Эстәлеккә күсергә

Гальперин Иосиф Давидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иосиф Гальперин битенән йүнәлтелде)
Иосиф Давидович Гальперин
Тыуған көнө:

23 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Чкалов ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, журналист

Ижад йылдары:

1966 йылдан

Жанр:

шиғыр

Гальперин Иосиф Давидович (23 февраль 1950 йыл) — Рәсәй шағиры, яҙыусы, журналист. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2015 йылғы «Йыл яҙыусыһы» милли әҙәби премияһы лауреаты[1].

Иосиф Давидович Гальперин 1950 йылдың 23 февралендә Чкалов (хәҙерге Ырымбур) ҡалаһында тыуған.

1966 йылда Өфөлә нәшер ителгән «Ленинец» гәзитендә шиғыры баҫылып сыға. 1974 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Бөтә Союз йәш яҙыусылар кәңәшмәһе ҡатнашыусыһы (1979 йыл, Мәскәү). Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары секцияһы ағзаһы. «Ленинец» гәзитенең әҙәби берләшмәһе етәкселәренең береһе (1977—1990), 1969 йылдан «Вечерняя Уфа», «Ленинец» (яуаплы секретарь) гәзиттәрендә — журналист, «Русский курьер»ҙа (Мәскәү) баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары була, «Спасение» (яуаплы секретарь), «Первое сентября» (яуаплы секретарь), «Общая газета» (баш мөхәррир урынбаҫары), «Российская газета» (мөхәрририәт ағзаһы), «Огонек» журналы (күҙәтеүсе), йәнә «Московский комсомолец» һәм «Новые Известия» гәзиттәрендә эшләй, «Экономика» нәшриәтенең генераль директоры, «Совершенно секретно» баҫмаһының күҙәтеүсеһе була. Журналист һәм публицист булараҡ «Комсомольская правда», «Труд», «Советский спорт» гәзиттәрендә, «Журналист» журналында баҫыла.

Бөтә Союз КВН ярышында Өфө КВН командаһы ағзаһы була. Автор йыры фестивалдәре һәм "Юморина"ларҙың жюри ағзаһы. Бөтә Союз тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте эшендә, Башҡортостан һайлаусылар һәм депутаттар берекмәһен, Социаль-экологик союзды, Демократик Рәсәйҙе, Рәсәй Демократик партияһын, «Мемориал» йәмғиәтен (Өфө бүлексәһе), Йәмәғәт ойошмаларының берләшкән комитетын ойоштороуҙа ҡатнаша. Өфөлә 1987—1990 йылдарҙағы демонстрацияларҙы ойоштороусыларҙың береһе була. Артем Боровик фондының иң яҡшы журналистик тикшеренеү өсөн премияһы лауреаты (2009).

Мәскәүҙә йәшәй. Атаһы — Гальперин Давид Самойлович

Шағир һәм прозаик булараҡ «Нева», «Знамя», «Арион», «Крещатик», «Бельские просторы», «Родники», «Стрелец» журналдары һәм альманахтарында, «Гуманитарный Фонд» (Мәскәү), «Человек и природа», «Экология и жизнь», «Истоки» гәзиттәрендә, коллектив шиғыр һәм пубицистика йыйынтыҡтарында баҫыла.

Рәсәй Яҙыусылар союзының 2015 йылғы «Йыл яҙыусыһы» милли әҙәби премияһы лауреаты.

  • Аистиная кисть. Уфа: Башкнигоиздат, 1985.
  • Дом человека. Уфа: Башкнигоиздат, 1990

(экология, совместно с Г.Розенбергом).

  • Точильный круг. Уфа: Башкнигоиздат, 1990
  • Литая сфера. М.: издательский дом Русанова, 1997.
  • Щепоть. Париж-Москва-Нью-Йорк: Третья волна, 2000.
  • …С искаженным любовью лицом. М.: Устойчивый мир, 2001.
  • Эпоха расцвета шиповника". М.: РИК Русанова, 2005.
  • Бронзовый век. М.: Зебра Е, 2010.
  • Крики во сне. М.: Зебра Е, 2011.
  • Отдел расследований. Фрагменты политической истории 1990—2020-х годов, 2021