Шаһ Йыһан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йыһан шаһ битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шаһ Йыһан
урду شاه ‌جهان‎
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Fictional flag of the Mughal Empire.svg Бөйөк Моголдар империяһы[3]
Тыуған көнө 5 ғинуар 1592({{padleft:1592|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Бөйөк Моголдар империяһы, Лахор, Лахорская крепость[d]
Пакистан, Пенджаб[d], Walled City of Lahore[d]
Бөйөк Моголдар империяһы, Лахор
Бөйөк Моголдар империяһы
Вафат булған көнө 22 ғинуар 1666({{padleft:1666|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Һиндостан, Агра[d], Агра-форт[d]
Һиндостан, Агра[d]
Ерләнгән урыны Тадж Махал
Агра[d]
Атаһы Джахангир[d]
Әсәһе Jagat Gosain[d]
Бер туғандары Khusrau Mirza[d], Parviz[d], Shahryar[d] һәм Bahar Banu Begum[d]
Хәләл ефете Мумтаз-Махал[d], Izz-un-Nissa[d] һәм Kandahari Begum[d]
Балалары Parhez Banu Begum[d], Jahanara Begum Sahib[d], Султан Мухаммад Дара Шукох[d], Шах Шуджа[d], Roshanara Begum[d], Аурангзеб[d], Мухаммад Мурад Бахш[d] һәм Gauhar Ara Begum[d]
Нәҫеле Тимериҙәр һәм Бабуриды[d]
Һөнәр төрө монарх
Биләгән вазифаһы Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы[d]
Милке Izz-un-Nissa[d] һәм Baharistan (Garden of Spring)[d]
Commons-logo.svg Шаһ Йыһан Викимилектә

Шаһ Йыһан I («Йыһан шаһы», 1628 йылға тиклем шаһзадә Хөррәм Бәхет Баһадур-мырҙа тигән исем менән йөрөгән, мансабы (дәрәжәһе) - Шаһ Йыһан Баһадур[4]; 5 ғинуар, 1592 йыл, Лахор — вафаты 22 ғинуар, 1666 йыл, Агра) — Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы (1627 -1658), Таж-Махалды төҙөп үҙен үлемһеҙ иткән шәхес.

Говардхан. Шаһ Йыһан Тауис тәхетендә. 1635 йыл тирәһе. Миниатюра. Могол ысулы. Гарвард Университеты музейы, Кембридж.

Ғүмер башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шаһзадә Хөррәм Бәхет Баһадур-мырҙа Йыһангир падишаһтың өсөнсө, яратҡан улы була, әсәһе рани Таж-Биби Билкис-Маҡани, раджа Мәрүәр ҡыҙы. 1608 йылда Шаһзадә Хөррәм Хисар Фироз өлкәһенә хужа була, уға падишаһ ҡыҙыл сатыр ҡуйырға рөхсәт бирә, был уның тәхет вариҫы (Шаһзадә) икәнен аңлата[5].

1612  Шаһзадә Хөррәм атаһының яратҡан ҡатыны Нур-Йыһандың туғанының ҡыҙына өйләнә, был уның тәхеткә ултырыу мөмкинлеген тағы ла арттыра.

1613 Йыһангир Шаһзадә Хөррәмде ражпут кенәзлеге Меварҙы буйһондороға ғәскәр башы итеп ебәрә, Шаһзадә ярайһы уңышҡа өлгәшә. 1616 йылда Шаһзадә Хөррәм падишаһтан Шаһ Хөррәм мансабы (дәрәжәһе), ә 1617 йылдаШаһ Йыһан Баһадур мансабы ала.

