Эстәлеккә күсергә

Ишембай филателияла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
СССР-ҙың художестволы маркалы конверты (1975): Ишембай ҡалаһы. Башҡортостан нефтен асыусыларға һәйкәл
СССР-ҙың художестволы маркалы конверты (1981): Ишембай ҡалаһы. Башҡортостан нефтен беренсе табыусыларға һәйкәл
Рәсәйҙең художестволы маркалы конверты (2007): Ишембай ҡалаһы. Башҡортостанда нефть табылыуҙың 75 йыллығы айҡанлы

Ишембай филателияла — Ишембай ҡалаһына, уның менән бәйле шәхестәргә, шулай уҡ һуғыш йылдарында ишембайҙар тарафынан ебәрелгән хаттарға арналған һәм башҡа филателистик материалдар (почта түләүе билдәләре, штемпел һәм башҡалар) йыйылмаһы. «Нефть», «Башҡортостан» һәм улар менән бәйле ҡайһы бер башҡа тематика буйынса марка һәм конверт коллекционерҙары өсөн ҡыҙыҡлы.

Ишембай почтаһы тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцияға тиклем почта тракты Байғужа ауылы аша үтә (хәҙер Ишембай сигенән 1 км) һәм артабан Стәрлетамаҡҡа китә.

Эшселәр ҡасабаһы Ишембайға почтаны Ишембай тимер юл станцияһына алып килгәндәр, артабан Ағиҙел йылғаһы аша кәмәлә, паромда сығарғандар.

1940 йылда Ишембайға ҡала статусы бирелгәндә, Перегонный һәм Иҫке Ишембай биҫтәләрендә ҡала элемтә бүлексәләре эшләй.

2012 йылдың 25 декабренән алып 2013 йылдың 3 ғинуарына тиклем Өфө, Ишембай, Бәләбәй һәм Туймазы ҡалаларында «Яңы йыл менән!» тигән махсус штемпель менән яҙма корреспонденцияһының маркаһын ғәмәлдән сығарыу буйынса аҙналыҡ саралар үтә.

Почта конверттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 йылда тейешле һүрәт һәм текст менән сығарылған тәүге маркалы конверт Советтар Союзы граждандарына «Башҡорт АССР-ы СССР-ҙа нефть сығарыу буйынса өсөнсө урынды биләй» тигән мәғлүмәт бирә.

Башҡортостанда нефть асыусыларға монумент 1975, 1981 2000, 2007 йылдарҙағы маркалы һәм марка ҡуйылмаған конверттарҙа һүрәтләнә. Почта конверттарындағы Башҡортостан тематикаһына ҡағылышлы башҡа сюжеттар һымаҡ Ишембайҙағы һәйкәлдәр менән бәйле сюжеттарҙы ла Яков Иосифович Гельблу тәҡдим итә[1].

1980 йылда Башҡортостанда бер миллиард тонна нефть сығарыла. Был ваҡиға шул уҡ йылда маркалы конверттарҙа сағылыш таба[2].

Ишембай ауылы эргәһендәге данлыҡлы 702-се скважинанан 1932 йылда «ҡара алтындың» беренсе фонтан бәреүе 1982 йылда Башҡортостан нефтенең 50 йыллығына арналған конвертта күрһәтелә. Нефть сығарыуҙың етмеш йыллығы 2002 йылғы маркалы конвертта сағыла.

2007 йылда почта бүлексәләре «Башҡортостанда нефть асыуға 75 йыл» тигән художестволы маркалы конверттар ала. Ишембай ҡалаһы хакимиәте «Марка» баҫма-сауҙә үҙәгенә тәҡдим иткән фотоһүрәттәрҙә «ҡара алтын» асыусыларға монумент сағыу һәм тантаналы һүрәтләнә.

2011 йылдың йәйендә Ишембай нефтенә нигеҙ һалыусыларға бағышланған ике конверт сыға, авторы — рәссам Х. Бәҙретдинов[3].

27 июндә Андрей Алексеевич Трофимукҡа арналған конверт, ә 27 июлдә — Иван Михайлович Губкинға арналған конверт сыға. Каталог буйынса был ике конверттың номеры — 2011—130 һәм 2011—152.

  1. Статья «Рисунки на почтовых конвертах». «УФА»: Ежемесячный столичный журнал.
  2. На конверте — ишимбайский памятник. Инфо-выставочный портал «UfaExpo.ru». Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 31 октябрь архивланған.
  3. Художники
  • Березин В. Рисунки на почтовых конвертах // Уфа: журнал. — 2007. — № 3 (64) (март).
  • Ишимбаев И. Ишимбай в филателии. // Коллекционер Башкирии. — 2015. — № 11—12 (62—63; 5 ноября). — С. 2.
  • Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 449. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Сухарев А. И. На конверте — ишимбайский памятник // Почтовый курьер. — 2007. — № 11 (июнь).
  • Сухарев А. И. На конверте — ишимбайский памятник // О марках — без помарки. — Уфа:
  • Вагант, 2010. — C. 87—88. — 186 с. — ISBN 978-5-9635-0231-0.