Карл Либкнехт исемендәге ҡасаба
Карл Либкнехт исемендәге ҡасаба | |
Нигеҙләү датаһы | 1606 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Карл Либкнехт |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Городское поселение посёлок им К. Либкнехта[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение посёлок им К. Либкнехта[d][1] |
Халыҡ һаны | 7969 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 171 метр |
Почта индексы | 307240 |
Урындағы телефон коды | 47131 |
Карл Либкнехт исемендәге ҡала тибындағы ҡасаба Рәсәй Федерацияһының Курск өлкәһе Курчатов районында урынлашҡан]].
Карл Либкнехт исемендәге ҡасабаһы шул уҡ исемдәге ҡала биләмәһе статуслы муниципаль берәмеген барлыҡҡа килтергән һәм үҙ составына берҙән-бер тораҡ пункты кергән ҡасаба.[3].
Халыҡ — 7908 кеше (2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса).
Ҡасаба Сейм йылғаһының һул ярында урынлашҡан (Десна йылғаһының ҡушылдығы). Тимер юл станцияһы: Курск — Иркутск тимер юл линияһындағы Блохино станцияһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тораҡ пункты 400 йылдан ашыу йәшәй. 1606 йылда Пенка йылғаһының ярында нигеҙләнгән. Тораҡ пункты элек Пены тип йаталған була, ләкин Карл Либкнехт хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ҡасабала Карл Либкнехт исемендәге ремонт-механика оҫтаханаһы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — завод) була, һуғыш башланыу менән ул бөтә персоналы менән бергә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 1941 йылда Ҡырғыҙ ССР-ына эвакуациялана. Сокулукский районынан эвакуацияланған оҫтахана ҡорамалдары базаһында Краснооктябрьский ҡала тибындағы ҡасабала тыл хеҙмәтсәндәренең героик тырышлығы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сокулукский заводы «Торгмаш» төҙөлә, ул бөтә илгә билдәле продукция : тағылма-цистерналар АЦПТ-0,9, ялан кухняһы КП-125М, автоцистерна 806 (АЦА-4.2-53А) ГАЗ-53-12 шассиһында һәм башҡа бик күп нәмәләр — сығара.
Ҡала тибындағы ҡасаба статусын 1930 йылда ала.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бетон заводы
- Тимер ҡоролмалары эшләү заводы.
- Машиналар төҙөү заводы (ябылған)
- Шәкәр комбинаты (ябылған)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Им. Карла Либкнехта] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- terrus.ru — база данных России
- ВОССТАНОВЛЕНИЕ ЭВАКУИРОВАННЫХ ПРЕДПРИЯТИЙ В КЫРГЫЗСТАНЕ В ГОДЫ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ 2019 йыл 14 февраль архивланған.