Инөнү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Инөнү
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә
Административ-территориаль берәмек Иҫкешәһәр (провинция)
Халыҡ һаны 6797 кеше (2018)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 840 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Рәсми сайт inonu.bel.tr
Городское население 4399, 5180, 4316, 4196, 4083, 3980, 3959, 3966, 7260, 7006, 6822, 6720, 6634, 6797, 6514 һәм 6355
Сельское население 4978, 4151, 3267, 3351, 3341, 3248, 3271 һәм 3206

Инөнү (рус. Инёню, төр. İnönü) — үҙәк Төркиә Йөмһүриәтенең Иҫкешәһәр (төр. Eskişehir) провинцияһындағы ҡала һәм район.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалаға нигеҙ һалыусылар — ҡаланың төньяғында, хәҙер Эсероню тип аталған урындағы колонналарҙың харабаларын өйрәнгәндәге һығымталарға ярашлы — фригиялылар.

Римлеләр Анатолияға күсеп ултырғандан һуң, беҙҙең эраның 395 йылында Византиия империяһына ҡушылған. Византия осоронда ҡаланың Базилика тип аталыуы билдәле.

1921—1922 йылдарҙа Икенсе грек-төрөк һуғышы ваҡытында Инөнү тирәһендә ике ҡаты алыш булған. 1928 йылда Төркиәлә фамилиялар индерелгәс, был алыштарҙа ҡатнашҡан Төркиә ғәскәрҙәре командованиеһы башлығы Исмәт паша үҙе еңеүгә өлгәшкән ҡала хөрмәтенә Инөнү фамилияһын алған.

Инөнүгә район статусы 1987 йылда бирелгән.

Район Истанбул-Анадолу трассаһында, Кютахьянан — 63 саҡрым һәм Бурсанан 120 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ул Иҫкешәһәрҙән 36 саҡрым алыҫлыҡта ята, дәүләт учреждениелары, банкылар, медицина үҙәктәре һәм мәктәптәрҙә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе Иҫкешәһәрҙә йәшәй һәм көн һайын Инөнүгә йөрөп эшләй.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]