Иҫке Басманный урамындағы 19-сы һанлы йорт
Иҫке Басманный урамындағы 19-сы һанлы йорт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Басманный район[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Москва/Центральный округ/За Садов. кольцом от Каланчёвск. и Краснопрудн. до Стар. Басманной и Спартаковской ул.[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Старая Басманная улица, 19, строения 1, 16 |
Иҫке Басманный урамындағы 19-сы һанлы йорт Викимилектә |
Иҫке Басманный урамындағы 19-сы һанлы йорт — Мәскәүҙең бинаһы, ҡаланың иҫтәлекле урыны.
Адресы: Мәскәү ҡалаһы, Үҙәк административ округ, Иҫке Басманный урамы, 19-сы йорт, 16-сы ҡоролма. Басманный районы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усадьба XVIII быуатта төҙөлә[2].
1850-сы йылдарҙағы хужаһы — сауҙагәр ҡатын Наталья Григорьевна Лоушкина[2].
1863 йылда бинаны ваҡытлыса мәскәү сауҙагәре, Пруссия подданныйы, Карл Юстус Гекман һатып ала. 1870 йылда был территорияла «К Гекман» заводы өсөн корпустар төҙөлә. Был ваҡытта бина үҙгәртеп ҡорола. 1881 йылда корпустар тығыҙ торғанлыҡтан, янғындан һаҡланыу сәбәптәре буйынса ябылған[2].
Яңы хужа — Юлий Александрович фон Гук, «Юлий Гук һәм К» сауҙа йорто хужаһы була. Сауҙа йорто төҙөлөш материалдары һәм металл изделиелары һатыу менән шөғөлләнә. Был бина Мәскәүҙә беренсе булып төҙөлөштә тимер-бетондан биналар төҙөй: мәҫәлән, Үрге сауҙа рәттәре, Хлудовский Үҙәк мунсалары, Волхонкалағы нәфис сәнғәт музейы биналары шулай төҙөлгән. 1893 йылда өҫтәмә ярҙамсы корпустар барлыҡҡа килә, уларҙа механика оҫтаханалары һәм складтар урынлаша. 1893 йылда участкала «А. Колли» Сауҙа йорто ҡуртымға алған, йөн тултырылған складтар һәм оҫтаханалар урынлаштырыла[2].
XIX быуатта Гук беренсе гильдия сауҙагәре Тимофей Агафонович Кудрявцевҡа йортто һата. Бында 1917 йылға тиклем Е. Б. Гронковскаяның ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы урынлашҡан. 1908 йылда усадьба сауҙәгәрҙең улына, тыумыштан Мәскәү ҡалаһының почетлы гражданы, Мәскәү һайлап ҡуйылған сауҙәгәрҙәр йәмғиәте ағзаһы, Федор Тимофеевичҡа мираҫ буйынса күсә. Ул 1917 йылдың октябренә тиклем усадьбаның хужаһы була[2].
Йортта билдәле архитектор Н. Я Колли йәшәй.
Әлеге ваҡытта, 2015 йылда, йорта ГУП «РФ МК Баш мәғлүмәт-хисаплау үҙәге» урынлашҡан[2].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йортто үҙгәртеп ҡороу 1870 йылда архитектор Фон Ниссен тарафынан башҡарыла[2].
Йорттоң уң яғында 2 ҡатлы флигель урынлашҡан, уның уртаһына эркер ҡуйылған. Йорт стеналары ҡатын-ҡыҙ һәм арыҫлан башлы биҙәктәр менән биҙәлгән Архитекторы — граждандар төҙөлөшө инженеры П. К. Микини[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 176 от 20.02.1995
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Ҡала усадьбаһы XVIII—XIX быуат менән ХХ флигель. 2015 йыл 9 апрель архивланған. . 3 апрель 2015 тикшерелгән.
Өҙөмтә хатаһы: төркөмөндәге <Иҫкәрмәләрҙә>
"ucadba" исеме менән билдәләнгән <ref>
тамғаның эстәлеге юҡ.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙәни мираҫ объекттары реестрындағы биттәр 2016 йыл 4 март архивланған..