Карл Либкнехт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Карл Либкнехт
нем. Karl Liebknecht
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of the German Empire.svg Герман империяһы[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Karl Paul August Friedrich Liebknecht
Тыуған көнө 13 август 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3][2]
Тыуған урыны Герман империяһы[d], Лейпциг[4]
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[4][3][…] (47 йәш)
Вафат булған урыны Веймар Республикаһы, Берлин[4]
Үлем төрө һомицид[d]
Км үлтергән Фрайкор[d]
Ерләнгән урыны Мемориал социалистов[d]
Атаһы Вильгельм Либкнехт[d]
Бер туғандары Отто Либкнехт[d] һәм Теодор Либкнехт[d]
Хәләл ефете Либкнехт, Софья Борисовна[d]
Балалары Либкнехт, Роберт[d]
Место содержания под стражей Моабитская тюрьма[d]
Өсөн хөкөм ителгән государственная измена[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, революционер
Биләгән вазифаһы депутат рейхстага Германской империи[d] һәм член Палаты представителей Пруссии[d]
Сәнғәт йүнәлеше Марксизм һәм антимилитаризм[d]
Уҡыу йорто Лейпцигский университет[d]
Университет Фридриха Вильгельма[d]
Гумбольдт исемендәге Берлин университеты
Вюрцбургский университет[d]
Ғилми дәрәжә доктор дәрәжәһе[d] (1897)
Эш урыны Берлин
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая партия Германии[d], Германия коммунистар партияһы һәм Союз Спартака[d]
Ҡатнашыусы Ноябрьская революция[d] һәм Восстание спартакистов[d]
Ғәскәр төрө Q1494030?
Архивы хранятся в Международный институт социальной истории[d][6]
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Commons-logo.svg Карл Либкнехт Викимилектә

Карл Пауль Фри́дрих А́вгуст Ли́бкнехт (нем. Karl Paul Friedrich August Liebknecht; 13 август, 1871 йыл, Лейпциг — 15 ғинуар, 1919 йыл, Тиргартен, Берлин) — Германия һәм халыҡ-ара эшселәр һәм социалистар хәрәкәте эшмәкәре, Германия коммунистар партияһына (1918) нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Революционер Вильгельм Либкнехт улы һәм социалист, адвокат Теодор һәм профессор-химик Отто Либкнехттарҙың бер туғаны. Рәссам Роберт Либкнехттың атаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм йәшлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дом на улице Брауштрассе, 15[7], в Лейпциге, где родился Карл Либкнехт.

Карл Пауль Фридрих Август Либкнехт 1871 йылдың 13 авгусында Лейпциг ҡалаһында революционер, парламент сәйәсмәне Вильгельм Либкнехт (18261900) менән Наталия (18351909) (ҡыҙ фамилияһы Ре) ғаиләһендә тыуған. Әсәһенең атаһы Теодор Ре[de] — Франкфуртттағы (Майндағы) тәүге Германия парламенты президенты (1848 йыл)[8][9]. Карл- икенсе бала, ул Теодор Либкнехттан һуң тыуа (1870 йыл, 19 апрель Изге Фома лютеран сиркәүендә суҡындырылған[10]. «Доктор Карл Маркс Лондондан» һәм «Фридрих Энгельс, Лондондан рантье» уның ҡыяматлыҡ аталары булып теркәлгән[11]. Атаһы яғынан дин белгесе һәм лютеран сиркәүен нигеҙләүсе Мартин Лютерҙың нәҫеленән[12]. 1882—1890 йылдарҙа Лейпцигта Изге Николай гимназияһында уҡый (хәҙер - Яңы Изге Николай мәктәбе)[13].

1890 йылда гимназияны тамамлағандан һуң, Карл Лейпциг университетының иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетына уҡырға инә, ата-әсәһе Берлинға күскәс, Фридрих Вильгельм университетына күсә (Гумбольдт исемендәге университет)[14][15]. 1893—1894 йылдарҙа Потсдамда хәрби хеҙмәттә була[14]. В 1894—1898 йылдарҙа Арнсберг менән Падеборнда рефендариат (практика) үтә, бында ул 1897 йылда «Compensationsvollzug Und Compensationsvorbringen: Nach Gemeinem Rechte» («Возмещение убытков и причины возмещения убытков в правовом обычае») тигән темаға хоҡуҡ фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҙа[16], диссертацияны Карл Либкнехт Вюрцбург университетында яҡлай (Юлий Максимилиан университеты), уға хоҡуҡ фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә[17].

