Эстәлеккә күсергә

Социология тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(История социологии битенән йүнәлтелде)
Социология тарихы
Рәсем

Социология тарихы — гуманитар ғилем дисциплинаһы һәм тармағы булған социология, уның барлыҡҡа килеү һәм үҫеш процесы тураһындағы фән.

Фәнгә тиклемге осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антик осорҙа йәмғиәткә ҡарата мөнәсәбәттә ике традиция булған: тәбиғи йәмғиәт (Аристотель) һәм яһалма йәмғиәт (Платон)

Кеше тыумыштан гонаһлы. Ул Абсолют Шәхес булараҡ Аллаһы тәғәләнең ижад емеше, сағыштырма шәхес булып тора. Баштан уҡ Кешелек, сиркәү аңлатҡанса, Яралтыусыбыҙ ихтыярының кәүҙәләнеше булараҡ, берҙәм. Дәүләт, кеше тормошон ойоштороу ысулы булараҡ, Сиркәүгә икенсел мөнәсәбәттә.

Яңырыу дәүерендә социалист-утопистар Томас Мор (1478—1538) һәм Томмазо Кампанелланың (1568—1639) идеялары барлыҡҡа килгән һәм Фрэнсис Бэкон (1561—1626) йәмғиәттең фәнни үҫеүен тормошҡа ашырыуҙа дөйөм ҡатнашыуҙы фаразлаған проектын төҙөгән. Макиавелли идеялары социаль утопизмдан үҙенә ҡарата, дәүләтте һәм граждандар йәмғиәтен бүлеүҙе күҙ уңында тотоусы, сәйәси реализмға күсеүҙе күрһәтә.

Томас Гоббс (1588—1679) йәмәғәт килешеүе төшөнсәһен барлыҡҡа килтергән. Уның «Левиафан» тигән хеҙмәтендә граждандар йәмғиәтенә күсеү идеяһы һәм властың легитимлығын нигеҙләү тормошҡа ашырыла.

Джон Локк (1632—1704). Локк фекере буйынса тәбиғи торош — был аҡыл закондары өҫтөнлөк иткән тиңлек. Локк фекере буйынса дәүләт — ул азатлыҡты һәм тәбиғилекте һаҡлау теләге. Локк фекере буйынса тәбиғи тороштоң гражданлыҡ торошонан төп айырмаһы — билдәләнгән дөйөм ҡанундың булыуы. Йәмғиәт килешеүен төҙөү дәүләт азатлығын сикләй.

Тюрго (17271781) социаль прогресс идеяһын булдырған, артабан уны Кондорсе (17431794) эшкәрткән. Прогресс — кешелектең төп тормош законы. Барыһы ла прогресҡа алып бара. Төрлө халыҡтар төрлөсә үҫешә, сөнки улар араһында талантлы кешеләр һаны төрлөсә. Мәғрифәтселек прогресҡа алып бара. Прогресс тиҙлеге шарттар менән бәйле.

Йәмғиәтте һүрәтләүҙә тәүге ынтылыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социология терминын Огюст Конт (17981857) (үҙенең социологияһын ул социаль физика тип атай) индергән, шуның менән (1842 йылда) ул позитив философияға нигеҙ һалған. Огюст Конт ижадының башланғыс этабында, социалист-утопист Клод Сен-Симона (17601825) шәхси секретары булараҡ һәм уның тәғлимәтенең ҙур йоғотоһо аҫтында, үҙ хеҙмәттәрен яҙған.

Конт социология төшөнсәһен йәмғиәт тураһындағы бөтә белем йыйылмаһы тип аңлаған. Уның фекеренсә, социология тәбиғәт белеменән күҙәтеү, тәжрибә һәм сағыштырма анализ кеүек ысулдарҙы алырға тейеш. Конт социологияны социаль статикаға һәм социаль динамикаға бүлә. Конт буйынса, ижтимағи күренештәрҙең асылы уларҙың тарихилығында, шуға ла социология тарихи үҫеш закондарын тикшерә. Огюст Конт ғәҙәттә социологияға нигеҙ һалыусы сифатында ҡарала, сөнки ул йәмғиәт тураһында дөйөмләштереүсе фән булдырыу кәрәклеге тураһында мәсьәлә күтәргән. Шулай ҙа быға тиклем социологияның төп идеяларын башҡа тикшеренеүселәр эшләгән. Конт буйынса, прогрестың мотлаҡ булыуын рухи «Бөйөк зат» тәьмин итә.

