтәһендә 229 000 кешене һәләк иткән ифрат көслө цунами барлыҡҡа килде[1].
  • Япониялағы 9,0 магнитудалы 2011 йылдағы ер тетрәүе. Был ер тетрәүҙән һәм уның артынса ҡупҡан цунами 13 меңдән дә дә артыҡ кеше һәләк итте, 12000 кеше хәбәрһеҙ юғалды.
  • Чилилағы 8,8 магнитудалы 2010 йылдағы ер тетрәүе. 525 кеше һәләк булды.
  • Ҡытайҙа, Сычуань провинцияһында 7,9 магнитудалы 2008 йылдағы ер тетрәүе. Һәләк булыусыларҙың һаны 61 150 кешегә етте.
Сент — Хеленста вулкан атылыуы

Вулкандар атылыуы бик ҙур, масштаблы емерелеүҙәргә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә ала торған стихиялы бәлә — ҡаза. Вулкан атылыу ваҡытындағы емерелеүҙәрҙең һәм халыҡтың һәләк булыуҙағы төп сәбәптәре:

  • Вулкан шартлауынан һәм тау тоҡомоноң сәселеп китеүенән зыян килтерелеүе.
  • Вулкандан урғылып ағып сыҡҡан утлы матдә — лаваның тере тәбиғәтте һәм йорттарҙы емереүе.
  • Вулкан атылыуынан барлыҡҡа килгән көлдөң тығыҙ ҡатлам булып вулканға яҡын урынлашҡан йорттарҙың ҡыйыҡтарының һәм электр селтәрҙәренең ишелеп төшөүе. Вулкан көлөн һыу менән ҡушһаң, бетонға оҡшаған материал килеп сыға. Шуның өсөн вулкан көлө кеше өсөн бик зарарлы, сөнки һауа һулаған саҡта көл кеше үпкәһенә ултыра. Шулай уҡ көл механик ҡоролоштарға ла зыян килтерә, шул иҫәптән самолет двигателдәренә.
  • Вулкан атылыуынан барлыҡҡа килгән вулкан газдары, көл- таштан торған ҡатышма — пирокластик ағымдары тип атала. Ағымдың тиҙлеге бик көслө: сәғәтенә 700 км -ға етә. Бындай ағымдар иң хәүефле һанала. Мәҫәлән, Помпеяла халыҡтың фәжиғәле ҡырылыуының төп сәбәптәренең береһе булып пиропластик ағымдар торған. Ҡайһы берҙә вулкан атылған саҡта һыу, вулкан көлө, тау тоҡомдары һәм пемзанан (күбек таш) торған ләм ағымы (лахар) барлыҡҡа килә. Лахар уттай ҡыҙған вулкан материалының һалҡын кратер күлдәре, йылғалары, ямғыр һыуы, боҙлоҡтоң ҡушылыуынан килеп сыға. Мәҫәлән, 1985 йылда Невадо — дель — Руистағы вулкан атылыуы нәҡ ошондай көслө ләм ағымы менән билдәле. Был ташҡын Армеро ҡалаһында йәшәгән 29 000 кешенән 20 000 — нән артығын һәләк иткән.
  • 8 балдан да артып киткән, иң күләмле һәм көслө атылыулы вулканды «супервулкан» тип йөрөтәләр. Бындай вулкандан килеп сыҡҡан көл бөтә Ер шары климатына, бер нисә йыл дауамында уртаса көн торошо температураһына һәләкәтле йоғонто яһай ала. Вулканологтар иҫәпләүенсә, аҙаҡҡы супервулкан Ер шарында 27 мең йыл элек Яңы Зеландияның Төньяҡ утрауында булған. Ә иң көслө вулкан атылыуы кешелек тарихында 73 мең йыл элек Тоба супервулканы булған. Белгестәр, ул ваҡытта ер ҡатламынан мең кубометрҙан ашыу ҡайнар шыйыҡ масса (магма) урғылып сыҡҡан, тип һанай. Был вулкандың фажиғәле, һәләкәтле һөҙөмтәһенән бөтә тере төбиғәт, шул иҫәптән кешелек донъяһы, ифрат ҙур зыян күрә. Антропологтар баһалауынса, ул ваҡытта Ер шарында барлығы 10 000 кеше генә тороп ҡалған[2].