Сәйәси эшмәкәрлегенең башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1900 йылда ул Германия социал-демократтар партияһына инә, һул яҡ ҡарашлы була. 1903 йылдың майында «Искра» гәзитендә эшләүсе РСДРП ағзаһы Щеколдин Фёдор Ивановичты Мюнхендағы судта яҡлай. Ялған паспорт менән Германияла йәшәгәне өсөн ҡулға алынған Щеколдин иреккә сыға, ләкин ул Рәсәйгә оҙатыла. 1904 йылда ул сик аша тыйылған революцион әҙәбиәт алып сығыуҙа ғәйепләнгән Германия һәм Рәсәй революционерҙарын яҡлап сығыш яһай. Либкнехт уң социал-демократтарҙың реформалар яҡлы ҡараштарын тәнҡитләй, йәштәр араһында һуғышҡа ҡаршы агитация менән сәйәси пропаганда яҡлы була. 1904 йылда Бременда үткән Германия социал-демократтар партияһының съезында Либкнехт милитаризмды капитализмдың таянысы тип атай, пролетариат менән йәштәрҙе милитаризмға ҡаршы көрәшкә күтәреү өсөн пропаганда алып барырға өндәй.

1905—1907 йылдарҙағы рус революцияһын ул шатланып ҡабул итә. 1905 йылда Йенала үткән партия съезында Либкнехт дөйөм сәйәси стачканы « пролетариаттың үҙенсәлекле көрәш ҡоралы» тип иғлан итә. 1906 йылда Мангеймдағы партия съезында ул Германия хөкүмәтен Рәсәй хөкүмәтенә революцияны баҫтырырға ярҙам иткәне өсөн ҡаты тәнҡитләй, немец эшселәрен рус эшселәренән өлгө алырға саҡыра.

Германия социал-демократтарының һул яҡ йүнәлеше юлбашсыһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Германия социал-демократтар партияһы ике — уң һәм һул йүнәлешкә бүленә. Роза Люксембург менән Карл Либкнехт һул социал-демократтарҙың етәксеһе булып таныла. 1907—1910 йылдарҙа Карл Либкнехт Социалистик йәштәр интернационалының рәйцесе була. 1907 йылда беренсе Халыҡ-ара йәштәр конференцияһында, Либкнехт милитаризмға көрәш тураһындағы доклад менән сығыш яһай. Шул уҡ йылда ул «Милитаризм һәм антимилитаризм» тигән китабын баҫтыра, тәүгеләрҙән булып, Либкнехт империализм осоронда милитаризмды анализлай һәм эшселәр хәрәкәтендә милитаризмға көрәште пропагандалауҙың кәрәклеген теоретик яҡтан нигеҙләй.

Дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Милитаризм һәм антимилитаризм» китабы өсөн Либкнехт 1907 йылдың октябрендә Лейпцигта хөкүмгә тарттырыла. Суд Либкнехтты дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләп, йыл ярымға иркенән мәхрүм итә. Либкнехт Глац ҡәлғәһендә 1909 йылға тиклем ултыра. 1908 йылда, төрмәлә саҡта ,Берлиндан Пруссия ландтагына (парламенты) депутаты булып һайлана.

Рейхстаг депутаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1912 йылдың ғинуарында Либкнехт рейхстаг депутаты итеп һайлана. Ул һуғыш көҫәгән олигархтарҙы ҡаты тәнҡитләп сығыштар яһай. 1913 йылдың апрелендә рейхстагта хәрби монополияларҙың етәкселәрен, шул иҫәптән «туптар короле» Круппты һуғыш утын тоҡандырыусылар тип атай. 1912 йылдағы Хемництағы съезда ул милитаризмға ҡаршы көрәштә халыҡ –ара пролетар теләктәшлеккә саҡыра.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, социал-демократик партия фракция ағзаһы булараҡ, партия ҡарарына буйһоноп, 1914 йылдың 4 авгусында һуғыш кредиттары өсөн тауыш бирә. Ләкин оҙаҡламай улар ,Роза Люксембург менән бергә социал-демократик партияның етәкселегенә ҡаршы көрәш башлай. 1914 йылдың 2 декабрендә Либкнехт рейхстагта бер үҙе һуғыш кредиттарына ҡаршы тауыш бирә. Рейхстаг рәйесе исеменә яҙған белдереүендә ул донъя һуғышын ғәҙел булмаған,баҫып алыу һуғышы тип атай, уның был хаты йәшерен листовкалар рәүешендә таратыла. 1915 йылдың 2 февралендә уны социал-демократтарҙың рейхстагтағы фракцияһынан сығаралар.