XIX быуат социологияһында натурализм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ тәүге социологтар араһында Герберт Спенсерҙы (18201903) атарға кәрәк. Уны органицизм һәм эволюционизмға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләргә мөмкин. Органицизм идеяларының көсһөҙлөгө аналогияларҙың конкрет анализ менән алмаштырылыуында (органицистар йәмғиәттә күҙәтелгән ҡанунилыҡты тере организмдарҙа барған законлылыҡтарға оҡшатырға маташҡандар). Спенсер, Дарвиндан бойондороҡһоҙ рәүештә, үҙенең эволюция теорияһын әйтеп биргән. Спенсер буйынса, социаль эволюция — ул дөйөм эволюцияның бер өлөшө. Унда ике фактор эшләй: йәшәү һәм күнеккәндәрҙең тере ҡалыу өсөн көрәше (тәбиғи һайланыш). Ул эволюция процесының ике яғын — интеграцияны һәм дифференциацияны айырып күрһәткән: бирешмәүсәнлектән тотороҡлолоҡҡа; һәм эволюцияның өс фазаһы: органик булмаған, органик, органик өҫтөндә. Социаль эволюция — ул ҡыйынлыҡ кимәле, үҙгәреү темптары һәм эҙемтәләр мөһимлеге менән айырылып торған органик өҫтөндәгенең бер өлөшө.

Эволюционизм идеялары күп илдәрҙә бойондороҡһоҙ үҫешкән, социаль дарвинизм эволюционизм тармаҡтарының береһе булған:

Людвиг Гумплович (18381909), Австрия. Күп хеҙмәттәр яҙған: «Социология нигеҙҙәре», «Социология һәм политика», «Дәүләттең социологик идеяһы», «Раса һәм дәүләт», «Расалар араһында көрәш». Ул, социологияның предметы — социаль төркөмдәрҙе һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеү, тип иҫәпләгән. Социаль төркөм уның өсөн — уны тәшкил иткән берәмектәр суммаһы ғына түгел, ә төркөм эффектына эйәлегендә. Һәр социаль төркөмдөң төп законы — башҡа социаль төркөмдәрҙе үҙҙәренә буйһондорорға, ҡол итергә һәм хакимлыҡ итергә, үҙеңде һаҡлап ҡалыу ынтылышында.

Уильям Самнер (18401910), АҠШ. Социаль эволюция кешеләрҙең ихтыярына һәм тәбиғи һайланыш закондарына һәм йәшәү өсөн көрәшенә ҡарамаҫтан универсаль, тип иҫәпләгән. Самнерҙың төп хеҙмәте: «Халыҡ йолалары». Был хеҙмәтендә ғалим төркөмгә хас ҡайһы бер мөһим ғәҙәттәрҙең һәм кеше тормошоноң социаль формалары килеп сығышын аңлатырға тырыша. Самнер буйынса йола — индивид кимәлендәге ғәҙәт булараҡ сығыш яһаған стандарт төркөмсә ҡылыҡ формалары. In-референтлы һәм Out-референтлы төркөм төшөнсәләрен индергән.

Шулай уҡ социал-дарвинизм сиктәрендә раса-антропологик мәктәп булған. Уның иң билдәле вәкиле — Артюр де Гобино (18161882). Төп хеҙмәте — «Кеше расаларының тигеҙһеҙлеге тәжрибәһе тураһында». Ул йәмғиәттәге тигеҙһеҙлекте раса айырмалыҡтарына нигеҙләп аҡларға тырышҡан. Төп критерий — расаның интеллект кимәле.

XIX—XX быуат сигендә социологиялағы психологизм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быуаттар сигендә социологиялағы психологизм дөйөм тенденция булараҡ сығыш яһай. Был психологтарҙың психологик ҡына түгел, социаль факторҙарҙы иҫәпкә ала башлауы менән бәйләнгән, ә социологтар социологияла биологик аналогиялар менән ҡәнәғәт булмаған.

Психологик эволюционизмды АҠШ-та беренсе социология кафедраһына нигеҙ һалыусы — Франклин Гиддингс (18551931), камиллаштырған. Һуңғараҡ ул позитивизм һәм бихевиоризм позицияһына баҫҡан.

Вильгельм Вундт (18321920), Германия. «Халыҡтар психологияһы» тигән мәҙәниәт һәм индивидуаль аң араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеп маташыуға бағышланған хеҙмәтен яҙған.

Мак-Дугалл Уильям, (18711938), АҠШ. Бар социаль фәндәрҙең теоретик нигеҙе булып инстинкт психологияһы тора, тип иҫәпләгән. Үҙенең концепцияһын «гормик психология» тип атаған. «Горме» — биологик яҡтан әһәмиәтле маҡсатҡа ынтылыу.

