Казак Буланов тирмәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Казак Буланов тирмәне
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҙау
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]

Сауҙагәр Буланов тирмәнеXX быуат башында Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһында һаҡланып ҡалған сәнәғәт архитектураһы комплекстарының береһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тирмән 1905 йылда Гимназия урамы (хәҙер Тыныслыҡ урамы) һәм Кирсанов тыҡрығы (хәҙер Зоя Космодеьянская проспекты) киҫелешендә төҙөлгән. 1912 йылда Н.Н. Булановҡа ҡараған шәхси милек булараҡ телгә алына. 1925 йылда тирмән территорияһында пар машинаһы урынлаштырыу өсөн бер ҡатлы бина төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тирмән өлөшләтә емерелә һәм талана. 1952 йылда бинаны тергеҙеү буйынса реставрация эштәре тамамлана. 19501980 йылдарҙан алып яңы тирмән төҙөү составына өс төр ҡоролма инә. Тирмән комплексының төп элементә булып тирмән үҙе тора. Уның көнбайыш фасадына (Тыныслыҡ урамының ҡыҙыл һыҙаттары буйлап) йәнәш ике ҡатлы кирбес ҡоролма терәлеп тора. Төньяҡ фасады яғынан машина залының бер ҡатлы кирбес бинаһы урынлаша. Тирмән фасадының художество биҙәлешендә эклектик йүнәлешендәге композиция алымдары һәм архитектура биҙәлеше бар. 2000 йылда Ростов өлкәһе хакимиәте ҡарары менән урындағы әһәмиәттәге дәүләт ҡомартҡыһы тип танылған һәм дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]