Эстәлеккә күсергә

Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов битенән йүнәлтелде)
Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы
Тыуған көнө

13 май 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР, Күгәрсен районы, Эткөсөк ауылы[1]

Вафат көнө

12 февраль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Стәрлетамаҡ

Ил

СССР, Россия

Альма-матер

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты (1973)

Награда һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1981

Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (13 май 1935 йыл12 февраль 2013 йыл) — әҙәби тәнҡитсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).

Ғалим 2013 йылдың 12 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. Ғ. Вәлитовтың фәнни эшмәкәрлеге З. А. Биишева, Ж. Ғ. Кейекбаев, М. Кәрим, Ә. Хәким һ. б. әҫәрҙәренең стиль һәм жанр Үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған «Ижади үрҙәргә» (1986) китабында фольклор традицияларының әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшерә; А. Х. Абдуллин, Р. Ғ. Солтангәрәев, Ш. М. Янбаев һ. б. әҫәрҙәрен анализлай. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Ижади үрҙәргә. Өфө, 1986.
  • Зәйнәб Биишева ижады. Өфө, 1980 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995);
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979);
  • З. Биишева исемендәге премия лауреаты (2011);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981).
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Яңауыл ауылы.

Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.