Эстәлеккә күсергә

Ишмән Этҡолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмән Этҡолов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Мәсетле районы
Вафат булған көнө 19 февраль 1774({{padleft:1774|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Һөнәр төрө яугир

Ишмән Этҡолов (? — 19 февраль 1774) — хәрби эшмәкәр, Е. И. Пугачёв етәкселегендәге 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышыында ҡатнашҡан. Пугачёв полковнигы[1].

Крәҫтиәндәр һуғышына тиклемге тормошо хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы Ҡыҙылбай ауылы (хәҙерге Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылы) башҡорто. Иҫке төрки грамотаһына эйә булған[2].

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1774 йылдың февралендә «Пётр III» — Е.И.Пугачёв Хәрби коллегияһы тәҡдиме менән Көңгөр һәм Красноуфимск ҡәлғәләре эргәһендә һуғышҡан баш күтәреүселәр отрядтарына (2 меңгә яҡын кеше) етәкселек итә. Ишмән Этҡоловтың ставкаһы Ильин­ский острожекта, һуңғараҡ Красноуфимск янындағы Турыш ауылында урынлаша. 8—13 февраль көндәрендә Көнгөр янында Д. О. Гагрин һәм А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Красноуфимск станица избаһы менән берлектә хәрби һәм граждандар мәсьәләләрен хәл иткән. Е. И. Пугачёв һәм И.Н.Белобородов менән бәйләнеш тотҡан. Красноуфимск ҡәлғәһен оборонлау өсөн, Белобородов уға Екатеринбургтан снарядтары менән 10 ҙур пушка ебәрә, әммә баш күтәреүселәрҙең дарыһы бик аҙ була. 16 февралдә есаул красноуфимск казактары есаулы М. Д. Чигвинцев һәм Ишмән Этҡолов Салауат Юлаевҡа Красноуфимскиға килеп көңгөр командаларын һаҡлауҙа ярҙам үтенесе рапортын ебәрә. Гагрин командаһына ҡаршы 1774 йылдың 19 февраль алышында ихтилалсылар еңелә. Этҡолов Ишмән яуҙа һәләк була[3][4][5].

  1. Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследование документальных источников. Уфа, 2004.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.
  3. РГАДА. Ф.6, оп.1, д.507, ч.3, л.121; ч.5, л.28;ф.7, оп.1, д.2043, ч.14;Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  4. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013 (гл. ред. А. З. Асфандияров), 189 с.
  5. РГАДА. Ф.6, оп.1, д.439, л.13—20,27—30,84—85; д.506, л.507—510; Документы ставки Е.И.Пугачёва, повстанческих влас­тей и учреждений: 1773—1774 гг. М., 1975
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследование документальных источников. Уфа, 2004.
  • Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013 (гл. ред. А. З. Асфандияров), 189 с.
  • РГАДА. Ф.6, оп.1, д.507, ч.3, л.121; ч.5, л.28;ф.7, оп.1, д.2043, ч.14;Крестьянская война на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа, 2001.