Эстәлеккә күсергә

Йүкә аллеяһы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йүкә аллеяһы — аллея Беренсе Май исемендәге паркты[1] тәүҙә Йәйге коммерция клубы баҡсаһы, хәҙер Дондағы Ростовта Физик культура йорто булған көнбайыш өлөшөндә киҫеп үтә. Йүкә аллеяһына 120 йылдан ашыу.

Беренсе Май паркы. Ротонда

Тарихы һәм һүрәтләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡса территорияһын бүлегеләү менән 1860 йылда Петербург архитекторы Петерс шөғөлләнә. Буласаҡ аллея йүнәлеше ҡәлғәнең (ер аҫты биналары менән) ер редутнан ҡалған убаны һәм Оло Баҡса урамы эргәһендәге элекке склад биналары подвалдарын тоташтырыусы ер аҫты галереялары трассаһын билдәләй.

Беренсе Май паркының йөҙ йыллыҡ йүкәләре

1890 йылдар башында киң аллеяның ике яғына беренсе йүкәләр ултыртыла. Уның уртаһында газон булдырыла, уларҙың бурсаһын клумбалар тамамлай. Йүкәләр араһындағы аралыҡтағы байрам кәйефен тыуҙыра.

1901 йылда аллеяны көнсығышта элекке редут убаһына урынлаштырылған мемориаль ротонда тамамлай. Уның алдына 1910 йылдар башында фонтан ҡуйыла. Ротонда  бейек цоколь ярусы майҙансығында, ер уры ҡалдыҡтарын йәшереп урынлаштырыла. Уның күркәм беседкаһы ҙур булмаған көмбәҙ аҫтындағы алты ионик ордер колоннаһынан формалаштырылған. Ротонданың аллеяның сәскә партерына йүнәлтелгән күренеш майҙансығы тап сәскә композициялары менән һоҡланыу маҡсатында эшләнгән. 

Аллея XX быуат һуңына тиклем тейелгеһеҙ булып һаҡлана. Уға хатта Дондағы Ростов территорияһында барған хәрби хәрәкәттәр ваҡытындағы утҡа тотуҙар ҙа, янғындар ҙа зыян килтермәй. Паркта оранжерея һүтеп алынғандан һуң (1986), газондар һәм клумбаларэлекке күркәмлеген һәм байлығын юғалта.

Хәҙер йүкә олондары ҙур үҫеп, ҡыҫҡартыу талап итә, ә аллеяға партктың заманса павильондары тығыла. Шулай ҙа Дондағы Ростовтың йүкә аллеялары һаман да үҙенсәлекле урын булып ҡала, сөнки Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡалған һәр ағас  - һирәк  һәм шатлыҡлы күренеш.

Медиктар һәм психологтар раҫлауынса, терапияның алдынғы дауалау ысулдарының береһе тип сәскә еҫе, япраҡ шауы, ағастар һәм ҡыуаҡтар күҙәтеүҙы күҙәтеү тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, ростовчандарға йүкә аллеяһы бүләк иткән бар нәмә файҙалы.

  • Волошинова В. Ф., Волошинова Л. Ф. 100 уникальных мест Ростовской области: Иллюстрированный справочник. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2011.-176 с., ил. ISBN 978-5-7509-0631-4