Сил — бик ҙур концетрациялы минераль өлөшсәләрҙән, таштарҙан, тау тоҡомо ҡалдыҡтарынан торған ағым. Сил бигүк ҙур булмаған тау йылғалары бассейндарында, ҡоро үҙәндәрҙә, ғәҙәттә оҙайлы ҡойма ямғырҙар йәки бик тиҙ арала ҡар, боҙлоҡ иреүенән барлыҡҡа килә. Шулай уҡ силдең килеп сығыуының төп факторы булып таулы ерҙә урманды ҡырҡып бөтөрөү тора: ағастың тамыры тупраҡтың өҫкө өлөшөн тотоуы билдәле, был үҙ сиратында силде булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.

Ишелмә — үҙенең ауырлыҡ ҡеүәте арҡаһында шыуып төшкән һәм тау тоҡомонан айырылған киҫәктәр шыуышмаһы. Ишелмәләр ғәҙәттә үҙән битендә, йылға ярҙарында, таулы урындарҙа, диңгеҙ буйында була. Ғәйәт ҙур ишелмәләр диңгеҙ төбөндә күҙәтелә. Ишелмәләр йышыраҡ һыуға сыҙамлы һәм һыулы ҡатламлы тоҡомдар алмашыулы тау битләүҙәрендә була.

Ишелмәләрҙең килеп сығыуының сәбәптәре:

  • Ауырлыҡ ҡеүәте көсө менән тотоп торған көстәр араһындағы тигеҙлектең юғалыуы;
  • Йылға ярҙарының, һөҙәклек — битләүҙәр ҡалҡыулығының текәлеге артыуы;
  • Тау тоҡомдарының елгә ашалыуы йәки артыҡ йеүешләнеү арҡаһында уларҙың ныҡлығы кәмеүе;
  • Сейсмик һелкенеүе тәьҫире аҫтында;
  • Төҙөү һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенән.

Убылыу — тау тоҡомдары массаһының тау битләүҙәренән ауырлыҡ көсө тәьҫире арҡаһында аҫҡа ҡарай айырылып төшөүе. Иң эреләрҙән һаналған убылыуҙың күләме 2,2 млрд м³. Был убылыу 1911 йылдың 18 февралендә Мургаб йылғаһында булған. Убылыу һөҙөмтәһендә тәбиғи быуа һәм Сарез күле барлыҡҡа килгән.

Шыуышма — тау битләүенән шыуып төшкән йәки ҡолаған ҡар массаһы. Шыуышмала ҡар күләме бер нисә миллион куб метрға барып етә ала. Шыуышмаларҙың бер нисә төрө билдәле:

  • Күләме буйынса
  • Шыуышманың йыйылыу рельефы, үткән юлы буйынса
  • Консистенцияһы буйынса (ҡоро, дымлы, епшек)

Ҡоро шыуышманың тиҙлеге ғәҙәттә 20—70 м/с (125 м/с тиклем) ҡар ҡатламының тығыҙлығы 0,02- ән алып 0,3 г/см³ тиклем. Епшек шыуышма 10—20 м/с (40 м/с тиклем) тиҙлек менән хәрәҡәт итә, ҡар тығыҙлығы 0,3—0,4 г/см³[3] Беренсе донъя һуғышы осоронда Австрия-Италия фронтында яҡынса 40 000-80 000 һалдат артиллерия утынан ҡуҙғалған шыуышмаларҙан һәләк булған. Беҙҙең замандағы иң билдәле шыуышмалар:

  • Колка боҙлоғо, Кармадон тарлауығы, 2002 йыл
  • Альпалағы Гальтюр ҡасабаһы, 1999 йыл

Гидрологик ғәҙәттән тыш ситуациялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу баҫыу

Һыу баҫыу. Чехия, 2002 йыл.

