Йәндүрин Салауат Дияс улы
Йәндүрин Салауат Дияс улы |
Йәндүрин Салауат Дияс улы (28 август, 1979, Өфө ҡалаһы) — юрист, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәндүрин Салауат Дияс улы 1979 йылдың 28 авгусында Өфө ҡалаһында күп балалы ғаиләлә игеҙәктәрҙең береһе булып тыуа.
Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында юғары белем ала (2001).
2000—2001 йылдарҙа — юрист ООО ИД «Неделя» нәшриәт йорто яуаплылығы сикләнгән ширҡәте юрисы.
2001—2002 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһын Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының беренсе категориялы белгесе булып эшләй.
2002—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһын Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының әйҙәүсе белгесе.
2003—2005 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһын Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының федераль регистрҙы алып барыу буйынса бүлек мөдире.
2005—2008 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығының Башҡортостан Республикаһында федераль регистрҙы алып барыу һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡануниәте бүлеге начальнигы.
2008—2009 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡануниәте, федераль регистрҙы алып барыу һәм муниципаль берәмектәрҙең уставтарын теркәү бүлеге начальнигы.
2009 йылдан Рәсәй Федерацияһын Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының начальник урынбаҫары вазифаһын үтәй[2].
2017 йылдан Рәсәй Федерацияһын Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.
Дәрәжәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы дәүләт советнигы.
Ғаилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡыҙ үҫтерә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Фәйезов Әлим. Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде . Башинформ (29 декабрь 2017). Дата обращения: 23 март 2018.
- ↑ Кто есть кто в Республике Башкортостан. Яндурин Салават Диясович