Эстәлеккә күсергә

Категория буйынса фекерләшеү:Рим мифологияһы тәңреләре

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡатнашыусы:ZUFAr! Рим мифологияһы аллалары булмай ул, илаһтары була. Мосолман өсөн Аллаһ берәү генә, ҡалғандар - мәжүсиҙәрҙеке - илаһ, йәғни божество. Шуның өсөн иман шарты ла Лә илаһи иллалаһ - Алланан башҡа илаһ юҡ. Беҙ мәжүси Богтарҙы Аллаһ тип әйтә алмайбыҙ. Башҡорт мәжүси икән - пажалысты. Тик мәжүси тигән иҫбат һалығыҙ! --Guram52 (әңгәмә) 13:57, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Guram52! Был мәҡәләләр башҡорттар тураһында түгел бит — Рим мифологияһы тураһында! Рустар өсөн дә Бог един, әммә ошондай категориялар бар:ru:Категория:Боги в римской мифологии Һәм ru:Категория:Божества римской мифологии. Ошо ике категорияны башҡортсаға тәржемә итергә кәрәк. Бәлки береһен алиһәләр тип алырға кәрәктер?--ZUFAr (әңгәмә) 16:27, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • ZUFArУрыҫтарҙа мосолмандарҙағы кеүек ҡәтғи түгел. Мосолманда Аллаһы тәғәләнән башҡаны Аллаһ тип таныу кафырлыҡҡа, ширккә инә. Һинең исемең Зөфәр булған кеүек, мосолмандарҙа Юғары Көстөң исеме Аллаһ һәм ул башҡа илаһтарға бирелә алмай. Божествоны Хоҙай тип алып була. Һүҙлектә шундай вариант тәржемә бар. Ә Алиһә - ул ҡатын-ҡыҙ илаһ, мәҫәлән, Гера, Афродита--Guram52 (әңгәмә) 16:37, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Дин менән милләтте бергә бутамаһағыҙ ине...--Айсар (әңгәмә) 16:45, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Беҙ теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, динде иҫәпкә алырға мәжбүрбеҙ һәм тейешбеҙ. Сөнки шул рәүешле беҙ динлеләргә ихтирамһыҙлыҡ ( оскорбление чувств) күрһәтәбеҙ.Беҙ уҡыусыларбыҙҙың дини инаныстарын да иҫәпкә алырға тейешбеҙ, беҙҙе бит мосолмандар күп уҡый. Аллаһ менән илаһ бер мәғәнә, әммә Аллаһ исеме бер генә көскә бирелгән. Шуға күрә Боги тигәнде Илаһ тип алыу мәғәнәгә бер ниндәй хилафлыҡ килтермәй. Божествоны хоҙай тип алыу - шулай уҡ, сөнки һүҙлектә (РБС, Уфа, 2005) шундай тәржемә бар. --Guram52 (әңгәмә) 16:51, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тимәк иерархия буйынса Илаһ түбәнерәк, унан юғарыраҡ Хоҙай килә. Шулай тип төҙәтәбеҙме Всевышний, Верховный правитель мәҡәләһендә? --ZUFAr (әңгәмә) 16:54, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFArВсевышний, Верховный правитель -"Хоҙай" тигәнде "Юғары Көс" тип алырға кәрәк, минеңсә. Сөнки Хоҙай фарсынан ингән һүҙ һәм бары бер төркөм өсөн генә ошо мәғәнәлә ҡулланыла. Мәҡәләлә иһә һүҙ төрлө халыҡтарҙа Юғары Көстө нисек атауҙары тураһында бара--Guram52 (әңгәмә) 17:17, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Guram52, 5-се синыф өсөн тарих китабын ҡарап ултырам. Рим мифологияһы тураһында юҡ, әммә Боронғо Греция мәҙәниәте бүлегендә Илаһ, Хоҙай һүҙҙәре бөтөнләй юҡ, уның урынына «йәшен аллаһы», «аллаларҙың батшаһы» тигән персонаждар осорай (кәрәк икән төркөмгә фотоһын һалам). Рим мифологияһы персонаждарын башҡортса аңлатыу өсөн дә алла һүҙен ҡулланыу кәрәктер. «Йәшен илаһы», «илаһтарҙың батшаһы» тип яңы һүҙҙәр уйлап сығарабыҙмы? Бәлки исламда «Алла» һүҙен башҡа мәҙәниәт өсөн ҡулланмаҫҡа тигән догма барҙыр, әммә беҙ бит дини энциклопедия түгел, доняуи энциклопедия. Ҡулланышта булған һүҙҙәр менән мифология персонаждары тураһында яҙырға тейешбеҙ.

