Эстәлеккә күсергә

Ирекмәнлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ирекмәнлек
Рәсем
 Ирекмәнлек Викимилектә

Ирекмәнлек (ингл. Volunteering, рус. Волонтёрство, Добровольчество) — айырым кешенең үҙ аллы йәки төркөм менән йәмғиәткә һәм мохтаж кешегә ирекле һәм бушлай күрһәткән ярҙамы, башҡарған эшмәкәрлеге. Ирекмәнлек менән шөғөлләнеүсе хаҡ алмайса үҙенең һәләтен һәм ваҡытын сарыф итә.

Ирекмәнлек эшмәкәрлегендә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Балиғ булмаған балаларҙы ирекмәнлеккә йәлеп итеү ата-әсәләрҙең рөхсәте менән башҡарала. 14 йәше тулмаған балалар ирекмәнлек менән шөғөлләнгәндә яндарында мотлаҡ ололар булырға тейеш. Ҡайһы бер ирекмәнлек төрҙөренә махсус әҙерлек үткән кешеләр генә йәлеп ителә.

Ирекменлек шәхсән рәүештә йәки төркөм менән башҡаралыуы ихтимал. Ирекмәнлек эшмәкәрлеген халыҡ-ара, дәүләт, муниципалитет кимәлендә көйләүсе ҡараҙар ҡабул ителә. Ирекмәнлеккә булышлыҡ итеүсе махсус үҙәктәр, ойошмалар, ассоциялар бар.

Викимедиа проекттарын, шул иҫәптән Башҡорт Википедияһын һәм башҡорт телендәге башҡа проекттарҙы ла ирекмәндәр төҙөй.

«Ирек» + «мән» + «лек» һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән. «Иркеле кеше эшмәкәрлеге» тигәнде аңлата. «Ирекмәнлек» һүҙе башҡорт теленә 2000-2010-сы йылдарҙа киң ҡулланыуға инә. Рәсми нәшер ителгән Башҡорт теленең академик һүҙлегенә инмәгән[1]. Шул уҡ ваҡытта «Ирекмәнлек» төшөнсәһе матбуғатта киң ҡулланыла. «Ирекмәнлек» төшөнсәһе инглиз телендәге «Volunteering», рус телендә ҡулланылған «Волонтёрство, Добровольчество» һүҙҙәренең башҡорт теленә тәржемәһе булып тора[2].

Ирекмәнлекте көйләүсе документтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара кимәлдә ирекмәнлек эшмәкәрлеген 1948 йылда ҡабул ителгән Кеше хоҡуҡтарың дөйөм декларацияһы көйләй.

1990 йылда Парижда «Ирекмәндәрҙең дөйөм декларацияһы» ҡабул ителә. Унда ирекмәнлектең төп принциптары, маҡсаты һәм мәғәнәһе билдәләнә. 2001 йылда Амстерамда тағы бер «Ирекмәнлектең дөйөм декларацияһы» иғлан ителә. Унда донъялағы бөтә кешеләр ҙә матди дәртләндереү өмөт итмәйенсә, башҡа кешеләр йәки йәмғиәт өсөн кәрәк булған эштәрҙе башҡарырғаүҙ ваҡытын, һәләтен, көсөн ирекле сарыф итергә хоҡуғы булыуын раҫлай.

Рәсәй Федерацияһында иркемәнлек эшмәкәрлеген көйләүсе махсус федераль закон 1995 йылда ҡабул ителгән[3]. 2018 йылдың февралендә закон тулыландырылып һәм үгәртелә. Яңы редакцияла ирекмәнлек, ирекмәнлек эшмәкәрлеген ойоштороусыларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары, шулай уҡ власть органдарының ирекмәнлек ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү тәртибе менән бәйле төшөнсәләр бирелгән. Был төп закондан башҡа ирекмәнлек эшмәкәрлеген «Йәмәғәт берекмәләре тураһында» рус. Об общественных объединениях һәм «Йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләренә дәүләт ярҙамы тураһында» рус. О государственной поддержке молодежных и детских общественных объединений федераль закондар көйләй[4][5].

«Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ирекмәнлекте үҫтереү концепцияһы» 2018 йылда ҡабул ителгән. Документ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләүгә, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда ярҙам күрһәтеүгә ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлеккә методик, мәғлүмәти, консультатив, белем биреү һәм матди ресурс ярҙамын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Концепцияға ярашлы, ирекмәнлекте төбәк һәм урындағы шарттарҙы иҫәпкә алып төрлө профессиональ һәм социаль төркөмдәрҙә, йәш категорияларында, ғаилә формаларында үҫтереү күҙаллана.

Ирекмәнлек формалары һәм төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирекмәнлек эшмәкәрлегенең ойошторолыуына ҡарап түбәнге формаларға[6] бүленә:

  • дәүләткә ҡарамаған коммерция булмаған ойошмаларҙың ирекмәнлеккә булышлыҡ итеүе аша,
  • дәүләт һәм бюджет ойошмаларының ирекмәнлеккә булышлыҡ итеүе аша,
  • уҡыу йорттары янындаға ирекмәнлек үҙәктәре аша,
  • корпоротив ирекмәнлек үҙәктәре аша.

Ирекмәнлек эшмәкәрлегенең йүнәлештәре буйынса түбәндәге төрҙөргә[6][7] бүленә:

  • Мәғариф өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — белем биреү ирекмәнлеге
  • Гражданлыҡ һәм патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — патриотик тәрбиә ирекмәнлеге
  • Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — медицина ирекмәнлеге
  • Халыҡҡа социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — социаль ирекмәнлек
  • Мәҙәниәт өлкәһендәге ирекмәнлек эшмәкәрлеге — мәҙәни ирекмәнлек
  • Физик культура һәм спорт өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — спорт ирекмәнлеге
  • Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — экологик волонтерлыҡ.
  • Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ирекмәнлеге
  • Йәмәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — хәүефһеҙлек ирекмәнлеге
  • Мәғлүмәт һәм киң коммуникациялар өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — медиаирекмәнлек
  • Йәмәғәт өсөн әһәмиәтле булған сараларҙы үткәреү өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — хәл-ваҡиға ирекмәнлеге
  • Хайуандарҙы яҡлау өлкәһендә ирекмәнлек эшмәкәрлеге — хайуандарҙы яҡлау ирекмәнлеге

Ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнашыусалар буйынса инклюзив ирекмәнлек, ғәилә ирекмәнлеге, «көмөш» ирекмәнлек, корпоратив ирекмәнлек төрҙәренә бүләнә.

  1. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т.III (В-И хәрефтәре) / Ф.г. Хисаметдинова редакцияһында. - Өфө:Китап, 2012. - 864 б.
  2. «Глосбе» һүҙлегендә «Ирекмәнлек» һүҙе ҡулланыу миҫалдары
  3. ФЗ от 11.08.1995 N 135-ФЗ «О благотворительной деятельности и добровольчестве (волонтерстве)»
  4. ФЗ от 19 мая 1995 г. № 82-ФЗ «Об общественных объединениях»
  5. ФЗ от 28 июня 1995 г. № 98-ФЗ «О государственной поддержке молодежных и детских общественных объединений»
  6. 6,0 6,1 Глазкова Е. А. Формы осуществления волонтерской деятельности и виды волонтерства. // Теория и история права и государства. (рус.)
  7. Стандарт работы организатора добровольческой/волонтерской деятельности; Издательство Ассоциации волонтерских центров, 2021. 149 с. ISBN 978-5-6044577-3-3  (рус.)