Эстәлеккә күсергә

Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(З. А. Биишева битенән йүнәлтелде)
Зәйнәб Биишева
Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 24 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө шағир, драматург, яҙыусы, новеллист
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Жанр театр пьесаһы[d], повествовательная поэзия[d], шиғыр[d] һәм драма[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Зәйнәб Биишева беренсе Президент Мортаза Рәхимов менән

Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы (2 ғинуар 1908 йыл24 август 1996 йыл) — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1990), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968), өс «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1968, 1976) кавалеры.

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе[1] Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.

1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.

1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Беренсе яҙған хикәйәһе 1930 йылда "Гөрләүектәр араһында"исеме менән "Октябрь" журналында сығарыла. 1942 йылда "Партизан малай" повесын баҫтыра. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», "Ҡояш нимә тине", "Башаҡ",«Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», "Өмөт бөрөләре", «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. "Салауат монологы", "Имән" поэмалары авторы.

«Яҡтыға» трилогияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Яҡтыға» трилогияһы — тарихи-революцион әҫәр. Өс китап-романдан тора: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш». Ваҡиғалар төп героиня Гөлйемеш-Емеш исемле ҡыҙ тарафынан һөйләнелә. Емештең әсәһе Сәғүрә үлеп ҡалғас, ҡыҙҙың ике апаһы — Бибеш, Йәнеш һәм ағаһы Иштуған өсөн яңы тормош, бер үк ваҡытта ауырлыҡтар башлана. Атаһы Байгилде күрше ауылдан Сәрбиямал исемле, үҙенең балалары булмаған уҫал, үҙ һүҙле ҡатынды балаларына үгәй әсәй итеп алып ҡайта. Сәрбиямал үҙе әсә булып ҡарамаған, был тойғоно татымаған кеше — балаларға артыҡ уҫал, талапсан була. Үҫмерлектән яңы сығып килгән Бибеште күрше ауылға оло ғына кешегә, Хөснөлхаҡҡа кейәүгә, уҫал ҡәйнә янына көсләп бирәләр. Өйҙә ҡалған өс балаға ла «көн» булмай. Аҙаҡ үгәй әсә, Байгилдене өгөтләп, ғаиләһе менән үҙ ауылына күсереп алып ҡайтыуға өлгәшә. Бына ошондағы кәмһетелеүҙәр (бигерәк тә, бай балалары тарафынан), «килмешәк» тип атауҙарын кескәй Емеш ауыр кисерә һәм беренсе китаптың да исемен тап «Кәмһетелгәндәр» тип аталыуы осраҡлы түгел. Бында шулай уҡ үгәй әсәнең Әхмәтша исемле ҡомһоҙ бер бай менән атаһына хыянат итеүе, Иштуғандың Айһылыу исемле ҡыҙҙы урлап китеүен, апаһы Йәнеш менән Сәрбиямал тарафынан ҡыйырһытылыуҙары хаҡында ла һүҙ бара.

Икенсе китап «Оло Эйек буйында» — был Емештәрҙең йәшәгән ауылы, исеменән үк күренеүенсә Оло Эйек исемле йылға буйында йәшәүҙәре хаҡында һүҙ бара. Китаптың башында уҡ, аҡтар тарафынан Йәнешкә снаряд ярсығы тейеп үлә, атаһы ла үлеп ҡала. Уларҙың артынса уҡ ағаһы менән еңгәһе Ҡыҙыл армияһы сафында ҡайтып төшәләр һәм Емеш Бибештәрҙә ваҡытлыса йәшәй башлай. Апаһы менән йәшәгән осорҙа Емеш ҡоҙағыйы Таибә әбейҙең оло йөрәкле, ҡыйыу, тормош ауырлыҡтарына баҙап ҡалмаған, уңған кеше-әсә икәнен аңлай.

Өсөнсө китап — «Емеш» — төп героиняның балалыҡ осоронан сығып, тормошҡа яңыса бағыуы, ауылда ағаһы Иштуғандар тарафынан асылған мәктәптә уҡыуы, һуңынан Ырымбурға китеп педучилищела уҡыуы, унда яңы дуҫтар табыуы, Байрас менән беренсе мөхәббәт тарихы ла яҙыла.

  • «Кәмһетелгәндәр» романы
  • «Оло Эйек буйында» романы
  • «Емеш» романы
  • «Уйҙар, уйҙар» повесы
  • «Дуҫ булайыҡ» повесы

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 14 октябрендә Өфөлә Октябрь проспектындағы аллеяла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асылды[2].

1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан «Зәйнәб Биишева», 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына ҡарата «Беҙҙең Зәйнәб» исемле документаль фильмдар төшөрөлә (режиссёр, сценарий авторы Ә. Абдразаҡов).

Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәләр:

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 121-122 с. ISBN 5-295-02294-3.

Дом, в котором жила Биишева З. А. Коммунистическая улица, 71.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар