Эстәлеккә күсергә

Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәүҙәт Хәсән улы Ильясов битенән йүнәлтелде)
Йәүҙәт Хәсән улы Ильясов
Тыуған көнө:

16 февраль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Исламбаҡты ауылы

Вафат булған көнө:

19 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (53 йәш)

Вафат булған урыны:

Үзбәк ССР-ы Ташкент ҡалаһы

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1954—1982

Йүнәлеше:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус, үзбәк, башҡорт

Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы (16 февраль 1929 йыл19 июль 1982 йыл) — СССР яҙыусыһы, прозаик, шағир, тәржемәсе, журналист һәм рәссам.

Йәүҙәт Хәсән улы Ильясов 1929 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Исламбаҡты ауылында тыуған.

Атаһы — Хәсән Ильясов, волга татары. Әсәһе — Сәйҙәкамал Хисамитдинова, сығышы менән башҡорт тархандары нәҫеленән. Йәүҙәт сабый сағында уҡ ата-әсәләре айырылыша. 1931 йылда Сәйҙәкамал Урта Азияға юллана һәм Яңыюл янындағы Үзбәк ССР-ының 5-йыллығы исемендәге совхозға килә. Бында икмәк бешереүсе Али Закировҡа кейәүгә сыға. Йәүҙәт Исламбаҡтыла ҡала, уны әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. 1934 йылда Сәйҙәкамал улын үҙенә ала. 6 йәшендә Йәүҙәт үзбәк, ә киләһе йыл — рус мәктәбенә бара.

1935 йылда ғаилә совхоздан 3 км алыҫлыҡтағы Яңы Михайловка ауылына күсә. 1941 йылда Йәүҙәт ҡабыҡ заводына тарма сүсе йәки иләү культураһы ташыусы булып эш башлай. 1943 йылда үгәй атаһы фронтҡа киткәс, әсәһе менән туған ауылы Исламбаҡтыға ҡайталар. Йәүҙәт колхозда эшләй, йылҡы малын көтә. 1944 йылда әсәһе менән тағы Сәмәрҡәнд өлкәһе «Зеравшан» сөгөлдөр совхозына күсә, Йәүҙәт тракторсы булып эшләй. 1944 йылда ғаилә Яңы Михайловка ауылына ҡайта, Али Закиров фронттан ҡайтҡас, уның менән бергә Крупская исемендәге колхоздың пекарняһына эшкә бара.

Белорет педагогия уилищеһын тамамлай. Артабан төрлө һөнәр буйынса: һыҙмасы, биҙәүсе-рәссам булып эшләй; клуб, китапхана мөдире була, художестволы үҙешмәкәрлек менән етәкселек итә.

1952 йылдан «Ленинец» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегенең мөдире, тәржемәсе һәм корреспондент булып эшләй[1].

1953—1958 йылдарҙа Ташкенттың матбуғат органдарында («Ташкентская правда», «Комсомолец Узбекистана», «Физкультурник Узбекистана») әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1957 йылдан «Звезда Востока» журналының шиғриәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1982 йылдың 19 июнендә, Ташкенттағы күлдә һыу төшкәндә, батып үлә. Версияларҙың береһе буйынса, быға шул осорҙағы Үзбәк ССР-ы Коммунистар партияһы үҙәк комитетының беренсе сәркәтибе Шәрәф Рәшитов бәйле була[2]. Ҡаланың «Чилонзор ота» зыяратының үҙәк өлөшөндә ерләнгән.

  • Стрела и солнце: роман. — Ташкент, 1964.
  • Пятнистая смерть: повесть. — Ташкент, 1965.
  • Золотой истукан: повесть. - изд-во "Литература и искусство", 1973.
  • Тропа гнева - Согдиана. - Ташкент, 1963 (1974).
  • Заклинатель змей: повесть о трудной судьбе Омара Хайяма, изд-во "Литература и искусство", 1979.
  • Месть Анохиты: повести. - Ташкент, 1984; М., Советский писатель, 1991.
  • Заклинатель змей; Башня молчания: повести. - Ташкент, изд-во "Литература и искусство", 1986.
  • Тропа гнева; Согдиана; Чёрная вдова: романы (повести) - АОЗТ "Шедевр", 1994.
  • Согдиана — М., 2009 Язык: Русский Тираж: 5000 экз. 368 стр. Твердый переплет ISBN: 978-5-9533-3620-8 2009

Ильясов Йәүҙәт Хәсән улының «Асыу һуҡмағы» повесы б. э. т. 519 йылда фарсы батшаһы Дарий I-нең сактарға ҡаршы ойошторған походы тураһында.

  • Ташкентта Йәүҙәт Ильясов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  1. Гәрәев Р. В. Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Янышев С. Рассказывает вдова Явдата Ильясова. Татарская электронная библиотека. 2017 йыл 28 февраль архивланған.
  • Литературы рядовой солдат: памяти писателя-земляка Явдата Ильясова: биогр. справка. — Уфа, 2011.
  • Писатель Явдат Ильясов: Библиографический указатель (сост. Р. Гареев). Уфа, Башкирское книжное издательство, 1996.
  • Явдат Ильясов // Писатели Советского Узбекистана. Биографический справочник. — Ташкент, 1977.