Һыу баҫыу. Чехия, 2002 йыл. Һыу баҫыу — йылға-күлдәрҙә, дингеҙҙәрҙә ҡойма ямғыр йәки бик ҡыҙыу ҡар иреүенән һыу күтәрелеп ташып сығыуы, көслө ел, башҡа сәбәптәр арҡаһында эргә-тирәләрҙәге ерҙәрҙең һыу аҫтында ҡалыуы. Һыу баҫыу кешенең һаулығын ҡаҡшата, һәләк булыусылар ҙа була, шулай уҡ халыҡ ҙур матди зыян да күрә. Иң мөһим һыу баҫыу миҫалдары:

  • Ҡытайҙағы Хуанхэ (Һары йылға) бик йыш ярҙарынан сыға һәм һыу баҫыуға сәбәпсе була.
  • 1938 йылдағы Бөйөк һыу баҫыуы төрлө баһамалар буйынса 800 000-ҙән 4 000 000 кешене һәләк итте.
  • 1993 йылдағы Бөйөк һыу баҫыуы Америка Ҡушма Штаттарҙың тарихында иң һәләкәтле, емергес баҫыуы булып һанала.
  • 1998 йылда Янцзы йылғаһындағы һыу баҫыу 14 миллион тирәһе кеше торлаҡтарын юғалтты.
  • 2000 йылда Мозамбиктағы һыу баҫыу был илдең күпселек территорияһын һыу аҫтында ҡалдырҙы, бик күп кеше һәләк булды һәм бик мөһим емерелеүҙәр алып килде.
  • 2005 йылда Мумбалағы һыу баҫыу 1094 кешене һәләк итте.
  • 2010 йылда Пакистандағы һыу баҫыу бик ҙур һәләкәттәргә килтерҙе, илдең инфракстураһы емерелде һәм бик күп кеше һәләк булды..

Тропик циклондар ҙур күләмле һыу баҫыуына һәм дауыллы һыу ҡалҡыуына сәбәпсе була:

  • Бхола циклоны 1970 йылда Бангладешҡа (элек Көнсығыш Пакистан) ябырыла.
  • Нина тайфуны 1975 йылда Ҡытайға ябырыла
  • Катрина ураганы 2005 йылда Яңы Орлеандҡа ябырыла.
  • Яси циклоны 2011 йылда Австралияға ябырыла.
2004 йылдағы Һиндостан океанындағы ер тетрәүе емергес цунами тыуҙырҙы.

Цунами — океан йәки икенсе төрлө һыу ятҡылыҡтарындағы ҡалын һыу ҡатламына көслө тәьҫир итеүсе оҙон тулҡындар.

Цунами һыу аҫтындағы ер тетрәүҙәрҙән барлыҡҡа килә. Теркәлгән цунамиҙарҙың 7 % ишелмәләр, 5 % — һыу аҫты вулкан атылыуына сәбәпсе була.

Беҙҙең замандың иң көслө цунами исемлеге:

  • 9.0 магнитудалы бик көслө ер тетрәүе 2011 йылдың 11 мартында максималь бейеклеге 40 метрҙан ашыу цунами тыуҙырҙы. Эпицентры Токионан 373 км алыҫлыҡта төньяҡ-көнсығыштараҡ булған[4].
  • Көньяҡ-Көнсығыш Азияла 2004 йылдың 26 декабрендәге ер тетрәүе хәҙерге заманда иң үлемесле тип табылған цунамины тыуҙырҙы. Төрлө баһалауҙар буйынса 225 меңдән 300 меңгә тиклем кеше һәләк булған.
  • 1952 йылдың 5 ноябрендәге Камчатка ярынан 130 км алыҫлыҡтағы ер тетрәүенән барлыҡҡа килгән 15—18 метр бейеклектәге өс тулҡынлы цунами Северо-Курильск ҡалаһын бөтөнләй юҡҡа сығарҙы һәм башҡа торама пункттарға ҙур зыян килтерҙе. Официаль мәғлүмәттәр буйынса 2336 кеше һәләк булды.

Ҡайһы бер белгестәр «суперцунами» тыуыуы ла мөмкин, тип фаразлай. Бындай цунамиҙарҙаң бейеклеге йөҙ метрҙан да ашыу булыуы мөмкин, улар океан акваторияһына эре метеориттарҙың йәки ифрат ҙур размерлы ер киҫәктәренең океанға шыуып төшөүенән килеп сығыуы мөмкин.

