Эстәлеккә күсергә

Ишембай машиналар эшләү заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай машиналар эшләү заводы
Нигеҙләү датаһы 1901
Кем хөрмәтенә аталған Сталин Иосиф Виссарионович
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт mashzavod.net

«Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәте (ИМЗ) — Рәсәйҙә нефть промыслаһы ҡорамалдарын етештереү өлкәһендәге иң оло предприятиеларҙың береһе. ИМЗ быраулау ҡорамалын етештерә, шулай уҡ етештергән техникаға сервис хеҙмәте күрһәтеү менән шөғөлләнә. Продукция ISO 9001:2000 стандарты сертификат тикшереүен үтә.

Юридик адресы: 453204, Ишембай ҡалаһы, Богдан Хмельницкий урамы, 2.

Заводтың бер быуатлыҡ тарихы XX быуат башында Баҡы ҡалаһында башлана, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ошонда үҫә, артабан Ишембайға, Икенсе Баҡыға эвакуациялана.

1901 йылдың февралендә, Романы ауылындағы скважинанан алыҫ түгел Мәскәү-Кавказ Нефть Сәнәғәт-сауҙа ширҡәте (1897 йылда ойошторола) ҡорамалдарҙы йүнәтеү буйынса ҙур булмаған оҫтахана ҡуя. Тап ошо датанан завод тарихы башлана ла инде.

1902—1903 йылдарҙа был Оҫтахана арыу уҡ киңәйә һәм уның токарь, слесарь, торба-ҡаҙан һәм тимерлек цехтары була. Ул ваҡытта предприятиены Механик Оҫтахана тип йөрөтәләр. Беренсе донъя һуғышына тиклем унда 200-гә тиклем кеше эшләй. Һуғыш йылдарында 600-гә яҡын кешегә эш урыны табыла.

1920 йылға тиклем Оҫтахана быраулау техникаһын йүнәтеү, нефть сығарыу өсөн желонкалар етештереү менән шөғөлләнә. 1920 йылға тиклем предприятие шулай эшләй. Әзербайжан ревкомының 1920 йылдың 24 майындағы Декреты менән национализацияланған предприятиеларға идара итеү Әзербайжан Нефть Комитетына йөкмәтелә; артабан ул «Азнефть» тип атала башлай. Был ойошмаға аҙағыраҡ Сталин исемендәге тип аталған Механик оҫтахана ла инә. Артабан бер-бер артлы түбәндәге предприятиеларға буйһона: Романин промыслалар төркөмөнә, Сурахан быраулау контораһына, Орджоникидзе исемендәге промыслаға. СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссарының 1936 йылдың 11 декабрендәге 562-се бойороғона ярашлы хәҙер инде Сталин исемендәге Механик заводы тип аталған оҫтахана «Азнефтемаш» тресы ҡарамағына тапшырыла.

30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында завод «Красный молот» һәм «Коломенский» заводтары етештергән батҡаҡ насостарын йүнәтеү, шулай уҡ уларға запас частар етештереү менән шөғөлләнә. Бынан тыш ул «Ордженикидзенефть», «Когановичнефть» һәм «Лениннефть» трестарын хеҙмәтләндерә, уларҙы ҡаптырғыс интрумент менән тәьмин итә. 30-сы йылдар аҙағында заводты реконструкциялау буйынса етди әҙерлек эше башлана.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән СССР Наркомнефтенең 1941 йылдың 1 авгусындағы 177-се бойороғон үтәй барып, Сталин исемендәге Механика заводы, бөтә ҡорамалдары һәм 745 хеҙмәткәре менән Башҡортостанға, Ишембай ҡалаһына эвакуациялана. Ишембайҙа уға икенсе исем бирелә: «Дәүләт Союз Сталин исемендәге Машиналар эшләү заводы».