Фронтта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1915 йылда Либкнехт армияға алына һәм фронтҡа китә. Рейхстаг менән Пруссия ландтагы депутаты булараҡ, Берлинға ҡайтҡан саҡта ул һуғышҡа ҡаршы сығыштарын дауам итә. Либкнехт В. И. Ленин дың фекерҙәрен хуплай: «… империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндерергә…», «… рейхстаг трибунаһынан сығышы ваҡытында: ҡоралды ил эсендәге үҙ синфи дошманығыҙға ҡаршы бороғоҙ!» ти[18]. « Үҙ илендәге төп дошман!»тигән 1915 май айындағы листовкала, Либкнехт немец халҡының төп дошманы тип герман империализмын атай. Циммервальд конференцияһына ебәргән хатында (1915) Либкнехт : «Граждандар һуғышы, ә граждандар солохо түгел! » тип өндәй. Либкнехт пролетар теләктәшлеккә, халыҡ-ара тыныслыҡ өсөн, социалистик революция өсөн көрәшкә саҡыра [19]. Бынан тыш, ул яңы Интернационал булдырырға өндәй.

Ленин Либкнехтты иң яҡшы интернационалист тип атай °[20] [21].

Либкнехт менән Люксембург «Спартак» төркөмөнә нигеҙ һала (1916 йылдың ғинуарында ойоша, 1918 йылдың ноябрендә «Спартак союзы»на әйләнә), төркөм һуғышҡа ҡаршы булған Германия бойондороҡһоҙ социал—демократтар партияһына инә. 1916 йылдың ғинуарында Либкнехт рейхстагтағы социал-демократтар фракцияһынан сығарыла.

Ҡулға алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пруссия ландтагы трибунаһынан Либкнехт немец эшселәрен 1916 йылдың 1 май ында Потсдам майҙанына демонстрацияға сығырға өндәй(«Һуғыш бөтһөн!», «Бөтә илдәрһең пролетарийҙары, берләшегеҙ!»). Был демонстрация ваҡытында Либкнехт эшселәрҙе һуғышты дауам итеүсе хөкүмәтте ҡолатырға саҡырғаны өсөн ҡулға алына һәм 4 йыл 1 айға иркенән мәхрүм ителә . 1916—1918 йылдарҙа Люккау каторга төрмәһендә ултыра , бында ул Рәсәйҙәге Октябрь революцияһы тураһындағы хәбәрҙе ишетеп шатлана, немец һалдаттарын рус революцияһы йәлләдтәре булмаҫҡа саҡыра. 1918 йылда Либкнехт иреккә сыға.

Германия компартияһына нигеҙ һалыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрмәнән сығыу менән Либкнехт әүҙем революцион эшкә сума. 8 ноябрҙә сыҡҡан листовкала ул башҡа авторҙар менән бергә хөкүмәтте ҡолатырға саҡыра. 1918 йылдың 9 ноябрендә Либкнехт менән Люксембург «Роте фане» гәзитенең беренсе һанын баҫтырып сығара. Германияла Ноябрь революцияһы 1918 ваҡытында революцияны баштан уҡ баҫтырырға теләгән социал-демократия лидерҙарына , шундай уҡ ҡарашта булған, уртала тороусы Бойондороҡһоҙ социал-демократтар партияһы етәкселәренә ҡаршы көрәшә . 1919 йылдың 30 декабрендә Берлинда Карл Либкнехт менән Роза Люксембург башланғысы менән Германия коммунистар партияһы ның Учредительный съезы асыла.

1919 йылғы күтәрелеш етәксеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылда ул спартаксыларҙың (коммунистарҙың) Германияның социал-демократ етәкселегенә ҡаршы, Совет власы урынлаштырыу өсөн булған күтәрелешенең башында тора. Социал-демократтар Либкнехт һәм уның фекерҙәштәре илде граждандар һуғышына килтерер тип ҡурҡа. Германия социал-демократтар партияһы «Форвертс» («Vorwärts») үҙ ойошмаһы ағзаларына Германия коммунистар партияһы етәкселәрен эҙәрлекләргә ҡуша. Карл Либкнехт менән Роза Люксембург тың ғүмере өсөн 100 000 марка аҡса вәғәҙә ителә.