Лимнологик катастрофa

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лимнологик катастрофанан һуң тонсоҡҡан һыйыр, Ниос күле

Лимнологик катастрофа — һыу ятҡылығы төбөнән ҡапыл килеп сыҡҡан газдан (ғәҙәттә CO2) барлыҡҡа килгән һәләкәтле физик күренеш. Лимнологик катастрофа хайуандарға һәм кешеләргә газдан тонсоғоу менән янай. Һәләкәттәрҙең был төрө химик составы, күләме, оҙайлығы менән айырыла. Газдың урғылып сығыуы цунамиҙы ла тыуҙырыуы бар, сөнки өҫкә табан күтәрелгән газдан һыу ҙа күтәрелә. Ғалимдар фаразлауынса, лимнологик һәләкәттәргә шыуышмалар, ер тетрәүе, вулкан әүҙемлеге сәбәпсе була ала.

Бөгөнгө көндә ике күл лимнологик катастрофаһы билдәле:

  • 1984 йылдың 15 авгусында Манун күлендә 37 кеше тонсоҡто;
  • 1986 йылдың 21 авгусында Ниос күлендә 1700 кеше һәләк булды.

Лимнологик катастрофаларға алып килеүсе шарттар Камерун күлдәрендә генә түгел, планетабыҙҙың башҡа һыу ятҡылыҡтарында ла бар. Мәҫәлән: Көньяҡ Африкалағы Киву(Kivu) күлендә;

  • АҠШ-тағы Мамонт тауы (Mammoth Mountain) эргәһендәге күлдәрҙә;
  • Япониялағы Масю күлендә;
  • Германиялағы Айфель (Eifel) кратерында;
  • Франциялағы Павэн (Pavin) күлендә.
Калифорнияла янғын, 2008 йылдың 5 сентябре.

Янғын — кеше ғүмеренә, һаулығына, йәмғиәт һәм хөкүмәт мәнфәғәтенә зарар, шул уҡ ваҡытта бик ҙур материаль зыян килтергән, контролдә тотоп булмаған яныу процесы[5]. Янғын сығыу төрҙәре:

  • Транспорттағы янғындар;
  • Ялан -дала янғындары;
  • Шахталарҙа һәм рудниктарҙа ер аҫты янғындары;
  • Торф һәм урман янғындары;
  • Биналарҙа һәм ҡоролмаларҙа янғындар.

2010 йылының июль, август һәм сентябрь башындағы Рәсәйҙең күп кенә өлкәләрендә аномаль эҫелектән һәм ҡоролоҡтан ҡатмарлы янғын хәле урынлашты[6]. 2010 йылдың 7 авгусына 53 кешенең һәләк булыуы, 1200 йорт-ҡураның юҡ ителеүе раҫланды. Янғын майҙаны 500 мең гектарҙан ашыу тәшкил итте.

1972 йылдың йәйендә СССР-ҙа урман һәм торф янғындары илдең урта өлөшөнөң тиҫтә өлкәләрен солғап алды. Янғын майҙаны 1,8 млн гектар[7] ерҙе биләһә, урман янғын осраҡтары 40 меңгә етте[8]. В тушении пожаров принимало участие около 360 тыс. человек[7]. Янғындарҙы һүндереүҙә 360 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Урман янғыны — урман майҙандарында идара ителеүгә буйһонмаған, стихиялы уттың йәйелеүе. Урман янғындарының сығыу сәбәптәрен икегә бүлеп була: тәбиғи һәм антропоген. Тәбиғи янғындарҙың сәбәптәренең иң билдәлеләре — йәшен һәм ҡоролоҡ. Антропоген сәбәптәр булып башлыса ут төртөү, үртәү һәм иғтибарһыҙлыҡ, кешенең илке-һалҡы ҡарашы тора. Бөгөнгө көндә йәшендән, мәҫәлән, янғындарҙың тик 7 %-8 % ғына сыға[9]. Башлыса урман янғындарының сығыуы кеше эшмәкәрлегенә бәйле. Урман янғындарынан бигерәк тә ҙур зыян ауыл халҡы һәм тәбиғәт күрә.

Янғын төрөнә ҡарап урман янғындарын түбән, юғарғы һәм тупраҡлыға бүләләр. Йәйелеү тиҙлеге буйынса түбән һәм юғарғы янғындар тотороҡло һәм йүгереккә бүленә. Эре урман янғындарының уртаса оҙайлығы 10-15 тәүлеккә, ә янған майҙандарҙың күләме 450—500 гектарға барып етә ала.

