Эстәлеккә күсергә

Йәшел Сауҡалыҡ (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәшел Сауҡалыҡ

Йәшел Сауҡалыҡ — Өфөнөң көньяҡ-көнсығыш өлөшөнөң тарихи атамаһы.

XIX быуатта был ерҙең бер өлөшө — Успение ирҙәр монастыры биләмәһе, бер өлөшө алпауыт Новиковтыҡы була. XX быуат башында унда Өфө социал-демократтары йәшерен маёвкаларға йыйыла. 1917 йылғы инҡилаптан һуң был биҫтәлә «Лутовиново» ял йорто һәм санаторийы асыла, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында был шифаханала эвакогоспиталдәр урынлаша.

1970-се йылдар башынан Йәшел сауҡалыҡта төҙөлөш әүҙемләшә. Унда Өфөнөң «БЭТО», «Конди» (хәҙер — «Harry’s»), «Теастан» кеүек эре предприятиелары урынлаша. Шулай уҡ «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты», «Трикотаж фабрикаһы», «Киров», «Кувыкин», «Менделеев» баҙарҙары һәм башҡалар — ошо биҫтәлә.

  • «Ихлас» мәсете
  • Изге Сергий кафедраль соборы
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.