622 йылда Шаһзадә Шаһ Йыһан Баһадур атаһы Йыһангиргә ҡаршы баш күтәрә һәм 1625 йылға тиклем һуғыша, еңелә, әммә атаһы ғәфү итә. 1627 йылда Шаһ Йыһан Баһадур яңынан падишаһҡа ҡаршы сыға. Йыһангир үлгәс, Шаһ Йыһан Нур-Йыһандың туғаны менән һүҙ беркетеп, 1627 йылдың 30 декабрендә үҙен Аграла Шаһ Йыһан исеме алып, падишаһ тип иғлан итә. Шаһ-Йыһандың бойороғо менән Асаф-хан 1628 йылдың ғинуарында солтандар Давар Бахшты, Шаһрияр-мырҙаны,шулай уҡ падишаһ Әкбәрҙең ике улын үлтерә.

Португалдар һәм фарсылар менән һуғыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1632 йылда Шаһ Йыһан Хугли ҡалаһында (Бенгалия) төпләнеп, унда ҙур сауҙа порты булдырған португалдарға ҡаршы ғәскәр ебәрә. Өс ай ҡамап тотҡандан һуң Хугли бирелә, күпселек португалдар әсиргә алына йәки үлтерелә.

Шаһ-Йыһан дәүләт сиктәрен төньяҡ-көнбайышҡа ла киңәйтеүгә өлгәшә, 1638 йылда моголдар фарсыларҙың Ҡандағар ҡалаһын ала. 1646 Шаһ-Йыһан ғәскәрҙәре Бадаһшана менән Балхҡа барып етә ( хәҙерге Тажикстан). Шаһ-Йыһана идараһының ахырына табан моголдар Сефевиҙәрҙән еңелә башлай. 1647 йылда Балхты ҡалдырырға тура килә, уны 1649, 1652 һәм 1653 йылдарҙа ҡайтарырға тырышып ҡарау һөҙәмтә бирмәй. Ҡандағар фарсыларға 1649 йылда кире ҡайта. Шаһ-Йыһан ғәскәренең Ҡандағарҙы алырға тырышыуы һөҙөмтә бирмәй, сөнки фарсылар артиллерияһы менән көслө була.

Шаһ Йыһандың көмөш рупияһы

Декканды яулап алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхмәтнәһәр солтанатындағы феодаль тартҡылаштар менән файҙаланып, Шаһ-Йыһан уларҙың биләмәләренә хакимлыҡ итергә булып китә. 1633 йылда могол ғәскәрҙәре солтанаттың Дәүләтабад ҡалаһына һөжүм итә. Солтанаттың Беренсе министры һәм ғәмәлдә хакимы Фәтих хан ибн Мәлик Амбар шунда уҡ падишаһ хакимлығын таный, хөтбә уҡырға һәм Шаһ Йыһан исеме менән аҡса һуғырға ҡуша.Әхмәтнәһәр солтанын моголдарға тотоп бирәләр һәм уны Гвалиор фортына алып барып зинданға ябалар. Моголдарға ҡаршы шулай ҙа маратха раджаһы Шаһджи ҡаршы сыға, ул Биджапур солтаны ярҙамы менән Әхмәтнәһәр солтаны итеп Мортаза Низам-Шаһ III-нө иғлан итә[6].

Быны белгәс, падишаһ Шаһ Йыһанв 1636 йылда Декканға ҙур армия ебәрә. Голконд һәм Биджапур солтандары Шаһ Йыһан сюзеренитетын таныйҙар һәм яһаҡ түләргә ризалашалар. Әхмәтнәһәр солтанатының ҙур өлөшө Шаһ Йыһан империяһына инә, ҡалған ерҙәре Биджапур солтанына тапшырыла[7]. Могол ғәскәре Биджапур солтаны ярҙамында раджа Шаһджины туньяҡ Конканда уратып ала, шунан һуң Шаһджи яулап алған ҡәлғәләрен моголдарға бирә.