Торф янғындары — урман янғындарының торф ҡатламы һәм ағас тамырҙары яныуы менән бәйле төрө[10]. Янған торфтың тәрәнлеге тик ер аҫты һыуҙары кимәле һәм аҫта йәйеүле минераль грунт менән сикләнә. Торф ятҡылығының яныуын ямғыр яуыуы ла баҫа алмай, сөнки ямғыр һыуы торф аша үтеп ер аҫты һыуына ҡушыла[11]. Торф янып бөтмәйенсә яныуҙан туҡтамай.

Һауа массаларының хәрәкәте йәки Метеорология ғәҙәттән тыш хәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эли (Манитоба) янындағы F5 категориялы торнадо, 2007 йылдың 22 июне

Ҡойон (торнадо) — йәшен-ямғырлы болот эсендә барлыҡҡа килгән һәм йыш ҡына ер йөҙөнә тиклем барып еткән атмосфера өйөрмәһе. Ҡойон башлыса болот тармағы формаһында йәки тиҫтә һәм йөҙләп метр диаметрлы томшоҡтан тора[12]. Болоттан сыҡҡан ҡойондоң үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, ул өйөрмәле ҡойондан һәм ҡом буранынан айырыла. Ғәҙәттә ҡойондың арҡыры диаметры аҫҡы киҫелешендә 300—400 м тәшкил итә[13]. Шул уҡ ваҡытта ҡойон һыу өҫтөнә тейгән ерҙә был бейеклек 20—30 метрҙан үтмәҫкә мөмкин. Ҡойондоң ер өҫтөнән үткән саҡта оҙонлоғо 1,5—3 км-ға етә ала.

Ҡойондарҙың иң күп һаны Төньяҡ Америка континентында теркәлә, бигерәк тә АҠШ-тың үҙәк штаттарында, көнсығыш штаттарҙа — әҙерәк. Иң оҙайлы ваҡыт хәрәкәт итеүсе ҡойон — Мэттун ҡойоны 1917 йылдың 26 майында 7 сәғәт 20 минут эсендә АҠШ территория буйлап 500 км үткән. Ошо ваҡыт арауығында 110 кеше һәләк булған[13]. Рәсәйҙә 80 млн һумлыҡ зарар килтергән һәм бер кеше ғүмерен өҙгән ҡойон 2011 йылдың 31 июлендә Благовещенскта була[14].

Ураган «Катрина» ураганы 29 августа 2005

Циклон — бик ҙур, бер нисә йөҙҙән бер нисә мең километр диаметрлы һәм үҙәгендә түбән баҫымлы булған атмосфера өйөрмәһе.

Циклондарҙың ике төп төрөн айыралар: тропиктарҙан тыш һәм тропиктар. Беренселәре үҫешеү башында уртаса йәки поляр киңлектәрҙә һәм уларҙың диаметры башланған саҡта мең километрҙан бер нисә меңгә тиклем етә. Тропик циклондар тропик киңлектәрҙә барлыҡҡа килә, уларҙың ҙурлығы ла кәмерәк була (йөҙ, һирәгерәк — мең километрҙан ашыу), шул уҡ ваҡытта ел тиҙлеге һәм бари градиенттары бик ҙур була, хатта дауыл ҡуптарыуы мөмкин. Бындай циклондарға хас нәмә — «дауыл күҙе» — 20—30 км диаметрҙағы елһеҙ, аяҙ көн торошло өлкә. Бик көслө ел (секундына 70 — 100 метрға тиклем), ҡойма ямғыр (тәүлегенә 1000 мм тиклем) дингеҙҙә ҡот осҡос тулҡандар тыуҙыра һәм ҡоро ерҙе лә һәләкәткә дусар итә.

Хәҙерге заманда (2005 йыл) ҙур юғалтыуҙарҙы Катрина ураганы алып килде. Төрлө баһаламаларҙан күренеүенсә, был афәттән күрелгән зыян долларҙарҙа 89 млрд-тан 125 млрд-ҡа тиклем етте. Циклондарҙы күҙәтеү тарихында иң үлемеслеһе тип 1780 йылдағы Кариб дингеҙе Кесе Антил утрауҙарында ҡупҡан ураган һанала[15]. Октябрҙең 10-нан 16-на тиклем арауыҡта 27,5 кеше һәләк булған.

