Эстәлеккә күсергә

Иҫәндәүләтова Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәндәүләтова Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы
Тыуған урыны Баймаҡ районы

Иҫәндәүләтова Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы (1 ғинуар 1968 йыл) — Режиссёр-документалист. Бөтә Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, «Башҡортостан» киностудияһы режиссёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Вилүрә Әҙеһәм Ҡыҙы Иҫәндәүләтова 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында тыуған. Балаға өс йәш булғанда ғаилә Аҡтау ауылына күсеп килә. Бәләкәй сағынан уҡ ҡыҙҙың артислыҡ һәләттәре асылған: йырлаған, бейегән, хисләнеп шиғырҙар һөйләгән. Урта мәктәпте Аҡморон ауылында тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына уҡырға инә.

Студент йылдарында уҡ ул һәүәҫкәр спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уйнаған, шул ваҡытта билдәле режиссёр Гөлдәр Ильясова менән таныша, һәм ул Вилүрәне Салауат башҡорт драма театрына эшкә саҡыра. Йәш актриса театрҙың бөтә спектаклдәрендә лә уйнай.

2009 йылдан Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кинофестивалдәре һәм «ТЭФИ-Регион 2007» телевизион конкурсы дипломанты. Салауат драма театрында бер аҙ эшләп алғас, тыуған яҡтарына ҡайта һәм Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Тап ошо йылдарҙа ул режиссёрлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Режиссерҙар әҙерләү бүлегендә белем ала[1].

Профессиональ режиссёр булыуы теләге уны Мәскәүгә, С. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематография институтына алып килә. Баш ҡала юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Вилүрә Иҫәндәүләтова Өфөгә ҡайта һәм «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпания»һында кинорежиссёр булып эшләй башлай[1].

2008 йылда Мәскәү янындағы «Холидей инн Виноградово» отелендә Рәсәйҙең иң абруйлы «ТЭФИ — төбәк Бөтә Рәсәй милли телевизион бәйгеһенең» еңеүселәре иғлан ителә. Улар араһында Башҡортостан ҡыҙы, ҡуйыусы режиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтова ла була, ул Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған проект авторы булараҡ еңеүсе тип табыла һәм уға «ТЭФИ — төбәк Бөтә Рәсәй милли телевизион бәйгеһенең» Орфей статуэткаһы тапшырыла[1].

Вилүрә Иҫәндәүләтова республика халҡына шулай уҡ киң билдәле «Байыҡ» конкурсының жюри ағзаһы булараҡ таныш.

Фильмографияһы

  • Золотое дно (2007) — 17 min — документаль фильм;
  • Война нас не считала за детей (2010) 52 min — документаль фильм;
  • Рожденный дважды (2011) — 26 min — документаль фильм;
  • Живой родник (2013) — 33 min — документаль фильм;
  • Еще вьется над крышей дымок… (2014) — 26 min — документаль фильм;
  • Покаяние (2015) — 32 min — документаль фильм[2].
  1. 1,0 1,1 1,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
  2. [1]
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.