Деккан башлығы итеп шаһзадә солтан Мөхәммәт Аурангзеб Баһадур ҡуйыла, ул Деккандың бойондороҡһоҙ солтанаттарына ҡаршы экспансия сәйәсәтен дауам итә. 1656 йылда шаһзадә Аурангзеб ғәскәре Голконда солтанаты ҡәлғәһен уратып ала, әммә Шаһ Йыһан улының власы көсәйеүҙән ҡурҡып, ҡаланан китергә ҡуша. Голконда солтаны ҙур контрибуция түләп, үҙ ерҙәренән өлөш бирә. 1657 йылда шаһзадә Аурангзеб падишаһ ризалығы менән Биджапур солтанатына һөжүм итә, Бидарҙә һәм Кальянины ала, шунан һуң Шаһ Йыһан яңынан яуҙы туҡтата, яулап алынған ерҙәрҙе империяға беркетә.

Эске сәйәсәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шаһ Йыһан һәм ҡатыны Мумтаз-Махал ерләнгән урын — Таж-Махал мавзолейы. Агра

Шаһ-Йыһан дәүләт идаралығында артыҡ мөһим реформалар үткәрмәй. Уның осоронда империяла Әкбәр бөтөрткән ай календары яңынан ҡулланыла башлай, мосолман сановниктарына һинд ҡатындарына өйләнеү тыйыла, бер нисә һинди храм емертелә. Шаһ Йыһан идара иткәндә Декканға һәм Гуджаратҡа көслө аслыҡҡа килтергән ҡоролоҡтар була, миллиондарса кешеләр ( Гуджаратта ғына 3 млн. самаһы) астан ҡырыла. Ҡоролоҡ мамыҡ баҫыуҙарын да ныҡ кәметтерә. .

Шаһ Йыһан I-нең идара ахыры һәм эшмәкәрлегенә баһа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1648 йылда, иң ҡеүәтле сағында, Шаһ-Йыһан баш ҡалаһын Агранан Делигә күсерә, шунда яңы ҡала — Шаһйыһанабадты төҙөтә. 1658 йылда Шаһ-Йыһандың кинәт ауырып китеүе һәм үлгән тигән хәбәр таралыу улдары араһында һуғыш сығара, шуның һөҙөмтәһендә улы Аурангзеб уны үҙ бүлмәһендә бикләп тота (хазинаханаһында тигән һүҙҙәр ҙә бар), ул шунда 1666 йылда үлеп ҡала. Шаһ ЙыһанI Ҡыҙыл фортҡа (Агра) ябылған һәм шунан үлем сәғәтенә тиклем үҙенең бөйөк әҫәре Таж-Махалға ҡарап һағышланған тигән һүҙҙәр ныҡ таралған. Әммә һинд тарихсылары бының легенда ғына икәнен раҫлай: ысынлап та Шаһ Йыһан Ҡыҙыл фортҡа (Дели) ябылған булған, әммә унан Таж-Махалды күрә алмаған,сөнки ул йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡта, Аграла булған.

Мумтаз-Махал һәм падишаһ Шаһ ЙыһанI
Шаһ Йыһан улдары Дара Шукох, Шаһ Шуджа һәм Аурангзеб, уның ҡайныһы Асаф-хан менән (уңда)

Шаһ-Йыһан тураһында «Тарих-е делгуша» яҙмышнамәһе буйынса билдәле, уны Инаятуллаһ Ҡанба яҙған. Тарихсылар уның эшмәкәрлегенә төрлөсә баһа бирә. Уның һарайы һәм ул төҙөткән ҡомартҡылар европалыларҙы башҡа Бөйөк Моголдарҙыҡынан нығыраҡ харан итһә лә, тап Шаһ-Йыһан Кохинур һәм Тимур рубины кеүек ағылташтарға хужа булһа ла, ун Персия менән уңышһыҙ һуғыштары империя ҡеүәтен ҡаҡшатҡанын һәм уны финанс яғынан бөлдөргәнен кире ҡағып булмай.