Почтовая марка Германии 1949 года, посвящённая 30-летию гибели Карла Либкнехта и Розы Люксембург

Карл Либкнехтты үлтереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың 15 ғинуарында Карл Либкнехт, Роза Люксембург һәм Вильгельм Пик ( һуңыраҡ ГДР-ҙың тәүге һәм берҙән-бер президенты) фрайкор ағзалары тарафынан ҡулға алына (етәкселәре- Вальдемар Пабст), был эште улар Веймар республикаһы оборона рейхсминистры социал-демократ Густав Носке ҡушыуы буйынса башҡара ( мемуарҙарында Носке быны тана[22]). Ҡулға алғанда фрайкор ағзаһы Отто Рунге ике тапҡыр винтовка төйҙәһе менән Либкнехттың башына һуға. Башын бәйләргә бинт бирмәйҙәр.

Капитан Хорст фон Пфлюгк-Хартунг, лейтенанттар Рудольф Липман, Генрих Штиге, Ульрих фон Ритген, Курт Фогель Либкнехтты төрмәгә алып китәбеҙ тигән һылтау менән отелдән алып сығалар. Уны төрткөсләп автомобилгә ултырталар һәм Тиргартен (зоопарк) баҡсаһына алып баралар. Ауыр хәлдәге Либкнехтты Рудольф Липман Яңы күл буйында атып үлтерә. Роза Люксембургты Рунге винтовка төйҙәһе менән туҡмай, шунан һуң уны лейтенант Герман Сушон атып үлтерә. Люксембургтың кәүҙәһе Ландвер-каналға ташлана ( зоопарктағы), уны тик 31 майҙа ғына табалар.

Liebknecht's tomb in Berlin-Friedrichsfelde

Бер аҙҙан Карлдың ағаһы Теодор Либкнехт РКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһы Карл Радекты Карл менән Розаның йәшерен фатирын фрайкор ағзаларына һатыуҙа ғәйепләй. Радек РСФСР-ҙан немец коммунистарына ярҙамға ебәрелгән була. [23]. Һуңыраҡ был енәйәтте башҡарыусылар суд тарафынан аҡлана, ҡайһы берәүҙәре генә ауыр булмаған яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1900 йылдың 8 майында Карл Либкнехт Юлия Парадизға өйләнә ( 1911 йылда хирургик операция ваҡытында үлә[24][25]), уларҙың өс балаһы була: Вильгельм (1901—1975)[26], Роберт (1903—1994) һәм Вера (1906—1934)[27].

Sophie und Karl Liebknecht mit den Kindern aus seiner ersten Ehe, 1913

Икенсе ҡатыны ( 1.10.1912 йылдан) — Софья Борисовна Рысс (1884—1964), Ростов-на-Дону ҡалаһынан бай йәһүд сауҙәгәре ҡыҙы. Германияға студентка сағында стажировкаға килгәс, 1903 йылда Карл Либкнехт менән таныша, беренсе ҡатыны үлгәс, уға кейәүгә сыға. Һуғышҡа тиклем ул Гейдельберг университетының сәнғәт ғилеме докторы исемен ала.[28] Уның ағаһы— яҙыусы Илья Березарк, һеңлеһе Сильвия (химик) 1910 йылдан математик Я. Н. Шпильрейндың ҡатыны була[29]; һеңлеһенең улы — совет ғалимы, теплоэнергетик Э. Э. Шпильрайн.

1934 йылда Софья Борисовна СССР-ға ҡайта һәм 1964 йылға тиклем тыуған илендә йәшәй.

Кинематограф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Klassenkampf gegen den Krieg, В., 1919.
  • Ausgewählte Reden, Briefe und Aufsätze, B., 1952.
  • Gesammelte Reden und Schriften, Bd 1—9, В., 1958—68.
  • Bd 8,2 ergänzte Auflage, 1972.
  • Bd 9,2 ergänzte Auflage, 1971.