Габриель Тард (18431904) — социаль психологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тард буйынса социаль йәшәйеш моделе бытие береһе икенсеһенә эйәргән ике индивидтың үҙ-ара мөнәсәбәттәре кеүек күренә. Бөтә социаль күренештәрҙең сығанағы — асыштар һәм оҡшарға тырышыуҙың үҙ-ара бәйләнеше. Дюркгеймды «социаль факттарҙы» шәхси-психик нигеҙҙәренән айырыуы өсөн тәнҡитләгән. Социология закондарын Тард логик һәм логик булмағандарға бүлә. Логик закондар, инновациялар ни өсөн таралыуын, ә икенселәре яңылыҡҡа ихтыяж ни дәрәжәлә өлгөргәнен аңлата.

Густав Лебон (18411931), Франция. «Төркөмдәр психологияһы»н һүрәтләгән. Лебон «төркөм психикаһы» проблемаларын анализлап, уның башлыса тойғоло характерҙа, дөйөм идея менән энергия алыуын, үҙ көсөн еңеп сыға алмаҫлыҡ булыуын аңлау, яуалылыҡ тойғоһон юғалтыу, түҙемһеҙлек, догматизм, йоғонтоға бирелеүсәнлек, ҡыҙыулыҡ һәм лидерҙар артынан эйәреү кеүек түбәндәге үҙенсәлектәрен билдәләгән. Шуға ла социализм идеяларын тәнҡитләгән.

Социологияның нигеҙен тәшкил итеүсе теориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Маркстың «Социология»һы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Маркс (18181883), Германия.

К. Маркс инглиз классик политэкономияһының һәм француз тарих мәктәбенең синыфтар һәм синфи көрәш тураһындағы асышын файҙаланып, йәмғиәт үҫешенә фәнни ҡараш тыуҙырған.

Маркс синыфтар барлыҡҡа килеүен кеше тормошоноң ижтимағи етештереүенең фани, тиҙ үтә торған формалары менән бәйләнгән. Хосуси милек хакимлығы кеше өҫтөнә ятҡан беренсе идеологик көс (Ф. Энгельс) булараҡ дәүләтте, йәғни дөйөм күренештәге мәнфәғәттәрҙең хосуси мәнфәғәттең тарихтағы тәүге сағылыу сараһы булыуын талап итә.

Йәмғиәт үҫешенең төп этаптары етештереүҙең өҫтөнлөклө ысулы барлыҡҡа килтергән ижтимағи-иҡтисади формацияны сағылдыра. Бер формациянан икенсеһенә күсеү етештереүсе көстәре менән уларҙың үҫешенә ҡамасаулаған етештереү мөнәсәбәттәре араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты хәл итеү ысулы булған ижтимағи түңкәрелешкә алып килә.

Етештереүҙең капиталистик ысулына күсеүе социаль революция формаһында сағылыш таба.

Социализмға тиклем синыфтарҙың булыуы ижтимағи тормоштоң антагонистик характерҙа (йәғни синфи йәмғиәт сиктәрендә үҙ-ара килешмәүсән) икәненә күрһәтә.

йер Етештереүҙең капиталистик ысулы еңгәндән һуң, эшсе синыфының сәйәси власы (пролетариат диктатураһы) һәм синыфтарһыҙ йәмғиәткә тарихи ҡотолғоһоҙ күсеүе сағылышы булған социалистик йәмғиәт өсөн шарттар барлыҡҡа килә. Социалистик революцияны тормошҡа ашырыу бурысы алға сыға.

Марксҡа һылтанып, түбәндәге ижтимағи-иҡтисади формацияларға: тәүтормош, ҡол биләүселек, феодаль, капиталистик һәм, һөҙөмтәлә, коммунистик бүлеү ҡабул ителгән. Әйтер кәрәк, Карл Маркс уларҙы, булғандары иҫбатланғанлыҡтан, телгә алған. Маркс бер ҡасан да тарих үҫешен был формацияларҙан торған схеманы тормошҡа ашырыуға ғына ҡайтармаған.

Фердинанд Тённистың Концепцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тённис Фердинанд (18551936), Германия. Немец классик социологияһына нигеҙ һалыусы. 1921 йылдан герман социологик йәмғиәтен етәкләгән. Тённистың социологияһы дәүләттең, хоҡуҡтың һәм социаль институттарҙың килеп сығыш проблемаһына рационалистик һәм тарихи ҡараштар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Төп хеҙмәте: «Берлек һәм йәмғиәт». Тённис үҙ предметын айырым рәүештә йөкмәтке характеристикаларға бәйләмәгән формаль социологияны ентекләп эшләгән. Был социологияның предмет һәм методологик үҙбилдәләнешенә ярҙам иткән. Шулай уҡ ул социология тарихында йәмғиәтте механик бәйләнеш булараҡ, берлекте субъектив-мәғәнәләш ысынбарлыҡ итеп аңлауға күсеүҙән торған антипозитивист түңкәрелеш яһаған.

