Камалов Рәил Исмәғил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәил Исмәғил улы Камалов
Тыуған көнө:

20 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

24 март 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (57 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылы

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Ленин ордены

Камалов Рәил Исмәғил улы (20 февраль 1932 йыл — 24 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965). РСФСР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәил Исмәғил улы Камалов 1932 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

1942 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Фрунзе исемендәге колхозда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1952—1955 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң колхозда төрлө эштәр башҡара. 1957 йылдың декабрендә тракторсылар курсына ебәрәләр. 1958 йылдың апреленән башлап тракторсы булып эшләй, 1961 йылда колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звеноһына етәксе итеп ҡуялар.

Рәил Камаловтың производствоны ҙур оҫталыҡ менән ойоштороуы арҡаһында, бер йылда уның звеноһы байтаҡ ҙур хеҙмәт һөҙөмтәләренә өлгәшә. 1962 йылда 50 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы гектарынан 250 центнер тәшкил итә. Агротехниканы, һөрөү сифатын яҡшыртып, 1965 йылда уның звено ағзалары 80 гектар сөгөлдөр майҙанының һәр гектарынан 311 центнер уңыш алыуға өлгәшә. Бер центнер шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса үҙҡиммәте 1,30 һум тәшкил итә, ә колхоз буйынса — 1,89 һум, район буйынса — 2,40 һум була.

Шәкәр сөгөлдөрөн етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа, уңдырышлылығын күтәреүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн, 1965 йылдың 31 декабрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Рәил Исмәғил улы Камаловҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1989 йылға тиклем Фрунзе исемендәге колхозда механизацияланған звено етәксеһе булып эшләй.

Етенсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты (1967—1971).

1989 йылдың 24 мартында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамовт. 3. З-К. 2007. − 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]