Каналетто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Каналетто
Giovanni Antonio Canal.jpg
Исеме:

Giovanni Antonio Canal

Тыуған:

18 октябрь 1697({{padleft:1697|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Венеция

Үлгән:

20 апрель 1768({{padleft:1768|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (70 йәш)

Үлгән урыны:

Венеция

Гражданлығы:

Италия Италия

Жанр:

ведута

Стиль:

академизм/классицизм

Влияние на:

Уильяма Марлоу

Commons-logo.svg Викимилектә эштәре

Джова́нни Анто́нио Кана́ль (итал. Giovanni Antonio Canal), Канале́тто исеме менән дә танылған (итал. Canaletto; 7 октябрь 1697(16971007), Венеция — 20 апрель 1768, Венеция) — итальянский художник, ведутистар венециан мәктәбе башлығы, академизм стилендәге ҡала пейзаждары оҫтаһы. Канелеттоның ҡушаматын, шулай уҡ Антонио Канальяның туғаны Бернардо Беллотто ла йөрөткән. Ул да шулай уҡ пейзажсы.


Биографияһы һәм ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антонио Каналь 1697 йылдың 7 октябрендә Венецияла тыуған. Живопислыҡҡа атаһы театраль рәссам Бернардо Каналдан өйрәнә. Атаһына Венеция театрҙарында спектакелдәр биҙәшергә ярҙам итә. 1719 йылда ул Рим ҡалаһына бара, унда күренекле ведудист Панини Джованни Паолоның ижады менән таныша. Аҙаҡ ул Венецияның күренеше тураһында әҫәрҙәр яҙа башлай. Каналдең ҡултамғаһы менән тәүге билдәле тикшеренеү эше булып «Архитектуралы каприччо» (1723) тора. Ул саҡтағы башҡа рәссамдарҙан айырмалы булараҡ, ул ижадының тәүге этабында (Ведута ( живопис жанры))ны үҙенсә яҙа, һәм бер әҙерлекһеҙ тиерлек ҡапыл натураға күсә. Аҙаҡ студияла обскура камераһын файҙаланып яҙа башлай. Был осор пейзаждары өлөшләтә ҡала күренештәренә ҡайтып ҡала[1]. Каналеттоның күп эштәре Венецияға күсеп килгән инглиздәргә уңышлы һатыла.

1746 йылда ул картиналарын һатыу маҡсатында Лондонға бара. Туғыҙ йыл буйы Англияла йәшәй, урындағы дворецтар һәм өйҙәр өсөн картиналар яҙа. Ошо осорҙа уның ижады икенселгә күсә, уның техникаһы заказсыларға оҡшамай башлай. 1755 йылда рәссам кире Венецияға ҡайта. 1763 йылда уны Венеция художество академияһына һайлап ҡуялар.

Каналетто 19 апрель 1768 йыл тыуып үҫкән Венецияла вафат була.

Һүрәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Каприччо емереклектәре менән», 1720-21, Фонд Дж. Чини, Венеция;
  • «Венецияла француз илсеһен ҡаршылау», 1724 г., Эрмитаж, Санкт-Петербург;
  • «Лондон күренеше», 1746 г., частное собрание, Лондон;
  • «Автопортрет», 1746 г., частное собрание, Англия;
  • «Палаццо Гримани», 1756 г., Лондонская Национальная галерея;
  • «Праздник обручения венецианского дожа с Адриатическим морем», около 1763-64, ГМИИ, Москва;
  • «Вид на Кампо Санта Маргерита», 1697—1768 (72х98 холст-масло);
  • «Вид Венеции». Национальный музей искусств Азербайджана;
  • «Вид на Колизей и арку Константина», 1743 Виндзорский замок.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Энциклопедия Мировое Искусство. М., «ОЛМА-ПРЕСС», 2002.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]