Георг Зиммелдең формаль социологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георг Зиммель (18581918), Германия. «Формаль социология»ға нигеҙ һалыусы. Зиммель өсөн йәмғиәт — үҙ-ара йоғонто формалары йыйылмаһы (социация формалары), ә уларҙың сифатында тейеш, шуға күрә улар бөтөндөң функциональ элементы булараҡ түгел, ә үҙенән-үҙе өйрәнелергә тейеш. Зиммель тикшеренеүҙәренең төп объекты — йәмәғәтләштереү йәки үҙ-ара йоғонто яһау, килешеп эшләү, һәм ул йәмғиәткә ҡарата беренсел һанала.

Макс Вебер һәм «Аңлаусы социология»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Макс Вебер (18641920), Германия. «Понимающая социология»ға нигеҙ һалыусы. Бюрократия теорияһын эшләгән. Уны анализлау предметы — кешенең аңлайышлы төшөндөрөп бирерлек ҡылығы. Тарихты аңлауҙың социологияны аңлауҙан айырмаһы — индивидтың эш-хәрәкәтендә ниндәйҙер мәғәнә бар. Шулай итеп, социология предметы — субъектив рәүештә күҙ уңында тотолған мәғәнә менән бәйләнгән хәрәкәт. Индивид тарафынан асыҡтан-асыҡ билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеүгә йүнәлтелгән, йәғни, аҡыл менән уйлап эшләнгән ғәмәлдәр генә аңлайышлы. Ғәмәлдәр типологияһын төҙөгән: Маҡсат-рациональ (идеаль тип, саф рациональ ғәмәл), Ҡиммәт-рациональ, Аффектив, Традицион. Вебер буйынса, социология фәҡәт аңлатырға мөмкин булған ғәмәлдәрҙе генә өйрәнә.

Эмиль Дюркгейм — социологизм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эмиль Дюркгейм (18581917), Франция. Социологик реализмға һәм структур функционализмға нигеҙ һалыусы. Дин социологияһына нигеҙ һалыусы. Дюркгейм буйынса, социаль тормош нигеҙен ысынбарлыҡтың иҡтисади ла, психологик та, физик та факторҙарға ҡайтарып ҡалдырылмаған һәм күп кенә үҙ аллы характеристикаларға эйә социаль факттар тәшкил итә. Уның төп билдәләре — объектив, индивидтан бойондороҡһоҙ булған йәшәйеш һәм индивидҡа баҫым яһау һәләте — «мәжбүри көс». Социаль детерминизм принцибына ярашлы, ул, йәмғиәтте өйрәнгәндә, «ижтимағиҙы ижтимағи менән» «социальное социальным» аңлатыуҙы талап иткән. Уның «Үҙенә ҡул һалыу» һәм «Социология ысулы» тигән хеҙмәттәре киң билдәле.

Вильфредо Пареть — элиталар теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вильфредо Парето (18481923), Италия. Концепция «акцентуирланған гиперпозитивизм» тип атала. Уның фәлсәфә антропологияһы кешенең үҙе башҡарасаҡ эште башта уйлауы, шунан эшләүе менән бәйләнгән рационалистик моделенә ҡаршы йүнәлтелгән. Парето буйынса, кеше тәүҙә ниҙер эшләй, ә һуңынан ғәмәлдәренең нигеҙен эҙләй. Шулай итеп, кеше Фрейд рухында иррациональ һәм үҙ тәртибенең иррациональ нигеҙҙәрен рациональ яҡтан аңлатырға тырыша. Йәмғиәт — үҙ-ара бәйләнгән өлөштәр системаһы (йәмғиәттең механистик моделе). Элиталар теорияһы: элита бойороусан һәм потенциаль була. Паретоның төп тезисы — йәмғиәт ул аристократия зыяраты. Элиталар даими әйләнештә һәм хәрәкәттә тора. Парето аристократияның тарҡалыу билдәләрен тасуирлай: ул үҙенә ҙур байлыҡ үҙләштерергә тырыша һәм сиктән тыш либералгә әйләнә, шунан һәләк була.

АҠШ-та социологияның институционализацияһы үҙенсәлеге шунда: социология университет кафедраларына инеү мөмкинселеген алған. Америка социологияһының үҙенсәлеге — ғәмәли эштәргә йүнәлеш алыуҙа. Күптәр социология менән социаль эш араһында тигеҙлек ҡуя. Шул дәүерҙең төп проблемаһы — теоретик һәм методологик базаның булмауы. Ике төп характеристика — эмпиризм һәм прагматизм. Донъяла беренсе социология кафедраһы 1892 йылда Чикаго университетында барлыҡҡа килгән.

