Каракуц Владимир Никитович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Каракуц Владимир Никитович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 28 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты

Каракуц Владимир Никитович (28 май 1941 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1987 йылдан «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы»ның (Башнефть-Новойл) генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каракуц Владимир Никитович 1941 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса украин, юғары белемле — 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын,1958 йылда Черниковка нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып башлай. 1962—1978 йылдарҙа XXII партсъез исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында синтетик май кислоталары производствоһында оператор, смена начальнигы, завод директоры урынбҫары булып эшләй.

1987 йылдан «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы»ның (Башнефть-Новойл) генераль директоры. [1] Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 50-се Нефтезавод һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе. [2]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]