1 Май исемендәге парк (Дондағы Ростов)
1 Май исемендәге парк | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | мәҙәниәт һәм ял паркы |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1855 йыл |
Архитектор | Петерс |
Статус | {| class="infobox"
| | style="text-align:center; background:#A3EEA3; width:100%" |Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы |} |
Урынлашыуы | |
47°13′39″ с. ш. 39°44′24″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Киров |
1 Май исемендәге парк (Дондағы Ростов) Викимилектә |
1 май исемендәге парк — Дондағы Ростовтың Киров районындағы мәҙәниәт һәм ял паркы. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәни һәйкәл статусына эйә. Элекке Изге Дмитрий Ростовский ҡәлғәһе территорияһында урынлашҡан. 1 май исемендәге парк үҙенең XIX быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи планировкаһын һәм ниндәйҙер дәрәжәлә йәшеллеген һаҡлап ҡалған[1]. Парк территорияһында ер аҫты ҡоролмалары урынлашыуға бәйле, ул шулай уҡ, археология һәйкәле лә булып тора[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элек Изге Дмитрий Ростов ҡәлғәһе урынлашҡан территория 1855 йылда Йәйге Коммерция Клубының милкенә йләнә. Милекселәр заказы буйынса, Санкт-Петербург архитекторы Петерс тарафынан баҡсаны төҙөкләндереү буйынса проект эшләнә. Эш барышында төҙөүселәр ер аҫты казематтарына һәм туннелдәргә юлыға. План төҙөгәндә Петерс уларҙы иҫәпкә ала һәм барлыҡ ҙур төҙөлөштәрҙе ер аҫты ҡоролмалары булмаған урынға урынлаштыра. Шулай итеп ер аҫты туннелдәре өҫтөндә баҡса аллеялары, ә ике ҡатлы ер аҫты бинаһы өҫтөндә фонтан барлыҡҡа килә. Парлтың төп аллеяһы хәҙерге ротонданан сәскәлеккә диагональ һыҙат буйлап үтә. Яңы баҡса территорияһында спорт майҙансыҡтары эшләнелә. Оранжерея булдырыла һәм йүкә ағастары аллеяһы ултыртыла.
1901 йылда бында неоклассицизм стилендә, боронғо ҡәлғә кирбестәрен ҡулланып, 6 колонналы ротонда төҙөлә. Уның архитекторы Николай Александрович Дорошенко була. Ротонда нигеҙе аҫтында ер аҫты бинаһы урынлаша. 1912—1913 йылдарҙа баҡсаның көнбайыш өлөшөндә архитектор Г. Гелат проекты буйынса модерн стилендә өс ҡатлы йорт ҡалҡып сыға. Был Йәйге Коммерция клубы бинаһы була, ә уның тәҙрәләренән фонтанлы ротонда күренеше асыла.
XX быуат башында баҡса Дондағы Ростов һәм Дондағы Нахичевань халҡының яратҡан урынына әүерелә. Йәйгеһен бында оркестр уйнай, спектаклдәр, концерттар ҡуйыла, сығыш яһау өсөн билдәле гастролерҙар саҡырыла. Оранжереяла пальмалар үҫә, ә яҡтылыҡ шәхси подстанциянан тәьмин ителә. Ял итергә килеүселәр араһында ҡаланың йоғонтоло кешеләре, сауҙагәрҙәр, урындағы элита була.
Элегрәк парк ҡойма менән уратылһа, хәҙер ул тергеҙеү талап итә. 1920 йылдарҙа паркта геометрик биҙәктәр менән һырланған баҡса-парк композициялары һаҡлана. Шулай уҡ бында даими яңыртылып торған сәскә календаре була. 1970 сәскә күргәҙмәләре ойошторола. 1986 йылда, янғын арҡаһында, оранжерея зыян күрә, һуңынан уның урынына автостуҡталҡа эшләнә.
Парк территорияһында йүкә аллеяһы бар, уның йәше 120 йылдан ашыу тәшкил итә. 2000 йылда 55 төп йүкә ағасынын яңы аллея ултыртыла. 2005 йылдың майына уларға тағы 5 ағас өҫтәлә күбәйҙе тағы 5 ағас.
2015 йылдың октябрендә парктың йәлеп ителгән тнвесторҙар ярҙамында реконструкцияланасағы тураһында мәғлүмәт пәйҙә була[3].