Уильям Томас (18631947). Флориан Знанецкий менән бергә АҠШ-та һәм донъяла социология үҫешенең боролошло мәлен аңлатҡан (case-study) «Польша крәҫтиәне Европала һәм Америкала» тигән ваҡиғаны тикшергән һәм тасуирлаған. Ситуацияны билдәләү тураһындағы: «Әгәр ҙә кешеләр ситуацияларҙы ысынбарлыҡта булған итеп ҡабул итәләр икән, улар үҙҙәренең эҙемтәләре буйынса ысын» теоремаһы менән ул тарихҡа ингән.

Флориан Знанецкий (18821958). Социология — төркөмдөң айырым вәкилдәре араһындағы мөнәсәбәткә, шулай уҡ төркөмдөң һәр вәкиленең дөйөм төркөм менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренә хас тәртипте өйрәнеүсе социаль ойоштороу тураһындағы фән. Социаль ойошманың үҙәге булып социаль институт сығыш яһай. Йәмғиәттең үҙгәреүе тирә-яҡ мөхит менән үҙ-ара йоғонто яһауы ул тип фекер йөрөтөлә. Йәмғиәт, тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашып, кеше — йәмғиәткә яраҡлашып үҙгәрә. Социаль эш-хәрәкәт концепцияһы эшләнгән: социаль эш-хәрәкәт — ул башҡа кешеләргә тәьҫир итергә ынтылған тәртип-торош. Эш-хәрәкәттең ике төрө төрө — яраҡлашыу һәм оппозиция.

Роберт Парк (18641944). Парк тәртип социологияны коллектив тәртип тураһындағы фән булараҡ аңлаған. Йәмғиәт — ул социаль контроль ойошмаһы. Социаль контроль — коллектив тәртипте үҙ-ара йоғонто яһауға әүерелдереүсе символдар, тамғалар һәм әһәмиәттәр йәмғиәте. «Ҡала» хеҙмәтендә социаль экология мәсьәләһе ҡаралған: социаль экология ҡаланы айырым социаль институттар һәм төркөмдәргә нығытылған структураға эйә үҙенсәлекле органик бөтөнлөк итеп ҡарау мөмкинлеген бирә. Социаль экологияны позицияларҙың ваҡыт һәм арауыҡтағы әһәмиәте ҡыҙыҡһындыра. «Ҡала» тигән хеҙмәтендә йәшәү өсөн көрәш («Иң яҡшылар өсөн иң яҡшыһы») принцибы буйынса айырыу принцибы күрһәтелгән. Йәмғиәттә тәртип ярҙамында динамик тигеҙлек булдырыла, азатлыҡ дәрәжәһе кәмей. Социаль экологияның үҙәк проблемаһы — тигеҙләнеш һәм көрсөк проблемаһы.

Уильям Огборн (18861959). Америка социологияһына психологик анализ индереүгә ҙур йоғонто яһаған. Фрейдтың невроздар һәм К. Паркерҙың индустриаль психоз теорияларын ҡулланған. Технологик детерминизм концепцияһы ла унан башланған. Социологияла яраҡлашыу, урбанизация, тәртип һәм контроль мәсьәләләре ентекләп тикшерелә башлаған.

Чикаго социология мәктәбенең үҙенсәлектәре:

1) методик-шәхес анализы

2) дәүләт заказы

3) конкретлыҡ һәм прагматизм

Пауль Лазарсфельд (19011976). Социологияла ҡулланылған сифат һәм һан ысулдарын ентекләп тикшергән. Социологтар ғөмүмөн кешене, ә методолог — эш өҫтөндәге социологты өйрәнә. Лазарсфельд бындай методология фәҡәт социологияның үҫеше барышында ғына барлыҡҡа килеүе мөмкин тип иҫәпләгән. Теория һәм практиканы айырмаҫ өсөн сифат һәм һан ысулдарының берҙәмлеген талап иткән.

Якоб Леви Морено (18921974). Социология, психология һәм фәлсәфә сиктәрендә торған яңы йүнәлешкә — социометрияға (бәләкәй төркөмдәрҙе тикшереү) нигеҙ һалыусы. Социометрияны антипозитивизм тип атарға мөмкин. Был социаль фәндең һәм тәжрибәнең айырым мәктәбе, социаль күренештәргә айырым мөнәсәбәт. Морено үҙенең процедураһын психоанализға ҡапма-ҡаршы ҡуя. Морено буйынса, социаль ысынбарлыҡ — йәмғиәттең тышҡы кәүҙәләнешенең һәм социометрик матрицаның оҡшашлығы.