Ҡатындары һәм балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

6 ҡатынынан һәм бер нисә кәнизәгенән падишаһ Шаһ-Йыһандың 9 улы һәм 12 ҡыҙы тыуа, ҡайһы берҙәре кескәй сағында үлеп ҡалған [8]:

  • (1609 йылдан) Ҡандағари-бегум Сәхибә (1594 йылғы), Мозаффар Хөсәйен-мырҙа Сефеви ҡыҙы;
    • Пар-Пархиз Бану-бегум Сәхибә (1611—1675);
  • (1612 йылдан) Наваб Мәхд-и-Әлиә-бегум Әржумәнд Бану Ҡадсия-бегум Сәхибә (1628 йылдан мансабы- Мәликә-и-Йыһан Мумтаз-Махал) (1593—1631), падишаһтың иң оло дәрәжәле ҡатыны, Абул-Хәсән Асаф-хан Баһадур ҡыҙы (падишаһ Йыһангирҙең баш министры);
    • падшаһзадә солтан Мөхәммәт Дара Шикох (1615—1659), Аллаһабад (1645—1648), Гуджарат (1648—1652), Мултан һәм Ҡабул (1652—1657) һәм Бихар (1657—1658) башлығы, тәхет вариҫы, мансабы шаһзадә-и-Буланд Икбал («Бик ырыҫлы шаһзадә») (1642 йылдан), Аурангзеб бойороғо менән язаланған;
    • шаһзадә солтан Мөхәммәт Шаһ Шуджа Баһадур (1616—1660), Бенгалия (1639—1660), Бихар (1641—1657) һәм Орисса(1642—1660) башлығы, тәхет вариҫы (1657—1660),
    • падишаһ Мухйи ад-дин Мөхәммәт Аурангзеб Баһадур Аламгир I (1618—1707);
    • шаһзадә солтан Әхмәт-Бахш (1619—1622);
    • шаһзадә (1622—1622), исем ҡушылғансы уҡ үлгән;
    • шаһзадә солтан Мөхәммәт Мурад Бахш Баһадур (1624—1661), Мултан (1642—1646), Балх ҡалаһы (1646—1646), Кашмир (1647—1648), Деккан(1648—1649), Ҡабул (1650—1654), Гуджарат һәм Малава (1654—1657) субадары (башлығы), тәхет вариҫы (1657—1658), Аурангзеб бойороғо менән язаланған,
    • шаһзадә солтан Лутфуллаһ-мырҙа (1626—1628);
    • шаһзадә солтан Даулат Афзал-мырҙа (1628—1629);
  • (с 1617) Хасина-бегум Сәхибә, Наваб Шаһ Наваз-хана Баһадура (Мирза Ирадж) ҡыҙы;
    • шаһзадә солтан Йыһан Афруз (1619—1621);

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119006693 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Shahjahan, Emperor of India
  4. INDIA. The Timurid Dynasty. GENEALOGY. Delhi5
  5. Гаскойн, Бэмбер. Великие Моголы. Потомки Чингисхана и Тамерлана.
  6. История востока. Т. III. восток на рубеже средневековья и нового времени. XVI—XVIII вв. (главная редколлегия под председательством Р.Б.Рыбакова) — Москва: Издательская фирма «көнсығышчная литература» РАН, 2000. — Б. 164.
  7. История востока. Т. III. восток на рубеже средневековья и нового времени. XVI—XVIII вв. (главная редколлегия под председательством Р.Б.Рыбакова) — Москва: Издательская фирма «восточная литература» РАН, 2000. — Б. 165.
  8. Раздел написан по материалам The Timurid Dynasty// www.royalark.net

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Fictional flag of the Mughal Empire.svg Могол империяһы падишаһы Fictional flag of the Mughal Empire.svg
Уға тиклем:
Йыһангир
16271658 Вариҫы: Аламгир I
Дәғүә итеүселәр: Тимур Искәндәр,
Морад Баһш Шаһ