Буран (ыжғыр буран) — ер йөҙөнән ел көсө менән ҡарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү. Официаль метеорология станцияларҙа буранды өс төргә бүләләр: йәйәүле буран, һепертмә буран һәм ғөмүми буран. Ҡайһы бер белгәстәр болоттан яуып төшкән саҡта уҡ ел ынғайына ҡар бөртөктәренең тура төшмәй, ергә төшкәнгә тиклем ел менән бергә хәрәкәт итеүсе ҡар яуыуҙы ла буран тип атайҙар. Бындай бурандың исеме лә бар — һыбайлы буран. Официаль меостанцияларҙың мәғлүмәттәрендәкүрһәтелмәй. Көн торошон күҙәтеүҙәр тарихында иң көслө ҡар бурандары:

  • 1888 йылда 4 көн эсендә 40 кешенең ғүмере өҙөлдө. Нью-Йоркта ҡар өйөмдәренең бейеклеге 6 метрға етте.
  • 1972 йылда Иранда ҡар дауылы 4000 кешене һәләк итте.
  • 2008 йылда Афғанстанда ҡар дауылы ҙур юғалтыуҙарға дусар итте.

Боҙборсаҡ — ҡойма яуым—төшөмдөң бер төрө. Боҙборсаҡ түңәрәк йәки башҡа төрлө формала була. Ҙурлығы бер нисә миллиметрҙан бер нисә сантиметрға тиклемгә етә. Ҙурлығы 130 мм, ауырлығы бер килограмм тартҡан боҙборсаҡтары ла осрай. Борсаҡтар бер миллиметр тирәһе ҡалынлыҡтағы үтә күренмәле һәм яртылаш күренмәле ҡатламдарҙан тора. Боҙборсағы ғәҙәттә йылдың йылы миҙгелендә ифрат ҙур ямғыр болоттарынан, йыш ҡына ҡойма һәм йәшенле ямғыр ваҡытында яуа. Боҙборсаҡ ауыл хужалығына, шәхси баҡсаларға ҙур зыян килтерә.

Ҡоролоҡ — бер нисә аҙнанан ике-өс айға һуҙылған тотороҡло юғары эҫелек осоро. Ҡаты эҫелеккә яуым булмауы ҡушылыу сәбәпле тупраҡтың еүешлек запастары бөтә, үҫемлектәргә зарар килтерелә. Ҡоролоҡтоң башы ғәҙәттә аҙ хәрәкәтле юғарғы антициклон урынлашыуына бәйле була. Ҡояш йылыһының күплеге һәм шул уҡ ваҡытта һауаның еүешлеге кәмей барыуы (атмосфера ҡоролоғы) быуланыу һәләтен арттыра, был үҙ сиратында тупраҡтың ярлыланыуына булышлыҡ итә. Яуым-төшөм булмағанға күрә йылғалар, күлдәр, шишмәләр, быуалар кибә башлай, гидрология ҡоролоғо башлана. Урта Рәсәйҙә 1972, 2002 һәм 2010 йылдарҙағы оҙайлы эҫелектән һәм ҡоролоҡтан күп һанлы урман, торф янғындары барлыҡҡа килде. Янғындар Мәскәүҙең һәм башҡа ҡалаларҙың төтөнләүенә, халыҡтың һаулығының ҡаҡшауына килтерҙе.

Халыҡ-ара закондар йыйылмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инвалидтар хоҡуғы Конвенцияһында, хөкүмәттәр халыҡ -ара хоҡуғы буйынса үҙҙәренең бурыстарына ярашлы рәүештә төрлө ситуацияларҙа, шул иҫәптән стихиялы бәлә-ҡазаларҙа, инвалидтарҙы яҡлау һәм хәүефлеҙһеген булдырыу өсөн тейешле саралар ҡабул итергә тейеш, тип билдәләнгән.

1989 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йыл һайын үткәрелә торған Халыҡ-ара стихиялы бәлә-ҡазаларҙың хәүефен кәметеү көнө булдырҙы.

