Эстәлеккә күсергә

И теле имләһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

И имләһе (йәки носу имләһе) — Ҡытайҙың ике провинцияһында таралған бер нисә ҡәрҙәш телдә яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы. Ул телдәр Ҡытай Халыҡ Республикаһында "и халҡы һөйләшә торған и теленең шиүәләре" тип танылһа, башҡа илдәрҙә танылыу алған тел классификацияһына ярашлы ул "шиүәләр" ундан ашыу үҙ аллы ҡәрҙәш телде тәшкил итә, и халҡының бер уртаҡ теле һис юҡ[1]. Ошо шиүәләр араһында иң киң таралғандары  — носу (төньяҡта), насу (шәреҡтә), нису (көньяҡта), сани (көньяҡ-көнсығышта)[2].

И телдәрендә яҙыу өсөн түбәндәге системалар ҡулланылғаны бар:

  • Ғәҙәти (традицион) и имләһенең бер нисә варианты урта быуаттан алып XX быуаттың аҙағына тиклем киң ҡулланылған, әлеге мәлдә лә ҡулланылыштан сыҡманы.
  • Төрлө системаларға нигеҙләнгән миссионер әлифбалары. Киң таралыу алмаған, егерменсе быуаттың башында ҡулланылған
  • Латин әлифбаһының бер нисә варианты 1951—1960 йылдарҙа рәсми рәүештә ҡулланылған.
  • И имләһенең бер нисә реформаланған варианты 1980 йылдарҙан бирле ҡулланыла. Әлеге мәлдә Ҡытайҙа рәсми статусҡа эйә була.

Ғәҙәти (традицион) и имләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Традицион и яҙмаһы менән яҙылған текст

Иҙар ҡулланған ғәҙәти имләһе ҡасан барлыҡҡа килгәнен теүәл билдәләп булмай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уны Хань династияһы дәүерендә (б.э.т. 206 й. — б.э. 220 й.) барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләһә, икенселәре уның Тан (618—907), йәки Мин (1368—1644) дәүерендә пәйҙә булғанын иҫбатлай. И яҙмаһының иң иҫке һаҡланған ҡомартҡыһы 1485 йылда яҙылған, унан тыш XVI быуаттан килгән күп текст та һаҡланған[3][4].

Иҙарҙың традицион имләһе пиктографик системанан логосиллабик имләһенә әүерелгән, тип иҫәпләнә. Уның барлыҡҡа килеүенә Ҡытай иероглификаһының тәьҫире бар булһа ла, и имләһе ҡытай яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип әйтеп булмай — тәьҫире яҙыу принцибы һәм ҡайһы бер графемалар менән сикләнгән[2]. И имләһе хәҙерге Сычуань, Юньнань, Гуйчжоу провинцияларында киң таралыу алғанына ҡарамаҫтан, уның күп төрлө локаль (урындағы) варианты барлыҡҡа килгән. Быны иҙарҙың төрлө төркөмдәре бер-береһенән алыҫлығы һәм рельеф сәбәбенән айырылғанлығы менән аңлатырға була. Миҫал өсөн, Сычуандә ҡулланылған тамғалар һаны 10 меңгә еткән, ә ул ерҙә ҡулланылған носу телендәге ижектәр (силлабемалар) һаны күпкә әҙерәк. И төркөмөнә ҡараған нисуҙарҙың яҙмаһында "юҡ" һүҙе өсөн 103 төрлө тамға ҡулланылғаны билдәле[3][2].

XX быуатҡаса иң киң таралыу алған и имләһе варианттарына носу имләһе (Сычуань һәм Юньнандә), насу имләһе (Юньнань һәм Гуйчжоуҙа), Юньнандәге нису (уны аже төркөмө иҙары ла ҡулланылған), һәм сани варианттары. XX быуат реформаларынан һуң ғәҙәти и имләһе ғәмәлдән тулыһынса сыҡҡан тиерлек. Быға ҡарамаҫтан, ул имлә дини практикала киң ҡулланыла, төньяҡ Ҡытайҙың тарихсылары, этнографтары, тел белгестәре араһында ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра 1990 йылдарҙа ғәҙәти и имләһен мәктәптәргә кире ҡайтарыу тәҡдимдәре киң таралыу алмаған[2].

Миссионер алфавиттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
И телендә Поллард яҙмаһында яҙылған Инжил өҙөгө

XIX — XX быуаттарҙа христиан миссионерҙары иҙарҙың йәнле һөйләү телдәре өсөн 5 төрлө имлә (графика) системаһын булдырған. Шуларҙың тәүгеһе 1898 йылда барлыҡҡа килгән, авторы -- Франциянан Альфред Льетар (Alfred Lietard). Был имлә и халҡы араһында киң таралыу алмаған. 1917 йылда Көнсығыш Юньнань иҙары теле өсөн Поллард яҙмаһы ҡулланыла башлаған. Был әлифба 1920-40 йылдарҙа Инжил һәм башҡа сиркәү текстары сыҡҡан. Быларҙан тыш тағы ла 3 миссионер яҙмаһы ҡулланылғаны билдәле, улар Ҡытай һәм кана имләһенә нигеҙләнгән[5].  

  1. Nisoid subfamily. Glottolog. Дата обращения: 22 апрель 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Bradley» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. 3,0 3,1 Москалев А. А. Национально-языковое строительство в КНР (80-е годы). — М.: «Наука», 1992. — С. 60—67. — 183 с. — ISBN 5-02-017074-7.
  4. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}.
  5. Zhou, 2003, с. 245