Иҫке Ишембай ауылы мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Ишембай ауылы мәсете
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Ишембай
Мираҫ статусы дини ойошма[d]

Иҫке Ишембай ауылы мәсете — Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының (СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты) 2-се һанлы мәхәлләһе, Башҡортостандың Ишембай ҡалаһы Иҫке Ишембай ҡасабаһында урынлашҡан[1].

Мәсет һәм ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ишембай ауылына Юрматы ырыуы башҡорто Ишембай Аҡбирҙин 1815 йылда нигеҙ һала. Халыҡ ауылда мәсет төҙөүҙе лә хәстәрләй. Хәҙер “Йондоҙ” кинотеатры урынлашҡан ерҙә ағастан ярайһы уҡ ҙур ғына мәсет бинаһы ла ҡалҡып сыға, эргәһенә ҙур булмаған хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн бина ла төҙөлә. Әммә 1917 йылдан һуң дин тотоу тыйыла һәм мәхәллә имамы Нурғәли Ишембаев 1929 йылда һөргөнгә ебәрелә. Ә мәсет бинаһы тәүҙә "Башҡортостан" артеленең келәтенә әйләнә. Артабанғы йылдарҙа ул мәктәп тә, клуб та, балалар баҡсаһы ла итеп файҙаланыла.

Мәсет бинаһы тартып алынһа ла, уның манараһы Ишембай ҡалаһы властарының талабы буйынса бары 1939 йылда ғына ҡолатыла. Ауыл халҡы барыбер дин тәғлимәте буйынса йәшәргә ынтыла. Элек мәсет мәзине булған Юныс Ишембаев теләге булғандарға үҙ йортонда дин һабағы бирә, йома намаҙҙарын уҡығанда имам була. Мосолмандарҙың оло байрамдары Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре йәйен саф һауала, ә ҡышын ауылды уратып ятҡан күл боҙо өҫтөндә үткәрелә. Һуңыраҡ Арыҫлан Ишембаевтың яу ҡырында һәләк булған улы Зәйнәғәлиҙең буш торған өйөн ғибәҙәтханаға әйләндерәләр[2]..

Ауыл янында атылған нефть фонтанынан һуң Ишембайға эшкә урынлашыу өсөн сит яҡтарҙан кешеләр ағыла. Ҙур булмаған ауыл эшселәр ҡасабаһына әүерелә. Улар араһында ла дин тотҡан кешеләр була. Партизан, Сергей Лазо урамдары буйынса йәшәгән бер нисә кеше (Тимербай Камалетдинов, Минсабит Хәйруллин, Ғәбделхаҡ (фамилияһы билдәһеҙ) – бөтәһе 20-ләгән кеше), Зәкиулла Хәйруллиндың йортонда йома намаҙын ҡыла. Аҙаҡ муллалыҡ белеме булған Ғәбделбарый Юнысов имам итеп саҡырыла.

Тырышлыҡ бушҡа китмәй[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай Аҡбирҙиндың вариҫтары, ҡасабала рәсми рәүештә мәхәллә ойоштороп, яңы мәсет һалыуҙы ниәтләй. 1946 йылдың йәй айҙарында Юныс менән Хәләф Ишембаевтар, Хәйрулла Ғәлиев һәм башҡа бер нисә кеше, Иҫке Ишембай һәм яҡын тирәләге Ирек, Юрматы, Күс, Ҡыҙыл ауыл, Аллағыуат, Бурансы, Көҫәпҡол ауылдары буйлап йөрөп, халыҡтан мәсет төҙөү өсөн иғәнә туплау менән мәшғүл була. Халыҡ, аҡса, йәки баҡсаларында үҫкән йәшелсәне, емеш-еләкте, игенде тапшырып, яңы мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Йыйылған йәшелсәне баҙарҙа һатып, аҡсаға әйләндерәләр. Ҡаҙна аҡсаһын туплауға Мотиғулла Ишембаев яуаплы була.

Аҡса йыйылғас, 1946 йылдың аҙағында ауыл ҡарттары ҡала властарына үҙ үтенестәре менән мөрәжәғәт итә. Ләкин партияның Ишембай ҡала комитеты ла, ҡала Советы башҡарма комитеты ла быға ҡаршы төшә, рөхсәт бирмәй. Шулай ҙа ауыл ҡарттары яҡын тирәләге ауылдарҙан мәсет бинаһы өсөн яраҡлы бина табып, мәсет төҙөүгә рөхсәт алыуҙы юллауҙы артабан дауам итергә була. Юныс Ишембаев үҙенең шәхси еренән 0,20 гектар ерен мәсет өсөн бүлә. 1947 йылдың мартында мәсеткә яраҡлы йорт һатып алына. Хәләф Ишембаев “Башҡортостан” артеленән балта оҫталары бригадаһы менән, йортто һүтеп, мәсет төҙөләсәк урынға ташып ҡуя. Ауылдың ир-егеттәре был изге эштән ситтә ҡалмай. 10-12 көндән яңы мәсет диндарҙарҙы ҡабул итеүгә әҙер була.

