Демянск
Демянск | |
Герб | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Демянский район[d], Демянское городское поселение[d][1] һәм Демянский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Демянское городское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 4348 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Почта индексы | 175310 |
Рәсми сайт | demadm.ru |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1406 |
Урындағы телефон коды | 81651 |
![]() |
Демянск — Рәсәйҙең Новгород өлкәһендә эшселәр ҡасабаһы (с 1960). Демянск муниципаль районының административ үҙәге.
Ҡасаба Рәсәйҙең тарихи ҡалалары исемлегенә ингән
Халҡы — 4211 кеше (2020)
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасаба өлкәнең көньяғында, Явонь йылғаһы буйында (Илмән күле бассейны), Бөйөк Новгородтан 181 км алыҫлыҡта, Лычково тимер юлы станцияһынан көньяҡҡа табан 41 км алыҫлыҡта (Иҫке Русса — Бологое-Мәскәү линияһында) урынлашҡан.
- Климаты
Демянскта уртаса температура ғинуарҙа — −9°C, июлдә уртаса температура — +17°C. Демянскта билдәләнгән максималь температура — +36°C, ә минималь — -5°C. Һалҡынһыҙ ваҡыттар 120-130 көн[3].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Демянск беренсе тапҡыр 1406 йылғы йылъяҙмала Демон ҡалаһы кеүек телгә алына (Деман, Демя) (2006 йылда ҡасаба үҙенең 600-йыллығын билдәләй)[4].
Шулай ҙа Демянск Старая Русса һәм Бөйөк Новгородта табылған күпкә иртәрәк осорға ҡараған (XII быуат) туҙға яҙылған грамоталарҙа телгә алына
Йылъяҙмаларҙа үҙенсәлекле минераль һыу сығанаҡтары айырым билдәләнә. Кенәз Ярополк кенәз (1132—1139) Демянскҡа атлыларҙы һыу өсөн махсус ебәрә.
Һуңыраҡ Демянск ауыл була. 1927 йылдың 1 авгусында Новгород губернаһының Иҫке Русса өйәҙенә инеүсе Демянск ауылы ҡала булып үҙгәртелә, уға йәнәшәләге Глубово, Селижский Рядок һәм Селище ауылдары инә, Демәнск яңы барлыҡҡа килгән Демянск өйәҙенең административ үҙәге була. 1927 йылдың 1 авгусынан СССР-ҙа үткән административ-территориаль реформалар сиктәрендә губерна һәм өйәҙҙәр бүленеше бөтөрөлә, ә Демянск Ленинград өлкәһе Новгород округы составында Демянск районының административ үҙәге була (1930 йылда СССР-ҙа округтарға бүлеү бөтөрөлә). 1927 йылдың 5 сентябрендә ВЦИК ҡарары буйынса ҡала статусын юғалта һәм Демянск ауыл биләмәһе итеп үҙгәртелә[5].
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Демянскты Иҫке Русса янында контрһөжүм ваҡытында ҡалдыралар һәм немец-фашист оккупацияһында 1941 йылдың 9 сентябренән 1943 йылдың 21 февраленә тиклем була[6]. 1942—1943 йылдарҙа Демянск районында аяуһыҙ алыш үтә (1942 йылдың Демянский һөжүм операцияһы,1943 йылда Демянск һөжүм операцияһы. Был һуғыш барышында 1942 йылдың 4 апрелендә Демянск эргәһендә А. П. Маресьевтың самолеты бәреп төшөрөлә һәм ҡаты яраланған осоусының үҙенекеләргә ун һигеҙ тәүлек юлы башлана[7][8].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 5 июлендәге Указы менән Демянск ауылы һәм бөтә Демянск районы яңы ҡабаттан ойошторолған Новгород өлкәһенә индерелә. Новгород өлкәһе башҡарма комитетының 1960 йылдың 28 декабрендәге № 1201 ҡарары менән Демянск эшселәр ҡасабаһы категорияһына индерелә[6].
Новгород өлкәһе башҡарма комитеты 1984 йылдың 21 сентябрҙәге № 416 ҡарары менән Демянск эшселәр ҡасабаһы составына Мосылино ауылы индерелә[9].
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасабала түбәндәге предприятиелар эшләй:
- Демянск аҙыҡ-түлек комбинаты, 1911 йылда нигеҙ һалына; хәҙер — «Демянск минераль һыуҙар заводы».
- Икмәк заводы.
- Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Княжна тауы — ҡалҡыулыҡ рәүешендә ҡаласыҡ, Явонь йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан, Демянсктан 8 км алыҫлыҡта ята.
Шунда тыуған кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бахаров Борис Сергеевич (1902—1944) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет хәрби начальнигы, генерал-майор.
- Белавин Иван Иванович (1852—1930) — Богословский тау округының баш табибы, Хеҙмәт Геройы (1928 йыл).
- Бочкарев Валерий Викторович (1918—1989) — физик, радиофармацевтика, радиометрия һәм дозиметрия өлкәһендә белгес, профессор, техник фәндәр докторы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты[10].
- Лемке Михаил Константинович (1872—1923) — рус журналистика, революция хәрәкәте һәм цензура тарихсыһы.
- Преображенский Павел Иванович (1874—1944) — геолог, Үрге Кама калий-магнийлы тоҙ ятҡылыҡтарын асыусы , 1919—1920 йылдарҙа А.В.Колчак хөкүмәтендә халыҡ мәғарифы министры.
- Рождественский Игорь Евгеньевич (1923—1993) — геолог, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Акимов В. Ф., Акимова Г. Н. Физическая география Демянского района: Пособие. — Великий Новгород: НРЦРО, 2002. — 46 с.
- ↑ Демянск Online. Основные даты
- ↑ Административно-территориальное…, 2009, с. 26, 61, 85—87
- ↑ 6,0 6,1 Административно-территориальное…, 2009
- ↑ Демянск. Сталинградская прелюдия . Дата обращения: 13 июнь 2008.
- ↑ Демянские наступательные операции 1942-го и 1943-го годов 2014 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Административно-территориальное…, 2009, с. 175
- ↑ и 19 2014 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное деление Новгородской губернии и области 1727—1995 гг. Справочник / Под ред. С. Д. Трифонова, Т. Б. Чуйковой, Л. В. Фединой, А. Э. Дубоносовой. — СПб.: Комитет культуры, туризма и архивного дела Новгородской области; Государственный архив Новгородской области, 2009. — 272 с.
- Васильев М. В. Демянск. — Л.: Лениздат, 1985. — 94 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- История герба Демянска
- Бои за Демянск
- Демянск // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Неофициальный сайт посёлка Демянск
- Блог районной газеты «Авангард» (неопр.) (недоступная ссылка — история ).