Браиловский Исаак Аронович
Браиловский Исаак Аронович | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
<!— --> |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Жанр: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Браиловский Исаак Аронович (15 май 1900 йыл — 2 ноябрь 1966 йыл) — яҙыусы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исаак Аронович һөнәрсе Арон Янкелевич Браиловский ғаиләһендә тыуа; уларҙың ғаиләһе Дондағы Ростовтың Богатян тыҡрығы, 8-се йортта йәшәй. 1934 йылда Ростов педагогия институтының әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Әҙәби эшмәкәрлеген И. А. Браиловский 1920 йылда «Приазовский край», «Известия Ростовского ревкома» гәзиттәрендә яҙған әҫәрҙәрен баҫтырып башлай. Артабан даими рәүештә урындағы матбуғатта яҙыша. Әҙәби тәнҡит менән 1938 йылда шөғөлләнә башлай: гәзиттәрҙә, йыйынтыҡтарҙа, альманахтарҙа тәнҡит мәҡәләләре , әҙәбиәт һәм театр тураһында рецензиялар яҙа. И. А. Браиловскийҙың йәмәғәт һәм әҙәби эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдар буйына Дон менән бәйле була.
1934—1938 йылдарҙа Исаак Аронович — Ростов китап нәшриәтенең мөхәррире була һәм 1938 йылдан алып өлкә "Молот"гәзитендә эшләй. 1946—1949 йылдарҙа ошо гәзиттең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең етәксеһе була.
1953 йылдан алып Ростов өлкә китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире .
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында И. А. Браиловский Себер хәрби округының политик хеҙмәткәре була. Уның мәҡәләләре һәм очерктары Ростов һәм Воронеж өлкәһе гәзит-журналдарында һәм Ленинградтың «На страже Родины» гәзитендә баҫыла. 1960 йылдан алып И. А. Браиловский Ленинградта йәшәй. Бында ул Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. «Подъём» һәм «Дон» журналдарында әҫәрҙәрен баҫтыра. Исаак Аронович Браиловский «Люди справедливой войны» (1941), «Солдаты двух войн» (1957), «Живое сердце» (1960) китаптарын яҙа. Уның һуңғы мәҡәләһе «Неман» журналында 1964 йылда сыға.
Браиловский Исаак Аронович — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ағалары — Моисей Аронович Браиловский (1904—1941), фронтта һәләк була; Яков Аронович Браиловский (1894 — после 1940), НКВД хеҙмәткәре; Абрам Аронович Браиловский (1895—1954), скульптор.
И. А. Браиловский әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым баҫмалар
- Люди справедливой войны.- Ростов н/Д: Ростиздат, 1941.
- Хрестоматия художественной литературы.- Ростов н/Д: Ростиздат, 1941.
- Литературно-художественный сборник.- Ростов н/Д: Ростиздат, 1947.
- Солдаты двух войн.- Ростов н/Д: Ростиздат, 1957.
- Живое сердце.- Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1960.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5