Хәҙерге социология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Структур-функционалистик парадигма

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альфред Рэдклифф-Браун (18811955), йәмғиәтте өйрәнеүгә системалы мөнәсәбәтте беренсе булып ҡуллана. Уның фекере буйынса, йәмғиәт — ул йәшәү өсөн кәрәк булған шарттарға эйә булыусы һәм шуның арҡаһында социаль институттар барлыҡҡа килтереүсе суперорганизм. Социаль күренештәрҙең функциялары — теләктәшлек булдырыу һәм уға ярҙам итеү.

Бронислав Каспар Малиновский (18841942) функция төшөнсәләренә асыҡлыҡ индергән һәм мәҙәниәтте өйрәнгәндә функциональ ҡарашты ҡулланған. Йәғни тәүтормош йәмғиәтенең һәр элементы мөһим функция үтәй.

Толкотт Парсонс (19021979). Донъя социологияһы классигы, система-функциональ өлгөгә нигеҙ һалыусы. Метатеорияны — хәрәкәт теорияһын, һәм уға нигеҙләнеп — системалар теорияһын ентекләп тикшергән. Эш-хәрәкәттең (ғәмәлдең) элементар структураһын тәҡдим иткән:

  1. Агент (ҡатнашыусы кеше) = актор. Организм булараҡ түгел, ә аң булараҡ аңлатыла, «Мин».
  2. «Маҡсат» — үтәлеп ятҡан ғәмәл йүнәлтелгән әйберҙәрҙәрҙең көтөлгән урын-хәле.
  3. Ғәмәл ситуацияһы хәле (ул сараларға һәм шарттарға бүлгеләнгән). Саралар контролдә тотола, ә шарттар — юҡ.
  4. Нормативлы йүнәлеш — сараларҙы ҡиммәте буйынса баһалау сикләүҙәр һала.

Йәмғиәттең үҙе өсөн функционализмдың төп һыҙаттары:

  1. Йәмғиәт система булараҡ ҡарала.
  2. Системаның процестары уның өлөштәренең үҙ-ара бер-береһенә бәйләнгәнлегенән сығып ҡарала.
  3. Организмға оҡшап, система сикләнгән булып һанала (йәғни унда уның сиктәрен һаҡлауға йүнәлтелгән процестар эшләй).

Теләһә ҡайһы социаль системала ла үтәлергә тейешле төп функциялар:

  1. Адаптация — система шарттарға {{comment|яраҡлаша.
  2. Маҡсатҡа өлгәшеү — аныҡ маҡсаттарға өлгәшеү һәм һөҙөмтә алыу өсөн сараларҙы туплау.
  3. Интеграция — элементтар араһында бәйләнеш.
  4. Өлгөнө яңынан етештереү (латентлыҡ) — эске ныҡлыҡ запасы (социаль системалар өсөн) һәм элементтар араһындағы көсөргәнеште күтәрә алыу мөмкинлеге.

Теорияны Роберт Кинг Мертон (19102003) эшләп еткергән. Социологияға «ТСУ» төшөнсәһен — (Уртаса кимәл теорияһын), асыҡтан-асыҡ һәм латентлы функцияларҙы индергән. Бөтөнләй биләп алыусы теория төҙөүҙе ваҡытынан элек тип иҫәпләгән, сөнки бының өсөн материалдар юҡ тигән. Уның фекеренсә, Парсонс теорияһы практикала  ҡулланырлыҡ түгел, сөнки альтернатива — ТСУ — кәрәк. ТСУ — эмпирик мәғлүмәт менән нығытылған сикләнгән күренештәр даирәһенә йүнәлтелгән теориялар (мәҫәлән, енәйәтселекте өйрәнеү  девиация теорияһына материал бирә һ. б.). Роберт Мертондың функциональ анализының төп теоремаһы: «Бер үк төрлө күренеш күп төрлө функцияларға эйә булған кеүек — бер үк төрлө функция төрлө күренештәр менән төрлөсә үтәлеүе мөмкин»

Концепцияны Б.Скиннер (19041990) ентекләп эшләгән. Скиннер хайуандарҙың тәртибенә хас элементар принциптар кеше тәртибенә лә характерлы тип һанаған. Индивидтың тәртибе тирә-яҡ мөхит (тел, ғөрөф-ғәҙәт) шарты менән сикләнә һәм контролдә тотола.

Дж. Хоманс (19101989) был нигеҙҙә алмашыу теорияһын ентекләп эшләнгән. Хоманс буйынса социологияның төп проблемаһы: психологик торошона ярашлы, күп кеше тәртибенең тотороҡло социаль структураларҙы барлыҡҡа килтереү һәм ярҙам итеү өсөн берләшеүе. Хоманс кеше тәртибен дәртләндереү һәм язалау менән алмашыу кеүек итеп концептуаллләштерә. Оперантлы тәртип — өҫтәмә ярҙам.

