Эстәлеккә күсергә

Йосопов баҡсаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йосопов баҡсаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Йосопов баҡсаһы Викимилектә

Йосопов баҡсаһыСанкт-Петербургта баҡса

Фонтанка һәм Баҡса урамы араһындағы 9 гектар майҙанды Пётр I 1724 йылда кенәз Г. Д. Йосоповҡа бүләк итә. Һуңынан уның улы ике быуа, канал һәм гөл баҡсаһы менән даими баҡса төҙөй. 1730 йылда был участкала ағастан бер ҡатлы йорт төҙөйҙәр, уның проекты өҫтөндә Доменико Трезини эшләй.

1790-сы йылдарҙа Н. Б Йосопов архитектор Джакомо Кваренгиға усадьбаны яңынан төҙөргә заказ бирә. Ул һарайҙы яңынан төҙөй һәм яңы баҡса планлаштыра.

1810 йылда Йосоповтарҙың айырым йорто хужаларының айырылышыу арҡаһында ҡаҙнала һатыуға ҡуйыла. Артабан участканы Рәсәйҙең юлдар идаралығына тапшыралар. Паркта оранжерея, фонтан төҙөйҙәр, Баҡса урамы буйлап суйын рәшәткәләр ҡуялар. Парктың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә баҡсасы Эйлерстың теплицалары төҙөлә, уларҙан сәскәләр Петербургта иң яҡшы репутацияһына эйә була.

1863 йылдың яҙында, император Александр Икенсе Йосопов баҡсаһының өлөшөн килеүселәр өсөн асырға бойора. Бының өсөн парктың көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәре аныҡ бүленә. Көньяҡ өлөшөндә утрауҙар менән ике быуа урынлаша, уларҙы үҙ-ара сылбыр күперҙәр менән, ә ярҙы ағас күпер менән тоташтыралар. Киң тамашасыға баҡсаны тулыһынса 1863 йылда асалар. Шул ваҡытта һәр өлөшөндә фонтан ҡуйыла.

Йосопов баҡсаһы ҡаланың тирә-яҡ райондары халҡы араһында популярлыҡ менән файҙалана. Уның территорияһында һауа шарҙары ебәрәләр, тир һәм башҡа күңел асыу аттракциондары эшләй. Ҡыш баҡса эшләмәй, әммә 1865 йылда уны Петербург яхт-клубы ҡуртымға ала[1]. Баҡсала боҙ тауҙар, һырғалаҡтар ойошторалар, ҡар ҡәлғәләр һәм ҡалалар төҙөйҙәр. Раштыуала санала шыуыу һәм фейерверктар менән киң күңел асыу байрамдары ойошторола.[2]

Йосопов баҡсаһы Рәсәй фигуралы шыуыу үҫешендә мөһим роль уйнай. Бында Рәсәйҙең, шулай уҡ СССР-ҙың тәүге донңя чемпионаттары уҙғарыла. Бынан тыш, баҡсаның фигуралы шыуыу мәктәбендә Н. А. Панин-Коломенкин, беренсе рус Рәсәйҙең олимпия чемпионы уҡый

Совет осоронда парк «Октябрь районының балалар паркы» тип атала. 1950 йылдарҙа С.Д.Меркуров эшләгән В. И. Ленин һәйкәле ҡуйыла[3], уны 1955 йылда икенсеһе алмаштыра (скульптор Д.П.Шварц)[4]..

1990 йылда баҡсаға үҙенең тарихи Йосопов исеме кире ҡайтарыла. 1995 йылда Ленин һәйкәле һүтеп алына.

Әлеге ваҡытта Император Александр Беренсенең Тимер юлдары университетына ҡарай

  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — СПб.: Норинт, 2002. — 353 с. — ISBN 5-7711-0019-6.
  • Зодчие Санкт-Петербурга. XIX — начало XX века / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьева, С. Прохватилова. — СПб.: Лениздат, 1998. — 1070 с. — ISBN 5-289-01586-8.