Рантье

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рантье

Рантье (франц. rentier баш rente — рента) — рента, йәғни, ҡағиҙә булараҡ, банк вкладтары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, килемле күсемһеҙ милек, ер, бизнес төрөндә урынлаштырылған капитал, шулай уҡ авторлыҡ хоҡуғы һәм гонорарҙар иҫәбенә йәшәүсе шәхестәр.

Дәүләттең һәр гражданы кире ҡаҡҡыһыҙ төп килемле рантье концепцияһында булыуы мөмкин[1][2].

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында «рантье» төшөнсәһе киң төҫ ала. Хәҙер рантье — хеҙмәт килеменә түгел, ә законлы килеменә таянып йәшәүсе шәхес. Хеҙмәт килеменән айырмалы рәүештә, рантье килеме даими түгел һәм төрлө булыуы мөмкин. Рантье килеме нигеҙҙә улар капиталдары менән ни тиклем һөҙөмтәлерәк идара итеүенә бәйле. Шул фактты әйтергә кәрәк, рантье килеме уларҙың даими хеҙмәт эшмәкәрлегенән булмауы һәм, уларҙың туранан-тура ҡатнашыуынан тыш, автоматик рәүештә булдырылыуы мөмкин. Мәҫәлән, был хәл күсемһеҙ милекте ҡортомға тапшырыусы фатир рантьеларын статус менән генә тәьмин итеп ҡалмай, ҡортом өсөн айлыҡ түләү рәүешендә тотороҡло килем дә килтерә.

Инвесторҙарҙан айырмалы рәүештә, активтары менән үҙ аллы идара итеү буйынса рантье һирәк шөғөлләнә. Ул йә даими нигеҙҙә пассив табыш булдырыуға һәләтле активтар һатып ала, йә үҙенең аҡсаһы менән идара итеүҙе профессионалдарға ышанып тапшыра.

Иҡтисадсылар рантьеның ролен төрлөсә баһалайҙар. Шулай итеп, Т. Веблен, рантье ысын етештереү өҫтөндә әрәмтамаҡ булып йәшәй тип иҫәпләй. Н. И. Бухарин «Рантьеның сәйәси экономияһы» тигән билдәле китабында был төркөмдөң кредит иҡтисады үҫеше процесындағы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бухарин Н. Политическая экономия рантье. Теория ценности и прибыли австрийской школы. — М.: Орбита, 1988. — (Репринт 1925.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Безусловный базовый доход