Мәсет бинаһы әҙер булғас, революцияға тиклем “Варяг” крейсерында кочегар булып хеҙмәт иткән Хәйрулла Ғәлиев, түшенә Порт-Артурҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн батша хәҙрәттәренән алған наградаларын тағып, КПСС ҡала комитетына һәм ҡала Советы башҡарма комитетына юл ала. Оло ил ағаһының һүҙе үтә был юлы: ҡала Советында мәсеттең эшләүенә рөхсәт бирелә.

Яңы манаранан беренсе аҙанды Юныс мәзин Ишембаев яңғырата. Ғәбделбарый Юнысов мәхәлләнең беренсе муллаһы итеп һайлап ҡуйыла. Шулай итеп, Иҫке Ишембай ауылында БАССР территорияһындағы 2-се һанлы мәхәллә барлыҡҡа килә[3].

Тарих дауам итә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ишембай ауылы мәсете манараһынан көнөнә биш тапҡыр аҙан тауыштары яңғырай. Ә йома көндө был изге йортҡа бөтә Ишембай ҡалаһы һәм районынан йома намаҙына мосолмандар ағыла. Юныс мәзин 1952 йылда хаж сәфәрендә лә булып ҡайта. 1953 йылдың йәйендә тағы ла ҡыҙыу төҙөлөш эштәре башлана, был юлы төкәтмә төҙөргә булалар. Өҫтәүенә имам менән мәзин өсөн өй ҙә һалына.

100 йәшкә еткәнсе йәшәгән Ғәбделбарый хәҙрәт ғүмеренең сирек өлөшөн ошо мәхәлләлә хеҙмәт итә. 1955 йылда ул Хаж сәфәрен ҡыла. Унан һуң Хәләф Ишембаев хаж сәфәрендә була.

Иҫке Ишембай ауылы мәсете имамдары:

  • Әхмәтфәйзи Ғәзизов;
  • Ғәбделбарый Хәйруллин, (сығышы менән Борай районынан);
  • Миневәли Әхтәмов;
  • Хажғәли Уразбахтин;
  • Рәфҡәт Рафиҡов;

төрлө йылдарҙа Әҡсән Сәйфетдинов, Ҡорбан бабай, Алмаз, Рәшит бабай, Марат Ишембаев бер-бер артлы имам-хатиб вазифаһын атҡара. 2017 йылдан алып Иҫке Ишембай мәсетенең имам-хатибы — Нәзир Ғәлиев атлы уҙаман.

Мәхәллә мосолмандары ауыл зыяратының тәртиптә тороуын да күҙәтә. Төрлө йылдарҙа Хәбибулла Мостафин, Зәкәриә Сәйфетдинеов, Мөнир Иҡсанов, Әхмәт Аҙнаев, Әрхәт Ишембаев, Әйүп Исхаҡов был эш өсөн яуаплы була. Әлеге ваҡытты зыяраттағы тәртип, таҙалыҡ өсөн Фәтих Ишембаев яуаплы.

Ислам диненең төп принцибы — изгелек ҡылыу. Иҫке Ишембай мәхәлләһе күп йылдар инде шундай изге эш башҡара: ярҙамға мохтаждарға һәм башҡа изге эштәргә ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә. Районда һәм ҡалала яңы мәсеттәр төҙөүгә үҙ өлөшөн индереп килә. Бынан тыш мәхәллә төрлө йылдарҙа Донъя Тыныслыҡ фондына ла даими рәүештә аҡса күсерә.

Йөҙ башы булған Ишембай Аҡбирҙиндың бер нисә быуын ейән-ейәнсәрҙәре хаҡ мосолман диненә һәр саҡ тоғро ҡала. 1990-сы, 2000-се йылдарҙа Әхмәтзакир Ишембаев, Мөнир Иҡсанов, Марат һәм Йәһүҙә Ишембаевтар Иман йортоноң бәҫен төшөрмәү өсөн күп көс һала[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ишембаев Фәтих. Иҫке Ишембай мәсете тарихы (баш.). — Ишембай ҡалаһы РБ: БР "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 19.03.2021, 22-23-се һандар.
  2. Ишембаев Насибулла. Дәһрилек ҡараңғылығын йыртҡан йорт (баш.). — Ишембай ҡалаһы БАССР: Уфимская типография, 04.04.1997.
  3. Якупов Минигали. Сотник Ишимбай (билдәһеҙ). — Уфа: государственное республиканское издательство "Башкортостан", 2005. Т. 400 экз. С. 127.
  4. Ишембаев Фәтих. Иҫке Ишембай мәсете тарихы. (баш.). — Ишембай ҡалаһы РБ.: БР "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы., 19.03.2021, 22-23-се һандар.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Якупов Минигали . Сотник Ишимбай. Уфа. 2005. ГУП ГРИ "Башкортостан". Т. 400 экз. - 127с.
  • "Торатау" гәзите, 19.03.2021, 22-23-се һандар.
  • "Башҡортостан " гәзите, 04.04.1997 й.