Их, миленький нуғайҙың ҡыҙҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Их, миленький нуғайҙың ҡыҙҙары
Рәсем
Барлыҡҡа килгән Ырымбур губернаһы һәм Баймаҡ районы
Автор башҡорт халыҡ йыры[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 1921

«Их, миленький нуғайҙың ҡыҙҙары» — башҡорт халыҡ йыры. Йырҙы һәм уның тарихын Кәрим Дияров 1921 йылда Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылынан Байбулатов Ғатау Ҡазихан улынан яҙып алған.[1]

Йыр Ырымбур ҡәлғәһен төҙөргә ҡыуылған башҡорт ир-егеттәре тарафынан сығарылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур ҡалаһын төҙөгән йылдарҙа башҡорттарҙы һәм башҡа халыҡтарҙы мәжбүри рәүештә ҡала төҙөлөшөнә ебәргәндәр. Бащҡорт ир-егеттәре, бәғзеләре ат менән, бәғзеләре йәйәүләп, Ырымбурға ағыла, юлда төн ҡунып китеү өсөн төрлө ауылдарҙа туҡталырға тура килә. Шулай юлсылар нуғайбәк халҡы менән танышып, аралашып китә. Төҙөлөшкә юлаусы башҡорттар араһында ҡурайсылар, йырсылар ҙа була, ялға туҡтаған ауылдарҙа йырлап-бейеп күңел асҡандар. Ауыл йәштәре лә уйынсылар янына йыйылып, уйнап-көлөп күңел асҡан. Урындағы йәштәр менән башҡорт егеттәре араһында дуҫлыҡ бәйләнештәре башлана. Башҡорт егеттәренең бигерәк тә ҡурай моңдары ҡыҙҙарҙы әсир иткән. Башҡорт егеттәре нуғайбәк ҡыҙҙарына ғашиҡ булып, аҙаҡтан бындағы һылыуҙарға өйләнеп ҡуйғандары ла булған. Бер сәсән егет үҙенә күрә көй сығарған:[2]

Ырымбурҙың, ай, ҡыҙҙары,

Зифа буйлы, зифа буйлы,

Змфа буйлы үҙҙәре:

Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле,

Бигерәк матур йөҙҙәре,

Их миленький нуғайҙың ҡыҙҙары,

Һыу һораһаң, бал бирә үҙҙәре.

Егеттең йыры башҡорттар араһында ғына түгел, урындағы халыҡ араһында ла тиҙ таралып киткән. Ҡурайсылар, йырсылар был йырҙы киләсәк быуынға мираҫ итеп еткергән.


Ырымбур тигән бер ҡалала

Сибәр ирҙәр, сибәр ирҙәр,

Сибәр ирҙәр мал таба,

Һөйөп йөрөп, үлеп китһәң, Һөйгәнең ятҡа ҡала,

Их миленький нуғайҙың ҡыҙҙары…

Һыу һораһаң, бал бирә үҙҙәре.

Ырымбурҙан ҡайтҡанымда

Бер тин аҡсам ҡалманы, бер тин аҡсам ҡалманы,

Бер тин аҡсам ҡалманы.

Һөйгән йәрем илап ҡалды,

Алып ҡайтып булманы.

Ырымбурҙан ҡайтҡанымда

Аяҡтарым, аяҡтарым бик талды,

Һөйөп йөрөп ала алманым,

Һөйгәнем ятҡа ҡалды,

Ашығып-ашығып аға ла ҡар һыуы,

Ник баҫылмай йөрәгем ярһыуы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кәрим Дияров. Сал Уралдың моңдары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 150 с. — ISBN 5-295-00066-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]