Символик интеракционизм

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чарльз Хортон Кули (18641929). Ул үҙен социолог тип түгел, ә социаль психолог тип атаған. Интеракционистарҙы борсоған төп проблема — ике индивидтың үҙ-ара йоғонто яһауы нисек итеп социаль структураны формалаштыра, һәм үҙ-ара тәьҫир итеү  селтәре ролен үтәгән кеүек сығыш яһап, индивидтарҙы формалаштыра. Кули буйынса, кеше тәбиғәте  — коммуникация емеше. Кеше шәхес булып үҫешә һәм кешеләр араһында интеракция ярҙамында үҙенең «Мин»ен үҫтерә. Һәр индивид — кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлекле комбинацияһының билдәле емеше. «Мин» һәр ваҡыт йылдам, ул даими рәүештә үҙгәреш кисерә.

Дж. Г. Мидтың символик интеракционизмы (18631931). Мид үҙе бер нәмә лә яҙмаған, уның китабы студенттарҙың лекцияһы буйынса яҙылған. Мидтың төп тезисы — шәхес һәм социаль ғәмәл социализация процесында символдар ярҙамында формалашҡан тип, улар үҙ-ара бәйләнеш һәм социаль процесында ирешелә приобретаются һәм уның ҡатнашыусыларының социаль үҙ-ара тәьҫир итеүе процесында үҙ-ара дәлилләнә һәм үҙгәрә. Был контекста кешенең төп һәләте — интерпретацияға һәләт һәм аңлау. Социологияға «Self» — «Үҙлек» төшөнсәһен индергән. Был кеше үҙенә объект булараҡ ҡарауын аңлата (рефлексия). Self-тың булыуы донъяны интерпретациялау мөмкинлеген бирә. Self I һәм Me-ға бүленә. «Me» — индивид тарафынан ҡабул ителгән һәм үҙләштерелгән социаль ҡоролмаларҙың, нормаларҙың, диспозицияларҙың ойошторолған йыйылмаһы. «I» — импульсив МИН. Me — кешеләргә ҡарата талаптар, ә I — быға ҡарата реакция, рефлексланмаған өлөш.

Феноменологик социология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альфред Шюц (1899—1959). Феноменология — аңда тәбиғи көйө һаҡланған һәм һығымта менән бәйләнмәгән феномендар тураһындағы фән. Шюцтың феноменологик социологияһында төп төшөнсәләр: томошсан донъя һәм тәбиғи маҡсат. Беренсенән — был аң йүнәлгән бар нимә. Икенсеһе — рефлексивлыҡҡа саҡлы ҡараш. Кешенең социаль тәжрибә алыуы һәм был тәжрибәнең донъя менән аралашыуҙы билдәләүе феноменологияның предметы булып тора. Кешеләрҙең бер-береһен аңлауы типиклаштырыу һәм идеалләштереү процестары арҡаһында килеп сыға.

Питер Бергер (1929) Лукман һәм Томас Лукман (1927 йылда тыуған) белем социологияһы буйынса  «Ысынбарлыҡты социаль ҡороу (1966) тигән трактат яҙған.

Бергер-Лукман буйынса, йәмғиәт үҙ эсенә ике төп момент индерә: субъектив, шулай уҡ объектив ысынбарлыҡ бар. Йәмғиәт — өҙлөкһөҙ диалектик процесс. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә дөйөм мәғәнәләр эшләп сығарыла, ә үҙ-ара  йоғонто типиклаштырылған. Йәмғиәт объектив ысынбарлыҡ булараҡ экстернализация һәм объективацияла  (институционализацияны индереп) төҙөлә. Ул камиллашҡан белем тапшырыу өсөн кәрәк. Белемде тапшырыу өсөн уны объективлаштырыу кәрәк.  Быны тәүләп эшләгән быуын өсөн ул субъектив, ә артабанғы өсөн — объектив. Роль төшөнсәһе мөһим, сөнки ул институционализацияны күрһәтә. Социализация барышында объективлаштырылған социаль донъяны аң аша күсереү процесы — интернализация. Кеше — социаль продукт, йәмғиәт һәм объектив ысынбарлыҡ, һәм кеше продукты.

Франкфурт мәктәбе неомарксизмы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франкфурт мәктәбенә 1930 йылда нигеҙ һалынған. 1933 йылда ул АҠШ-ҡа күскән. Төп вәкилдәре: М. Хоркһаймер, Т. Адорно, Г. Маркузя, Э. Фромм. Методологик принциптар:

  1. Позитивизмда ҡиммәттәрҙе һәм факттарҙы айырыуҙы инҡар итеү (Дюркгейм мәғәнәһендә).
  2. Гуманизм, кешене эксплуатацияның бөтөн формаларынан азат итеүгә ысын күңелдән ышанғанлыҡ.
  3. Социаль мөнәсәбәттәрҙә кешелек башланғысының әһәмиәтлегенә акцент яһау.