Кеше ҡорбандары һәм матди юғалтыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО мәғлүмәттәренә ярашлы стихиялы бәлә-ҡазалары араһында һәләк булыусы һаны буйынса беренсе урында гидрометеорология һәләкәттәре, икенсе урында — геология, өсөнсө урында — техноген һәләкәттәр. Ер тетрәүҙәрҙән, урагандарҙан, башҡа төрлө хәүефле тәбиғәт күренештәренән 1970-се йылдан 2010 йылға тиклем донъя күләмендә 3,3 млн-ға яҡын кеше һәләк булған (уртаса йылына 82 500 кеше). Башлыса һәләк булыусылар ярлы илдәрҙә йәшәгән. Стихиялы бәлә-ҡазаларҙан күрелгән зыян 1970—2008 йылдар арауығында 2300 млрд доллар тәшкил иткән. Иң ҙур зыянды ер тетрәүҙәр һәм дауыл -ғәрәсәттәр алып килә. Иң күп зыянды уртаса доходлы илдәр күрә. Стихиялы бәлә — ҡазаларҙы булдырмау саралары

  • Илдәрҙең хөкүмәттәре хәүеф факторҙары тураһында мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм таратыу буйынса даими эш алып барырға тейеш. Правительства должны вести работу по сбору и распространению информации о факторах риска.
  • Хөкүмәттәр ер һәм күсемһеҙ милек баҙарының эшен яйға һалырға тейеш — милек хаҡтары хәүеф факторҙарын сағылдыра һәм йәшәү урынын һайлауҙа ярҙам итә. Хөкүмәттәр алдан киҫәтеү өсөн тейешле саралар күрергә тейеш.
  • Хөкүмәттәр мәжбүри инфраструктура булдырырға һәм уның сифатын тикшереп торорға тейеш. Мөһим урын биләгән объекттарҙың һаны күп булырға тейеш түгел, сөнки файҙаһынан зыяны күберәк булыуы бар.
  • Мөмкин тиклем күберәк социаль институттарын булдырыу сараларын күрер кәрәк. Йәмәғәт күҙәтеү органдары булған илдәрҙә стихиялы бәлә-ҡазаларҙы булдырмауға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән еңелерәк сығыуға уңышлы өдгәшелә. Следует развивать благотворительность для увеличения доли гуманитарной помощи, направленной на предотвращение бедствий.
  • Шәхси һәм хөкүмәт тәртибендә күрелгән саралар тура килергә тейеш.
  1. Most Destructive Known Earthquakes on Record in the World (инг.)
  2. Майкл Рампино. Супервулканизм и другие катастрофические геофизические процессы (пер. с англ.)
  3. География лавин//Под ред. С. М. Мягкова, Л. А. Канаева. — М., издательство МГУ, 1992
  4. РИА Новости. Высота цунами, обрушившегося на Японию 11 марта, превышала 40 метров.
  5. Федеральный закон N 69-ФЗ «О пожарной безопасности» Статья 1. Основные понятия
  6. Пожары в России: огонь охватил 20 регионов (видео). Утро России (6 август 2010). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  7. 7,0 7,1 Культура безопасности жизнедеятельности :: Обучение — Огонь-хозяин тайги?! Пожары в лесах России 2010 йыл 7 август архивланған. (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4202  дней) — историякопия)
  8. Лесные и торфяные пожары лета 1972 г. Справка. РИА Новости (5 август 2010). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  9. «Специальный репортаж»: Пожары 2011 йыл 16 октябрь архивланған. // Телеканал Подмосковье. Апрель 2010
  10. http://bse.sci-lib.com/article069840.html БСЭ
  11. http://www.kgau.ru/distance/00_cdo_old/demo_res/pozar/01_02.html 2017 йыл 8 май архивланған. С. Н. Орловский. Лесные и торфяные пожары
  12. Советский энциклопедический словарь. — М.: «Советская Энциклопедия», 1981. — 1600 с.
  13. 13,0 13,1 Наливкин Д. В. Смерчи. — М.: Наука, 1984. — 111 с.
  14. Смерч в Благовещенске. Интерфакс (1 август 2011). Дата обращения: 20 ғинуар 2012.
  15. Edward N. Rappaport, Jose Fernandez-Partagas, and Jack Beven. The Deadliest Atlantic Tropical Cyclones, 1492-1996. NOAA (1997). Дата обращения: 2 ғинуар 2007. Архивировано 17 февраль 2012 года.
  • Стихийные бедствия и техногенные катастрофы. Превентивные меры = Natural Hazards. UnNatural Disasters: The Economics of Effective Prevention. — М.: «Альпина Паблишер», 2012. — 312 с. — (Библиотека Всемирного банка). — ISBN 978-5-9614-1527-8.