Ишбирҙин Сәфәрғәли Бәҙретдин улы
Ишбирҙин Сәфәрғәли Бәҙретдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1905 |
Тыуған урыны | Иҫән, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1968 |
Һөнәр төрө | шахтёр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ишбирҙин Сәфәрғәли Бәҙретдин улы (рус. Ишбердин Сафаргали Бадретдинович; 1905 йыл — 1968 йыл) — Баймаҡ районында колхоз рәйесе, шахтёр-забойсы, шартлатыусы. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951) кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәли Бәҙретдин улы Ишбирҙин 1905 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Иҫән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҫмер сағынан уҡ Иҫән ауылының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. ВКП(б) ағзаһы итеп ҡабул ителә. Колхоз рәйесе вазифаһында ла эшләй. Әммә 1935 йылда Түбә алтын йыуыу фабрикаһына забойсы булып эшкә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 12-шәр сәғәт шахтанан сыҡмай эшләргә тура килә уға. Эшсе ҡулдар етешмәгән мәлдә шартлатыусы һөнәрен дә үҙләштерергә тура килә. 1947 йылда һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул миҙал менән бүләкләнә[1].
Һуғыштан һуң да забойсы булып эшләүен дауам итә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1951 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Ә 1952 йылда уға «СССР-ҙың почётлы таусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәфәрғәли Бәҙретдин улы ҡатыны Зөләйха менән туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә. Өлкән улы Сирғәли бер мәл Темәс урта мәктәбе директоры булып эшләй. Ә Сания ҡыҙы, атаһы кеүек таусы булып китә: Яҡутстанда алмаз сығарыу ойошмаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951);
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1947);
- «СССР-ҙың почётлы таусыһы» (1952).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйғәфәров Ә. М. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы. Өфө. 2019. Китап. Т. 350 экз. — 300 б.