Республика нефтселәре өсөн быраулау һәм нефть промыслаһы ҡорамалдарын етештереү һәм йүнәтеү менән бер рәттән Машиналар эшләү заводы, Наркоматтың махсус заказын үтәп, ҡорал етештерә — данлыҡлы "Катюша"лар өсөн йүнәлтеүсе гильзаларҙы ҡырып эшләй. 1941—1944 йылдарҙа заводта баҡылы Цолак Аршавирович Бахшиян техник бүлек начальнигы була, 1944 йылда ул "Катюша"ларҙың реактив снарядтарына сәпте аныҡ табыу ҡулайламаһын уйлап тапҡаны өсөн ««Почёт Билдәһе» ордены» менән бүләкләнә.

Һуғыш йылдарында завод коллективы күп тапҡырҙар нефть тармағында социалистик ярышта еңеп сыға һәм еңеүсе байраҡтарын яулауға өлгәшә.

1946 йылға тиклем завод Наркомнефть системаһына ҡарай. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән (№ 502, 04.03.1946 й.), СССР Нефть сәнәғәте наркоматының ике наркоматҡа бүленеүенә бәйле, завод, «Башнефть» тресы менән бергә, СССР-ҙың Көнсығыш райондары Нефть сәнәғәте наркоматы составына инә.

Нефть сәнәғәте идаралығын үҙгәртеп ҡороуға бәйле 1948 йылдың 28 декабрендә ҡайтанан берҙәм Нефть сәнәғәте министрлығы булдырыла, һәм завод уның составына инә. СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Приказы менән (25.10.1949 й., № 1333) завод яңы ойошторолған Главнефтемаш нефть промыслаһы ҡорамалдары эшләү баш идаралығына тапшырыла.

19571965 йылдарҙа Сталин исемендәге Ишембай машиналар эшләү заводы тәүҙә Башҡорт, шунан һуң Урта Волга Совнархозына инә. 1965 йылдан 1991 йылға тиклем предприятие Химия һәм нефть машиналары эшләү министрлығына, ул бөтөрөлгәс, Рәсәй Федерацияһы Машиналар эшләү Комитетына буйһона.

60-80-се йылдарҙа заводтың ҡеүәттәрен артабан үҫтереү, яңы техника менән йыһазландырыу, һатыуҙы киңәйтеү дауам итә. Уның продукцияһын СССР нефтселәре генә түгел донъяның 30-ҙан ашыу иле файҙалана. Уңыш нигеҙе — иң тәүге сиратта сифат. Изделиеларҙың 95%-ына тиклем Министрлыҡ беренсе сифат категорияһын бирә, күп кенә изделиелары СССР-ҙың сифат билдәһенә лайыҡ була.

Алдынғы хеҙмәткәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Памятные даты Ишимбая: 80 лет назад(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
  • Ишимбайский машиностроительный завод. 100 лет на рынке нефтегазового оборудования. — Уфа : Белая Река, [2001?]. — 18 с. : ил. ; 30 см
  • Завалина Т. Блеснули мастерством: на ОАО «ИМЗ» прошел конкурс профессионального мастерства / Т. Завалина // Подметки +.- 2011.- 21 сент.- С. 4.
  • Резяпов Н. ОАО «ИМЗ» — старший брат в семье машиностроителей Ишимбая: 110 лет со дня основания предприятия / Н. Резяпов // Восход.- 2011.- 15 февр.- С. 2.
  • Масягутов А. «Черное золото» на «черном» континенте добывают с помощью агрегата ОАО «ИМЗ» / А. Масягутов // Восход.- 2010.- 22 окт.- С. 2.
  • Сергеева Т. Машиностроитель — профессия творческая: ОАО «ИМЗ»/ Т. Сергеева //Восход.-2010.- 24 сентября.- С. 1-2.
  • Завалина Т. Намерения — долгосрочные: с деловым визитом делегация из Финляндии / Т. Завалина // Восход.- 2010.- 16 сент.- С
  • Ишимбайский машиностроительный завод переживает второе рождение: беседа с исполнительным директором Р. Тагировым // Комсомольская правда.- 2010.- 27 сент.- С. 9
  • Малушева Т. Вместе с намеченными целями: ОАО «ИМЗ» / Т. Малушева // Восход.- 2010.- 28 сент.- С. 2.
  • Завалина Т. Блеснули мастерством: ОАО «ИМЗ» / Т. Завалина // Восход.- 2010.- 24 сент.- С. 2.