Исхаҡов Фән Ғәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Исхаҡов Фән Ғәйнетдин улы (2 сентябрь 1932 йыл — 11 март 2014 йыл) — «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены кавалеры (1973), бригадир һәм тракторсы. 1954 йылдан Ҡырмыҫҡалы Салауат исемендәге колхозы ағзаһы. СССР ВДНХ-ның Алтын (1970) һәм Бронза (1977) миҙалдары менән бүләкләнә. Ҡырмыҫҡалы районының маҡтаулы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фән Ғәйнетдин улы Исхаҡов 1932 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыуған. Ҡарлыман мәктәбендә белем ала. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 15 йәштә ата-әсәһеҙ ҡалғас, “Сулпан” колхозында тракторсы ярҙамсыһы булып эш башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, тракторсылар курсын тамамлап, 1954 йылда Салауат исемендәге колхозда тракторсы булып эш башлай. Шул йылдарҙа район баҫыуҙарында кукуруза үҫтерелә башлай һәм был яуаплы эш бригаданың иң алдынғы тракторсыһына йөкмәтелә. Кукурузаны үҫтереү ҙур тырышлыҡ һәм уны үҫтереү технологияһын теүәл үтәлешен талап итә. Бигерәк тә тәүге йылдарҙа, яңы технологияны үҙләштергән мәлдә, сәсеү шаҡмаҡлап, үлсәү сымы ярҙамында атҡарыла. Фән Ғәйнетдин улы кукурузаны үҫтере серҙәрен тиҙ үҙләштереп, минераль ашламалар ҡуллана, төрлө ҡулланмалар менән азот ашламаһын аммияк һыуы итеп тупраҡҡа керетә. Был үҙ сиратында, яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә һәм йәшел массаны арттырыуға булыша. Кукуруза баҫыуҙарының гектарынан 300—400, хатта республикала рекордлы 600 центнер йәшел масса уңышы алып, Фән Ғәйнетдин улы күп тапҡырҙар райондың «Иң алдынғы кукуруза үҫтереүсеһе» исеменә лайыҡ була.

Бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы, аҙаҡ комплекслы бригада бригадиры булып эшләү осоронда ла ул талапсан булыуынан тыш, йәш механизаторҙар менән бай эш тәжирбәһен уртаҡлаша, техника нескәлектәрен өйрәтә, уларҙа крәҫтиән хеҙмәтенә һөйөү тәрбиләй. Фән Ғәйнетдин улы етәкләгән Ҡарлыман комплекслы бригадаһы иген, техник һәм мал аҙығы культураларын үҫтереүҙә, һыйыр малы һәм һарыҡ үрсетеүҙә һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп эшләй. Фән Ғәйнетдин улы «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены, СССР ВДНХ-ның Алтын һәм Бронза миҙалдары менән бүләкләнә, 1970 һәм 1977 йылдарҙа СССР ВДНХ ҡатнашыусыһы булып раҫлана, БАССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының һәм район хакимиәтенең Маҡтау Грамоталары менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1973)
  • "Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн" миҙалы (1970)
  • "Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы" билдәһе (1976)
  • "Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы" билдәһе (1985)
  • СССР ВДНХ-ның Алтын (1970) һәм Бронза (1977) миҙалдары
  • БАССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы
  • Район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары
  • Ҡырмыҫҡалы районының маҡтаулы гражданы.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тормош иптәше Рухана Нурмөхәмәт ҡыҙы Исхаҡова (ҡыҙ фамилияһы Хөсәйенова; Ҡырмыҫҡалы районының алдынғы сөгөлдөрсөһө).
  • Өс улы - Флүр (1955 йылғы) УМПО мастеры, Фәниль (1963-2019 й.) Кырмыҫҡалы ДРСУ етәксеһе, РФ атҡаҙанған төҙөүсеһе, Илдар (1972 йылғы) эшҡыуар, ике ҡыҙы - Әлфиә (1957 йылғы) уҡытыусы, Фәрзәнә (1961 йылғы) бухгалтер.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


[[Категория:]] [[Категория:]]