Ицукусима ғибәҙәтханаһы
Ицукусима ғибәҙәтханаһы 厳島神社 | |
---|---|
Тория яғынан күренеш | |
Арналған | Итикисима-химэ, Тагори-химэ, Тагицу-химэ |
Нигеҙләнгән | Батшабикә Суйко, I йыл (593, легендаға ярашлы) |
Рэйсай | Ай календаре буйынса 17 июнь (Кангэнсай) |
Адрес | 広島県廿日市市宮島町1-1 |
Сайт | itsukushimajinja.jp |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 776 рус. • англ. • фр. |
Ицукусима ғибәҙәтханаһы (урыҫса Святилище Ицукусима |厳島神社|Ицукусима-дзиндзя}}(яп. 厳島神社 Ицукусима-дзиндзя) — Японияла синтоистарҙың Ицукусима утрауындағы (Миядзиме), Хиросима префектураһындағы ғибәҙәтханаһы. 1996 йылдан башлап ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. Ғибәҙәтхананың байтаҡ ҡоролмаларының өлөшө һәм комплекстың мөлке япон хөкүмәте тарафынан илдең милли байлығы тип һанала.
Беренсе тапҡыр ғибәҙәтхана бында яҡынса VI быуатта Сусаноо-тик Микотон исемле хоҙайҙың өс ҡыҙы хөрмәтенә төҙөлгән. Һуңғараҡ комплекстың ҡоролмалары бер нисә тапҡыр емерелгән.. Хәҙерге ҡаралдылары XVI быуатта төҙөлгән . Уның нигеҙендә 1168 йылда ғибәҙәтхананы яңынан тергеҙә башлаған эре хәрби начальник Тайра Киёмориҙың нигеҙләгән дизайны ята .
Ицукусима ғибәҙәтханаһының ритуаль ҡапҡалары йәки ториялар Японияның ҙур популырлыҡ яулаған иң күренекле урындарының береһе булып тора. Ҡомло Аманохасидатэ мороно һәм Мацусима ҡултығы менән бергә утрауҙағы ҡалҡыулыҡтарҙың бер яғынан был ҡапҡаларға(ториялар) ҡарағанда ул «Японияның өс данлыҡлы пейзажы» тигән данлыҡлы күренештәрҙең береһе булып тора. Ториялар 1168 йылда уҡ төҙөлгән булһалар ҙа, уларҙың хәҙерге конструкциялары 1875 йылда төҙөлгән. Ториялар камфорағасынан төҙөлгән, уларҙың бейеклеге — 16 метр.
Был матур урынды ҡарарға килеүселәр, ритуаль ҡапҡаларҙың бағаналарының тишегенә тимер тәңкәләр һалып , үҙҙәренең теләктәренең тормошҡа ашыуын теләгәндәр. Диңгеҙҙәге һыу ҡайтҡан саҡта был ҡапҡалар янына атлап барырға мөмкин.
-
Строения святилища на воде
-
Коридоры и залы святилища на сваях
-
Камон святилища Ицукусима
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ицукусима ғибәҙәтханаһы