И. Чавчавадзеның йорт-музейы
И. Чавчавадзеның йорт-музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1957 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Адрес | Тбилиси, улица Георгия Чубинашвили, 22 |
И. Чавчавадзеның йорт-музейы (груз. თბილისის ილია ჭავჭავაძის ლიტერატურულ-მემორიალური მუზეუმი) — тарихи-әҙәби йүнәлешле мәҙәниәт учреждениеһы. Тбилисиҙа (Грузия), Георгий Чубинашвили урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан[1].
Экспозиция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музейҙа күренекле грузин яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Илья Чавчавадзеның (1837—1907) тормошо һәм ижады тураһында материалдар ҡуйылған. Эш бүлмәһе билдәле фотограф Дмитрий Ермаков төшөргән XIX—XX быуат сигендәге фотолар буйынса тергеҙелгән. Аш һәм ҡунаҡ бүлмәләре — Ольга Агладзе хәтирәләре нигеҙендә эшләнгән. Төрлө предметтар күрһәтелә — боронғо глобус, кәрәсин лампаһы, ҡара һауыты, «Иверия» тип яҙылған көл һауыты, Рафаэль Эристави бюсы һәм Михай Зичи биҙәлешендәге «Юлбарыҫ тиреһе ябынған витязь» баҫмаһы, Илья Чавчавадзеның ҡатыны Ольга Гурамишвилиҙың өҫтәле. Стеналарҙа — Грандың «Жак де Моле тамплиерҙар орденына ҡабул ителә», билдәһеҙ авторҙың «Ҡурҡыу», Верненың «Мазепа бүреләр араһында» картиналары, Шота Руставели һәм яҙыусының кабинетын биҙәгән яратҡан геройҙары — батша Ираклий II һәм Джузеппе Гарибальди портреттары. Шулай уҡ стеналарға Чавчавадзе ситл илдәргә сәйәхәте ваҡытында алып ҡайтҡан Азия һәм Африканың төрлө урындарының фотолары урынлаштырылған.
Чавчавадзеның боронғо юл һандығын (1900 йылдар) музейға Акакий Белиашвили тапшырған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андреевский (хәҙер — Григорий Чубинашвили) урамындағы Варвара Гвиниашвилиҙың йортон Илья Чавчавадзе 1900 йылда, өлкәнәйгәс һатып алырға ҡарар итә. Ошо осорҙа 1889—1901 йылдарҙа, ул Тбилисиҙа һеңлеһе Елизавета Сагинашвили йортонда йәшәй (ул ағаһының күп шәхси әйберҙәрен һаҡлай).
Һатып алынған йорт архитектор Симон Клдиашвили проекты буйынса үҙгәртелә, шул саҡта ҡунаҡ бүлмәһе һәм эш кабинеты булдырыла. Камин Италиянан алдырыла.
1902 йылда Чавчавадзе ҡатыны — Ольга Гурамишвили менән был йортҡа күсенә. Бында "әҙәби кесаҙна"лар үткәрелә, хужалар үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡый.
Чавчавадзе вафат булғанға тиклем йортҡа хужа була. Һуңынан уны тол ҡатыны Грузиндар араһында грамоталыҡты таратыу буйынса йәмғиәткә бирә.
Музей 1957 йылда, яҙыусының 120 йыллыҡ юбилейына ҡарата, асыла.
2016 йылда уны "Музейҙар берекмәһе"нә индереү планлаштырыла[2].
1987 йылда Иван Джавахишвили урамында Чавчавадзе музейы асыла. Музей комплексына башня, шарап мөгәрәптәре, иген келәте, һыу тирмәне һәм икмәкхана инә[3]. 2018 йылда музей реставрациялана[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дом-музей И. Чавчавадзе
- ↑ Мэрия Тбилиси объединит управление девяти музеев, но никого не уволит 2020 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ В доме, где жил Илья Чавчавадзе, собиралось избранное общество проводились литературные вечера
- ↑ ილია ჭავჭავაძის ლიტერატურულ-მემორიალური მუზეუმი — რეაბილიტაციის პირველი ეტაპი დასრულდა