Карл Маркс һәйкәле (Дондағы Ростов)
|
М.С. Альтшулер, М.А. Минкус |
Карл Маркс һәйкәле, 1959 |
бронза, гранит. |
Дондағы Ростов, Карл Маркс майҙаны |
Карл Маркс һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһында Карл Маркс майҙанында урынлашҡан монумент. Һуғыш ваҡытында юҡ ителгән Маркс һәйкәле урынына 1959 йылда ҡуйылған[1]. Монументтың авторҙары — скульптор Альтшулер Моисей Соломонович һәм архитектор Минкус Михаил Адольфович[2]. Карл Маркс һәйкәле Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100000351 |
Карл Маркс һәйкәле 1925 йылдың 28 июнендә Дондағы Нахичевань ҡалаһының (хәҙер Дондағы Ростовтың Пролетарский районы составында) үҙәк майҙанында тантаналы шарттарҙа асыла[1]. Монумент, совет власы урынлаштырылғандан һуң, большевиктар емергән Екатерина II һәйкәле пьедесталына ҡуйыла. Һуңынан майҙан Карл Маркс исемен ала[3].
Скульптура «Двигатель» техник берекмәһендә ҡойола. Һәйкәлдең авторы Мәскәү скульпторы В. Б. Бибаев була. Карл Маркс баҫып торған килеш һынландырылған. Уның уң ҡулы сюртук ҡаушырмаһы артына ҡуйылған, ә һул ҡулы китап өйөмө өҫтөндә ята. Постаментта «Һәйкәл 1924 йылдың 23 ноябрендәге 2-се киң эшселәр конференцияһының ҡарары буйынса Нахичеван районы эшселәре тарафынан төҙөлгән.» тигән яҙыулы мемориаль таҡта була[1].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәйкәлде ҡаланы баҫып алған Вермахт ғәскәрҙәре юҡ итә: скульптураны танктан аталар. Һуғыштан һуң һәйкәлдең кесерәйтелгән вариантын ҡуялар[3]. Элекке һәйкәлдең мемориаль таҡтаһы һаҡланып ҡала һәм Ростов музейына тапшырыла[1]. Пьедесталдың имен ҡалған өлөшөн «Ростов» кинотеатры эргәһендәге скверға (Ростов дәүләт университеты ҡаршыһына) күсерәләр һәм унда Ломоносов Михаил Васильевич скульптураһын ҡуялар[3].
Хәҙерге ваҡыттағы һәйкәл Карл Маркс майҙанында 1959 йылда барлыҡҡа килә. Һәйкәлдең авторҙары скульптор Альтшулер Моисей Соломонович һәм архитектор Минкус Михаил Адольфович[2]. Маркстың бронза һыны бейек гранит пьедесталға ҡуйылған. Скульптура Ленинградта ҡойолған[1].
Карл Маркс һәйкәле элегерәк федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып һаналды, ләкин 1997 йылда уның һаҡланыу статусын урындағыға тиклем кәметтеләр[4][5].
1990-сы йылдарҙа урындағы әрмән диаспораһы вәкилдәре Екатерина II һәйкәлен элекке урынында тергеҙергә тәҡдим иттеләр, ләкин был инициатива хупланманы. Ростовта Киров һәйкәле урынынан күсерелгәндән һуң, Карл Маркс һәйкәлен урынынан күсереү һәм уның урынында Екатерина II һәйкәлен тергеҙеү мәсьәләһе 2005 йылда яңынан әүҙем тикшерелә башланы[6]. Халыҡ фекерен асыҡлау күрһәтеүенсә, Пролетарский районы халҡының күпселеге Маркс һәйкәлен күсереүгә ҡаршы сығыш яһай[7]. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, һәйкәлде күсереү буйынса эштәр 1 миллион һумға төшә. Проекттарҙың береһе буйынса, Маркс һәйкәле Шолохов проспекты һәм 20-се Линия мөйөшөнә күсерелергә тейеш була[8]. 2014 йылда, «Ваҡыт асылы» йәмәғәт хәрәкәте Ростов өлкәһе Губернаторына 1500 ҡултамға йыйып тапшыра һәм ул һәйкәлде күсереүгә ҡаршы фекер белдерә[9][10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981. — С. 92.
- ↑ 2,0 2,1 Ростов-на-Дону // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Сергей Петрович Маркса разведут с Екатериной // Ростов Официальный. — 2006. — № 12 (591).
- ↑ Список памятников истории и культуры, исключаемых из перечня объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения и рекомендуемых для отнесения к категории памятников истории и культуры местного значения . ostashkov.codis.ru. Дата обращения: 5 август 2013. 2012 йыл 23 август архивланған.
- ↑ Пролетарский район . rostov-gorod.ru. Дата обращения: 5 август 2013.
- ↑ Елена Мухина Маркс поменяет прописку? // Ростов Официальный. — 2006. — № 31 (558).
- ↑ Юлия Банишевская. Самые нелепые памятники Ростова . Комсомольская правда (16 февраль 2006). Дата обращения: 4 август 2013.
- ↑ Перенос памятника Карлу Марксу в Ростове может обойтись городским властям в 1 млн рублей . yugregion.ru (5 август 2011). Дата обращения: 7 август 2013.
- ↑ Губернатор Дона поддержал противников переноса памятника Карлу Марксу 161.ру (10 февраля 2014)
- ↑ Защитники памятника Карлу Марксу отнесут собранные подписи губернатору 161.ру(24 января 2014)