Эстәлеккә күсергә

Каменнов йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табыш йорто
Каменнов йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Бина тибы Табыш йорто
Архитектура стиле классицизм
Нигеҙләүсе A. A. Монети
Төҙөлгән ваҡыты 1850 йыл
Билдәле йәшәүселәр шағирә Софья Парнок, шағир, музыкант, Рәсәй джазына нигеҙ һалыусы Валентин Парнах
Статус Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты Ҡарар № 301 18.11.92 й.

1850

Каменнов йорто — Таганрог ҡалаһының уртаһында Итальянский тыҡрығы, 27 адресы буйынса урынлашҡан XIX быуат уртаһында төҙөлгән ике ҡатлы йорт. Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се һанлы ҡарар.

Каменновтың Таганрогтағы йорто башта табыш йорто итеп төҙөлә. Ул 1850 йылда сауҙагәр A. A. Монети аҡсаһына эшләнә, 1880 йылдарҙа дворян һәм алпауыт Михаил Петрович Каменнов милкенә күсә. Таганрог ҡалаһы тарихында Монети исеме грек эмигранттарының йәтим балаларын Петербургҡа оҙатып барыу һәм Ҡырым һуғышы барышында десант корпусы төшөрөүҙе кире ҡағыу, ҡалала янғын таралыуға юл ҡуймау менән бәйле осрай. Совет власы йылдарында йорт национализациялана.

Был йортта шағирә һәм тәржемәсе Парнок София Яковлевна, шағир, музыкант, совет джазы пионеры, тәржемәсе, бейеүсе, хореограф Парнах Валентин Яковлевич, шағирә Тараховская Елизавета Яковлевна йәшәйҙәр[1].

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында был йортто уның һуңғы хужаһы буйынса — Каменнов йорто тип атайҙар. Йорт көньяҡ классицизм стилендә төҙөлә. Бер яғы менән Александр урамына ҡарай.

Подвалы булған ике ҡатлы йорттоң тәҙрәләре йөҙлөк һәм тәҙрә уйымын биҙәп тороусы көпләүсе таш менән ҡаймалап алынған. Икенсе ҡатта тәҙрәләр өҫтөндә кәрниздәр эшләнгән. Икенсе ҡаттағы кәрниз буйлап урынлаштырылған сығынтылар һәм филёнканан яһалған этаж ара һыҙат иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Инеү ишеге Александр урамы яғынан да, ихата яғынан да бар.

Бинаның фасады штукатуркаланған һәм ике төҫлө буяуға буялған. Дөйөм ерлек һары төҫтә, архитектура деталдәре аҡ төҫкә буялған, был уларҙың айырылып тороуын тәьмин итә. Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт, асыҡ йәшел төҫкә буялған. Торошо ҡәнәғәтләнерлек. Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән (1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се һанлы ҡарар).

  1. Баташев А. Советский джаз. — М.: Музыка, 1972. — 176 с.