И. М. Трофименконың килем йорто
И. М. Трофименконың килем йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Архитектура стиле | эклектика[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
И. М. Трофименконың килем йорто Викимилектә |
И. М. Трофименконың килем йорто — Дондағы Ростовта эклектика стилендә XX быуат башында төҙөлгән йорт. Йорт урындағы әһәмиәткә эйә булған мәҙәни мираҫ объекты. Башта бинала килем йорто, һуңынан ҡағыҙ фабрикаһы менән типография урынлаша. Хәҙер И. М. Трофименконың йортон Халыҡ ополчениеһының Ростов полкы исемендәге 33-сө лицей биләй[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында ике ҡатлы йорт «Жорж Блок» ширҡәтенең вәкиле поручик Самуил Кипманға ҡарай. Ширҡәт Ростовта велосипедтар, теген машиналары, арифмометрҙар, касса аппараттары, шкатулкалар һатыу менән шөғөлләнә. 1909 йылда компания финанс ауырлыҡтар арҡаһында баҙарҙан китә, һәм йорт скульптор, рәссам Иван Михайлович Трофименко милкенә күсә. Ул типолитография хужаһы була. Һатып алынған яңы йорттоң беренсе ҡатына типолитографияһын күсерә, ә икенсе ҡатта «Колорит» ширҡәтенең ҡағыҙ фабрикаһын урынлаштыра. Предприятиела яҡынса 30 кеше эшләй
1913 йылдың мартында бинала көслө янғын була. Янғында бөтә икенсе ҡат һәм ҡыйығы яна. Пресса, типография шрифтары, баҫма әйберҙәре һәм башҡа ҡорамалдар янып юҡҡа сыға. Бөтә юғалған мөлкәт «Рәсәй» һәм «Саламандра» страховкалау йәмғиәтендә страховкаланған була, был Трофименкоға бинаны яңынан тергеҙеү генә түгел, уға өҫтәп өсөнсө ҡатты төҙөргә мөмкинлек бирә. Реконструкциянан һуң йорт хужаһының килеме йылына 910-ҙан 2580 һумға арта.
Шул уҡ ваҡытта Дондағы Ростовта шәп үҫешкән сәнәғәт тәбиғи һәм ғәмәли фәндәрҙе яҡшы белгән белгестәрҙе талап итә. Ҡала думаһында икенсе реаль училищены асыу мәсьәләһе ҡуйыла. Күп йорт хужалары училищены урынлаштырыу өсөн үҙҙәренең биналарын тәҡдим итә. Дума ағзалары ҡуртым өсөн йылына 7000 түләргә риза булып, Трофименконың яңы йортона өҫтөнлөк бирә.
Контракт шарттарына ярашлы Трофименко бинаны ҙурайтырға, үҙенең йортонан ит кибетен алырға һәм училище ҡарамағына 10×10 сажин ихата булдырырға һәм унда асфальт йәйергә тейеш була[2].
Мәктәп
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнәғәт объекты урынында белем биреү бинаһы барлыҡҡа килә. Училищела тулы пансионда 140 малай йәшәй. Икенсе реаль училище оҙаҡҡа һуҙылмай. 1928 йылда мәктәп бинаһында Котлярова менән Сенниктың ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асыла. Унда 190 ҡыҙ уҡый. Уны беренсе һәм икенсе баҫҡыслы 4-се хеҙмәт мәктәбе алмаштыра.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында мәктәптә уҡыусылар яралылар өсөн йәшел һуған үҫтерә. Егеттәр фронт өсөн бүләктәр йыя (йылы ойоҡбаш, бейәләй, тәмәке кисеты, яҙыу өсөн ҡағыҙ, ҡәләм). Уҡыусылар шешә йыйып, уларға яныусан ҡатнашма тултыра; дарыуҙар өсөн бәләкәй шешәләр йыя; простынялар тапшыра. Мәктәптә бер ваҡыт госпиталь урынлаша. Нацистар оккупацияһы осоронда мәктәп бинаһы ярым емерек бысраҡ һәм тәҙрәһеҙ бинаға күсерелә. унда рус теле, немец теле, арифметика һәм йыр буйынса дәрестәр үткәрелә. Төп бина шулай уҡ зыян күрә. Шуға ҡарамаҫтан, 1943 йылда Дондағы-Ростов азат ителгәндән һуң, мәктәптә дәрестәр яңынан башлана[3].
Һуғыштан һуң бында 33-сө урта мәктәп була, ә хәҙерге ваҡытта был уҡыу йорто «Халыҡ ополчениеһының Ростов полкы исемендәге 33-сө физика-математика лицейы» тип атала. 1970 йылда тарихи мәктәп бинаһына өҫтәп төкәтмә төҙөлә[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Перечень объектов культурного наследия регионального значения г. Ростова-на-Дону . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 24 февраль 2017.
- ↑ Дом Трофименко . 161.ru. Дата обращения: 24 февраль 2017. 2017 йыл 12 ғинуар архивланған.
- ↑ История . Дата обращения: 24 февраль 2017.
- ↑ История лицея . Дата обращения: 24 февраль 2017. Архивировано 15 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 15 ғинуар архивланған.