Йөгәмеш нефть ятҡылығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөгәмеш нефть ятҡылығы

Йөгәмеш нефть ятҡылығы 1958 йылда асыла. Ятҡылыҡ 22,7 га майҙанды биләй. Башҡортостан Республикаһының Яңауыл һәм Тәтешле райондары территорияһында урынлашҡан.

Ятҡылыҡ Башҡорт көмбәҙенең төньяҡ өлөшө сигендә ята. Нефть биреүсе ҡатламдар кашир, верей горизонттарына, урта карбин башҡорт ярусына, түбәнге карбон турней ярусына, фямен ярусына, үрге һәм урта девон ҡатламдарының кынов, паший, муллин горизонттарына ҡарай.

Төп запастар түбәнге карбондың терриген ҡалын ҡатламының балсыҡ ҡомташында тупланған.

Нефть 780 метрҙан 1830 метрға тиклемге тәрәнлектә ята.

Бындағы нефть ауыр (тығыҙлығы 0.866-0.935 г/см3), үтә ныҡ мәтеле (59 Мпа*с тиклем).

Ятҡылыҡ 1958 йылда асыла, 1966 йылда эшкәртеүгә тапшырыла. 1989 йылда Йөгәмеш ятҡылығында йыллыҡ нефть сығарыу иң юғары кимәлгә етә (505 мең тонна).

Ятҡылыҡты эшкәртеүселәр: «Арланнефть» НГДУ-һы, «Башнефть» АНК-һы. 60-сы йылдарҙан ятҡылыҡ продукцияһы «Газпром Нефтехим Салауат» предприятиеһында сырье булараҡ ҡулланыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нефтяные и газовые месторождения СССР в двух книгах. /Под ред. С. П. Максимова. М: Недра.1987. Т.1. С. 42, 57, 105, 210
  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. Уфа. 2013.