Эстәлеккә күсергә

Йәйге дауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәйге дауыл
Атамаһы Summer Storm
Жанр фильм-драма[d][1] һәм экранизация литературного произведения[d]
Ил  Америка Ҡушма Штаттары
Әҫәр яҙылған тел инглизсә
Нәшер ителеү ваҡыты 1944
Режиссёр Дуглас Сирк[d][1]
Сценарист Дуглас Сирк[d]
Ролдәрҙә Линда Дарнелл[d]
Джордж Сандерс[d]
Анна Ли[d]
Чарльз Троубридж[d]
Хортон, Эдвард Эверетт[d]
Гуго Гаас[d]
Джимми Конлин[d]
Джон Эбботт[d]
Роберт Грег[d]
Сара Падден[d]
Зиг Руман[d]
Нина Кошец[d]
Кинооператор Арчи Стаут[d]
Композитор Карл Хаджос[d]
Продюсер Сеймур Небензал[d]
Таратыусы United Artists[d]
Место действия СССР
Оҙайлылыҡ 106 Минут[2]
Төҫ чёрно-белый[d]
Рейтинг ClassInd 14[d][3][4]

Йәйге дауыл (ингл. Summer Storm) ― фильм. 1944 йылда нуар жанрында төшөрөлгән. Режиссёры ― Дуглас Сирк, сценарисы ― Роулэнд Ли. Ролдәрҙә: Линда Дарнелл, Джордж Сэндерс, Эдвард Эверетт Хортон һәм Анна Ли. Фильмдың сюжеты урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов повесына нигеҙләнгән. Фильм $1,250,000 аҡсаны был киноны күрһәтеүҙән йыйған[3]

Филмдың сюжетына Рус революцияһынан һуңғы ваҡиғалар һалынған. Граф Вольский урыҫ китап нәшриәтенең баш мөхәррире Надёна Каленинаға бер ҡулъяҙма тотоп килә. Уны графтың дуҫы һәм Надёнаның элекке кейәү егете, судья Фёдор Петров яҙған була.

Надёна үҙенең Фёдор менән мөхәббәте тураһындағы ҡулъяҙманы уҡый. Башта Фёдор Наденаны яратам тип уға өйләнергә уйлай, ләкин оҙаҡламай уға Вольскийҙарҙың йортондағы йәш хеҙмәтсе ҡыҙ Ольга ныҡ оҡшай башлай. Ҡыҙ ҙа уға ихласлыҡ күрһәтә. Ольга аҡсаһыҙлыҡтан интеккәнгә күрә генә, үҙе теләмәй Урбенинға кейәүгә сыға. Урбенин шулай уҡ Вольскийҙар йортонда эшләй, үҙе ҡыҙҙан байтаҡҡа өлкән йәштә була, һәм ҡыҙ уға ҡарата бер ниндәй ҙә яратыу хисе кисермәй.

Ольганың туйы көнөндә Фёдор менән Ольга, тойғоларын йәшерә алмайынса, үбешәләр. Быны Надёна күреп ҡала һәм Фёдорға кейәүгә сығыуҙан баш тарта. Ольга Фёдор менән Америкаға ҡасып китергә була, тик тегеһе үҙен Надёна менән Урбенин алдында ғәйепле һанауҙан быға ризалашмай.

Артабан Ольга граф Вольский менән яҡын мөнәсәбәткә инә. Ул, хатта Урбениндан айырылып, Вольскийға кейәүгә сығырға ла риза. Фёдор был турала белеп ҡала һәм бик ныҡ ярһый. Ольга Фёдорҙы яратһа ла уның менән бергә булмаясағы, оҙаҡламай Вольскийға кейәүгә сығасағы, ә Фёдор менән былай ғына йөрөп тороға ризалығы тураһында әйтә.  Фёдор ҡыҙып китә һәм Ольганы үлтерә. Үлгән сағында Ольга Фёдорҙы ғәфү итә һәм һаман да уны яратыуы тураһында әйтеп өлгөрә. Ошоно әйткән саҡта ул «күктәге электрҙы», йәғни үҙенең әсәһен атып үлтергән йәшен утын күрә. Урбенинды ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләйҙәр һәм уны Себергә каторгаға ебәрәләр.

Ҡулъяҙманы уҡығас, Надёна нишләргә лә белмәй, башта был ҡулъяҙманы полицияға бирергә ҡарар итә. Фёдор Надёнаның уҡып сыҡҡанын белә һәм уның кабинетына килеп инә. Надёна ҡулъяҙманы полицияға тапшырырға көсө етмәгәне һәм һаман да Фёдорҙы яратыуы тураһында әйтә һәм ул үҙ ғәйебен полицияға барып танырға тейеш тип белдерә. Фёдор ҡулъяҙманы полицияға ебәрә, ләкин быға бик ныҡ үкенә һәм, ҡулъяҙмаһын тартып алыр өсөн, почтальонға һөжүм итә. Быны күргән милиционерҙар Фёдорға ата һәм уны үлтерә. Үлгән саҡта Фёдор «күк электрын»-йәшенде күреп ҡалыуын әйтә.

  • Джордж Сандерс ― Фёдор Петро
  • Линда Дарнелл ― Ольга Кузьминична Урбенина
  • Эдвард Эверетт Хортон ― граф Вольский
  • Анна Ли ― Надёна Каленина
  • Гуго Гаас ― Антон Урбенин