Эстәлеккә күсергә

Йәшел утрау (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәшел утрау битенән йүнәлтелде)
Йәшел
Характеристики
Халҡы0 чел. (2014)
Урынлашыуы
47°12′49″ с. ш. 39°46′35″ в. д.HGЯO
АкваторияДон
РФ субъектыРостов өлкәһе
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Дондағы Ростов
Рәсәй
Красная точка
Йәшел
Ростов өлкәһе
Красная точка
Йәшел
 Йәшел утрау Викимилектә

Ҡалып:Необитаемые острова по странам

Йәшел утрау — Ростов өлкәһендәге Дон йылғаһының түбәнге ағымындағы бәләкәй утрау. Оҙонлоғо 4 км (көнбайыштан көнсығышҡа),иң киң урыны — 1,5 км. Административ яҡтан Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетар районына ҡарай. Көньяҡтан Дон ,ә төньяҡтан йылғаның Нахичеван ҡылымығы менән йыуыла.Унан ары ҡала йорттары башлана. Йәшел утрауҙан йыраҡ түгел Дон йылғаһында бәләкәйерәк тағы бер утрау- Быстрый утрауы бар.

Йәшел утрауҙа ағастар һәм болон үҫемлектәре үҫә . Бында тирәк һәм дардар ағасы, аҡландарҙа бөрлөгән осрай. Күрән ҡаплап киткән ярҙары күбеһенсә ҡомло,әҙерәк төҙөкләдерелгән йәмәғәт пляжы , ял итеү базалары, балалар лагерҙары бар, уларға юлдар һалынған.

Төньяҡтан көньяҡҡа табан утрауҙы киҫеп, бер линиялы электрләштерелгән Батайск — Нахичеван тимер юл линияһы үтә. Нахичеван ҡылымығы һәм Дон йылғаһы аша ике тимер юл күпере һалынған.

Нахичеван ҡылымығы аша, 29-сы линия башында - понтон күпер. Шул понтон күпер аша утрауға сығып йөрөйҙәр. Йәшел утрауға үтеү түләүле[1]. Күпергә үтеү урынында шлагбаум ҡуйылған, ләкин йәйәү һәм велосипедта килеүселәр өсөн утрауға инеү бушлай.