Рус теленә тәржемә ителгә әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Либкнехт тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11857275X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 4,2 Либкнехт Карл // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. SNAC — 2010.
  6. http://hdl.handle.net/10622/ARCH00822
  7. DIE LINKE. Stadtverband Leipzig — Liebknechthaus  (нем.). die-linke-in-leipzig.de. Тәүге сығанаҡтан архивланған 7 июнь 2016. 7 июнь 2016 тикшерелгән.
  8. Яновская, 1965, М., с. 18
  9. Hessische Biografie — Erweiterte Suche — LAGIS Hessen (Reh, Jakob Ludwig Theodor)  (нем.). lagis-hessen.de. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 июнь 2016. 4 июнь 2016 тикшерелгән.
  10. Wohlgemuth, Heinz. Karl Liebknecht: Eine Biographie — Ҡалып:B.: Dietz, 1975. — P. 112. — 533 p.
  11. Яновская, 1965, М., с. 14
  12. Чубинский В. В. Вильгельм Либкнехт — солдат революции — М.: Мысль, 1968. — Б. 6. — 211 б.
  13. Geschichte der Schule — Die Geschichte der Alten Nikolaischule («История школы — История старой школы св. Николая»)  (нем.). neuenikolaischule.de. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 июнь 2016. 4 июнь 2016 тикшерелгән.
  14. 14,0 14,1 Яновская, 1965, М., с. 314
  15. LeMo Biografie — Biografie Karl Liebknecht  (нем.). dhm.de. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 март 2015. 5 июнь 2016 тикшерелгән.
  16. John, Matthias. Karl Liebknecht in Leipzig — Rosa-Luxemburg-Stiftung Sachsen (Санксонский фонд Розы Люксембург), 1999. — P. 52. — 69 p.
  17. Altieri, Riccardo Die deutsche «Linke» und die Russische Revolution // Die Geschichte der Russischen Revolutionen: Erhoffte Veränderung, erfahrene Enttäuschung, gewaltsame Anpassung / Jacob, Frank — XinXii, 2015. — 345 p. — ISBN 978-3-95421-094-7.
  18. В. И. Ленин. Полное собрание сочинений, 5 изд., т. 30, с. 346—47
  19. Либкнехт К. Избранные речи, письма и статьи, М., 1961, с. 303
  20. То есть представителями правого, социал-шовинистического, крыла социал-демократии.
  21. В. И. Ленин. Полное собрание сочинений, 5 изд., т. 31, с. 173
  22. Вильгельм II События и люди 1878-1918 — Минск: Харвест, 2003. — Б. 461. — ISBN 985-13-1617-2.
  23. 50 знаменитых убийств.
  24. A. T. Lane Biographical Dictionary of European Labor Leaders — Greenwood Publishing Group, 1995. — Б. 572. — 614 б. — ISBN 9780313264566.
  25. Шейнис З. С. Товарищ Сергей — Сов. Россия, 1990. — Б. 55. — 256 б. — ISBN 5-268-00914-1.
  26. ЛИБКНЕХТ Вильгельм Карлович (1901-1975).
  27. Карл Либкнехт Мысли об искусстве: трактат, статьи, речи, письма — «Художественная литература», 1971. — Б. 351. — 374 б.
  28. Фото супругов.
  29. Сабина Шпильрейн

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Марксизм

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Либкнехт исемен йөрөтә:
    • Карл Либкнехт исемендәге ҡасаба, Курчатов районы (Курск өлкәһе)
    • Карл Либкнехт исемендәге ауылдар Рәсәйҙә һәм Украинала.
    • Карл Либкнехт ауылы, Белоозеро районы Вологда өлкәһе.
    • Либкнехтовка,Ленин районы, Ҡырым
    • Карл' Либкнехт ауылы, Мөслим районы район, Татарстан Республикаһы'.

Рәсәйҙә 2013 йылға тиклем 76 ҡала һәм ауылда һаҡланып ҡалған . Йошкар-Олала алты. Либкнехт исемендәг е урамдар булған ҡалалар: Азов, Аксай, Архангельскй, Балахна, Батайск, Белореченск, Боровичи, Быҙаулыҡ, Бодайбо, Великие Луки, Владивосток, Волгоград, Воронеж,Вышний Волочок, Вязьма , Гусь-Хрустальный, Демянск, Дзержинск, Ейск, Екатеринбург, Жуковка, Иваново, Ижевск, Иркутск, Калуга, Камешков, Камышлов, Касимов, Касли, Киров, Кисловодск, Кизеле, Коломна, Кольчугин, Королёв, Красноярск, Красный Сулин, Кронштадт, Крымск, Курск,Кус, Кыштым, Липецк, Льгов, Люберцы, Людинов, Малаховка, Маркс, Медвежьегорск, Мурманск, Мышкин, Нерехта, Николаев, Новосибирск, Нязепетровск, Нытва, Омск, Орехово-Зуево, Остров, Покров, Прокопьевск, Псков, Ревда, Ростов-на-Дону, Рошал, Рыльск, Рязань, Самара, Саранск, Сергиев Посад, Славгород, Советск, Соликамск, Сочи, Старощербиновская, Сызрань, Сысерть, Таганрог, Таруса, Тверь, Тихорецк, Туапсе, Тула, Ульяновск, Усолье-Сибирское, Усть-Лабинск, Фурманов, Челябинск, ЧерепЧереповец,станция Чистополь,Чистополь, Шадринск, Шахтау, Шенкурск Шенкурск, Ярославль.

Бынан тыш Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстанда күп кенә предприятиелар К.Либкнехт исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]