Канев тәбиғәт ҡурсаулығы
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 30 июль 1923 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] |
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Черкассы өлкәһе |
Әһәмиәтле урын | Канев[d] |
Майҙан | 8634,88 гектар |
Рәсми сайт | kanivbiosfera.at.ua |
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы Викимилектә |
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы (укр. Канівський природний заповідник) — Канев районының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тәбиғи ҡурсаулыҡ (Черкасск өлкәһе, Украина). 1923 йылдың 30 июлендә булдырылған. Майҙаны — 2027 гектар (5%-ы һыу ятҡылығына тура килә).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]УССР-ҙың Халыҡ Наркомземы коллегияһы ҡарарына ярашлы 1923 йылдың 30 июлендә ойошторола.
1951—1968 йылдарҙа — Украинаның Халыҡ коллегияһының уҡыу-тикшереү урман хужалығы статусына эйә була.
1968 йылдың 12 ноябрендә УССР-ҙың Министрҙар Советы 568-се ҡарары менән уға ҡурсаулыҡ статусы кире ҡайтарыла. УССР-ҙың Министрҙар Советы 1986 йылдың 22 декабрендәге 717-р һанлы ҡарары менән ҡурсаулыҡтың майҙанын 2027 гектарға тиклем арттыра.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп бурыстары: уникаль тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, эталон урман урыны булдырыу, төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғәттә барған үҙгәреш процестарын күҙәтеү.
Ҡурсаулыҡ ике өлөштән тора: материк (Днепрҙың уң яҡ яр һәм тауҙарын ҡаплаған урмандар) һәм утрауҙар (Круглик һәм Шелест, Каневский һыуһаҡлағысындағы Змеиный утрауы). Материк өлөшө —1415 гектар, утрауҙан өлөшө — 602 , акватория 10 гектар урынды биләй. Ҡурсаулыҡ тирәләй һаҡлау зонаһына 1351 гектар ер билдәләнгән.
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡта 990 төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә (Украина флораһының 20 проценты).
Тағын 170 төр лишайник, 138 — мүк һымаҡтарҙан, 1232 ысын бәшмәктәр төрө табылған.
Ҡурсаулыҡта Европаның ҡыҙыл исемлегендәге 5 төр үҫемлек, Украинаның Ҡыҙыл китабына ингән 29 төр , Берлин конференцияһындағы өҫтәмә исемлектән 175 төр үҫемлек үҫә .
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә хайуандарҙан Европа ҡыҙыл исемлегенә индерелгән 26 төр һаҡлана.
83 төрө Украинаның Ҡыҙыл китабынанан, 6-һы Берлин конференцияһының өҫтәмә исемлегенән .