Франкфурт мәктәбе ғалимдарының хеҙмәттәре башлыса капиталистик йәмғиәтте тәнҡитләүгә йүнәлтелгән.

Интеграль синтез теорияһы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрген Хабермас (1929) - Франкфурт мәктәбенең һуңғы вәкиле. Интеграль синтез теорияһының беренсе вәкиле. Марксизмды заманса фәлсәфәнең / социологияның (герменевтика, феноменология) иң яңы тенденциялары менән тоташтырырға тырыша. «Коммуникатив хәрәкәт теорияһы» хеҙмәтен яҙған. Үҙенең критик масштабтарын асыҡларға ынтылған йәмғиәт теорияһы: фәҡәт коммуникатив модель аң структураһының универсалистик рационалистик потенциалын асыҡлау һәм был потенциалды модернизацияның социаль процестарында күрһәтеү мөмкинлеген биргәнлектән, йәмғиәт теорияһын коммуникация парадигмаһына  күсерергә тырышыу. Йәмғиәтте тикшереүҙең ике ысулы бар — йәшәү лонъяһы булараҡ йәмғиәт һәм социаль система булараҡ йәмғиәт. Йәшәү донъяһы — субъекттың йәмғиәткә ҡарашы, система — йәмғиәт ситтән күҙәтеүсе позицияһынан. Система тормош донъяһын колонизациялай. Һөҙөмтәлә ул емерелеүе мөмкин. Бынан рационалләштереү юлы менән сығып була.

Пьер Бурдьеның конструктив структурализмы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пьер Бурдье (19302002). Теоретик позиция: теоретик һәм эмпирик социологияны ҡаршы ҡуйырға маташыуҙан ҡотолорға тырыша (ғәмәли социолог). Бурдье маҡсаттары — объектив структуралар менән  субъектив күренештәр араһындағы диалектик бәйләнеште өйрәнеү. Һәм ул төшөнсә урынына Субъект һәм индивид төшөнсәләре урынына стратегияны, йәғни тәжрибәләр системаһын бойомға ашырыусы «агент» төшөнсәһен индерә. Шулай уҡ төп төшөнсәләргә «габитус» һәм «ҡыр» инә. «Габитус» төшөнсәһен Марсель Мосс индергән. Габитус — агент һәм уның вәкиленең тәжрибәһен тыуҙырыусы һәм структурлаштырыусы үҙләштерелгән диспозициялар системаһы. Бурдье структура төшөнсәһенән баш тартҡанлыҡтан, ул уны "ҡыр" төшөнсәһе менән алмаштыра. Ҡыр — объектив позициялар араһындағы бәйләнеш селтәре. Бурдье күбеһенсә  капиталдың өс: иҡтисади, мәҙәни, социаль ҡырҙары һәм төрҙәре тураһында һөйләй. Ентекләберәк «Пьер Бурдьеның социологик яҫылығыы» сайтында ҡара.

  • История социологии в России
  • Социальная философия
  • Школы и направления в западной макросоциологии
  • Социология революции
  • Галактионов А. А. Русская социология IX-XX веков: Учебник. - СПб.: Издательство "Лань", 2002, - 416 с.
  • Введение в историю российской социологии М.: Эконом-пресс, 2000.
  • История социологии в Западной Европе и США. М.: Информ-М, Норма, 1999.
  • История буржуазной социологии XIX — начала XX века / Под ред. И.С. Кона. Утверждено к печати Институтом социологических исследований АН СССР. — М.: Наука, 1979. — 6400 экз.
    • В перевод этой книги на английский язык включена новая, 13-я глава «Социология в предреволюционной России» («Sociology in Prerevolutionary Russia» by Igor Golosenko):
      A History of Classical Sociology / Edited by Prof I.S. Kon. Translated by H. Campbell Creighton, M.A. (Oxon). — Moscow: Progress Publishers, 1989. — 376 p. — (Student's Library). — 15 230 экз. — ISBN 5-01-001102-6.
  • История теоретической социологии Т.1. М.: Канон, 1997.
  • История теоретической социологии Т.2. М.: Канон, 1998.
  • История теоретической социологии Т.3. М.: Канон, 1998.
  • История теоретической социологии Т.4. М.: Канон, 2000.
  • Докторов Б. З. Биографические интервью с коллегами-социологами 2019 йыл 6 март архивланған. 4-е дополненное издание [электронный ресурс] / Ред.-сост. А. Н. Алексеев. Ред. электр. издания Е. И. Григорьева. М.: ЦСПиМ, 2014. С.1687