Кама буйы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кама буйы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй

Кама буйы  — Кама йылғаһына тоташҡан бик ҙур биләмә.

Киң мәғлүмәт сараларында йыш ҡына Пермь крайын, ҡайһы берҙә Пермь крайын һәм Удмуртияны — Кама буйы, ә Пермь ҡалаһын — Кама буйының баш ҡалаһы тип атайҙар. Был осраҡта фәнни яҡтан айырыуса дәлилләнгән терминдар — Пермь Кама буйы (Пермь крайы) һәм Көнбайыш Урал (Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы).

Удмурт энциклопедияһында Кама буйы «аныҡ тышҡы сиктәре булмаған, йылға үҙәне менән тығыҙ бәйләнгән Кама йылғаһы биләмәһенең ирекле ҡулланышта булған географик термины» тип билдәләнә. Кама буйының урыны ҡайһы берҙә административ-территориаль бүленеше атамаларына (Пермь Кама буйы, Ҡаракүл Кама буйы) бәйләнә. Әлеге термин киң мәғлүмәт сараларында, тыуған яҡты өйрәнеү, һирәгерәк ғилми әҙәбиәттә, ҡуллана"[1].

Ҡайһы бер ғилми публикацияларҙа биләмә (территория) йәһәтенән Кама йылғаһы бассейны менән күҙалланған Оло Кама буйы термины индерелә[2][3][4][5][6][7]. Был төбәккә Рәсәй Федерацияһының биш субъекты ҡарай: Башҡортостан Республикаһы, Киров өлкәһе, Пермь крайы (айырым статусҡа эйә Коми-Пермяк округы менән бергә), Татарстан Республикаһы, Удмуртия Республикаһы, шулай уҡ традицияға нигеҙләнгән географик һәм тарихи-мәҙәни яҡтан яҡын булған ҡайһы бер территориялар.

Үрге, Урта һәм Түбәнге Кама буйын билдәләйҙәр:

  • Үрге Кама буйы Кама үрендә, йылға башынан Пермь ҡалаһына тиклем, ята. Үрге Кама буйы биләмәләрендә XV быуат башында берҙәм административ һәм иҡтисади биләмә — Бөйөк Пермь — барлыҡҡа килә. XIX быуатта бында Соликамск өйәҙе ойошторола.
  • Урта Кама буйы Пермь ҡалаһынан Татарстан Республикаһына тиклемге биләмәгә ҡарай. Сарапулда Урта Кама буйы тарихы һәм мәҙәниәте музейы бар.
  • Түбәнге Кама буйы Татарстан менән күҙаллана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Удмуртская Республика: энциклопедия / гл. ред. В.В. Туганаев — Ижевск: Удмуртия, 2000. — Б. 567. — 799 (1) б.
  2. Порозов В.А. Уральский компонент в краеведческом курсе «История и культура Прикамья» // Материальная и духовная культура народов Поволжья и Урала: история и современность: Материалы регион. науч.-практ. конф., посвящ. 150-летию со дня рожд. Г.Е. Верещагина. Глазов. — 2001. — С. 154-155.
  3. Смышляевские чтения: Материалы одиннадцатой науч.-практ. конф. / сост. В.Н. Шумилова; Перм. гос. краевая универс. б-ка им. А.М. Горького — Пермь, 2009. — Б. 184-190. — 303 (1) б.
  4. История и культура Прикамья. Материалы к изучению курса : учеб. пособие / авт.-сост. М.Г. Нечаев, В.А. Порозов, Н.М. Филатов; под общ. ред. В.А. Порозова; Перм. гос. пед. ун-т и др. — Пермь: ПГПУ, 2011. — 315 (1) б.
  5. Порозов В.А. Прикамье в контексте идентификации // Вестник Пермского государственного гуманитарно-педагогического университета. Сер. No3. Гуманитарные и общественные науки : науч. журнал. — 2013. — № 2. — С. 42-54.
  6. Прикамский регион: география, история и культура : Материалы Всерос. науч.-практ. конф. / Набережночелнин. ин-т соц.-пед. технологий и ресурсов и др. — Набережные Челны, 2013. — 239 (1) б.
  7. Региональные идентичности и социальные отношения: монография / Е.М. Калашникова, В.А. Порозов, А.А. Краузе и др.; Перм. гос. гуманит.-пед. ун-т — Пермь: ПГГПУ, 2014. — 196 (2) б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]