Европа грек мифологияһынан, уны ла Рим илаһы итеп ҡуйҙығыҙ, зинһар өсөн төҙәтегеҙ. --ZUFAr (әңгәмә) 18:03, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

      • Дәреслектәрҙе шундай нескәлектәрҙе аңлаған кешеләр эшләйме ни? Атеизмда тәрбиәләнгән, дин мәсәләләрен аңламаған кешеләр яҙа йыш ҡына, хатта предметтарын да йүнле-башлы белмәүҙәре ихтимал, шул тиклем күп ялыуҙар тап дәреслектәргә!Әйткәндәй, кем тәржемә иткән ул дәреслекте? Был Вики өсөн эталон түгел! Беҙҙең дин ирке тураһында законыбыҙ бар, выждан ирке гарантиялана тигән Конституциябыҙ бар, Ҡөрьән һәм хәҙистәр бар. Илаһ һүҙе лә, Хоҙай ҙа - ҡулланышта. Алиһә лә күктән төшмәгән - ҡатын-ҡыҙ илаһ, күптән ҡулланыла. Аллаһ һүҙен башҡа илаһтарға ҡулланыу ул тап ана Библияны Тәүрәт тип яҙыу кеүек хата.--Guram52 (әңгәмә) 18:14, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
        • Дәреслектең тәржемәселәрен Бәйләнештәге төркөмгә һалдым. Юғары көскә эйә булған мифология персонаждарын алла йәки башҡа төрлө атауҙа выждан ирке һәм Конституцияның ҡыҫылышы юҡ.--ZUFAr (әңгәмә) 19:36, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • ZUFAr, ҡатнашы бик бар, сөнки мосолмандарҙың Аллаһын мәжүсиҙәр тәңреләренә ҡушыу - ул мосолмандарҙың инанысын һанға һуҡмау, мыҫҡыллау--Guram52 (әңгәмә) 19:45, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Был осраҡта башҡорт телендә Алла күп мәғәнәле һүҙ тип ҡарарға кәрәк. I. Ислам динендә берҙән бер юғары зат. II. Боронғо мифологияларҙа юғары көскә эйә булған персонаждар (дәреслектә быға миҫал). «Ут аллаһы», «йәшен аллаһ»ы, «ямғыр аллаһы» башҡорт телендә ҡалланышта булған һүҙҙәр. --ZUFAr (әңгәмә) 21:02, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Дини терминдар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам әле яңы тергеҙелә башланы, һәм беҙ уның бик күп нескәлектәрен белмәйбеҙ. Кешеләр әле яңы зәкәт, фытыр тигәнде ишетеп, коррупция тип тә яҙып ҡуялар, сөнки уның нескәлектәрен белмәйҙәр. Әммә бөгөн СМИ-ҙарҙа илаһ тигән һүҙ күп ҡулланыла, "Аллаһ берҙән-бер" тигән аят та бар. Китаптар һәр саҡ тормоштан арттараҡ ҡалып сыға, ә виртуалда үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып яҙыу күпкә еңел һәм бик оператив эшләп була бит. Дәреслектәрҙе һәр саҡ яҡшы тәржемәселәр тәржемә итмәй, предметниктарға бирәләр ҙә, улар телде яҡшы белмәгәндән бутайҙар ғына!--Guram52 (әңгәмә) 18:24, 22 сентябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Илаһмы, илаһимы?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Alfiya55,ZUFAr,Рөстәм Нурыев Мин уйламай ғына яҙмайым бит һүҙҙәрҙе! Боги тигәнде Илаһтар тип алғайным, сөнки шуға тап килә. Исламдан булмағанға күрә, тәңреләр тип алдыҡ, дөрөҫ эшләнек. Божестваны иһә шуға илаһиҙар (божественные силы) тигәндән алғайным. Илаһиҙар - исем дә була ала. Божестваны төрөк Илаһиәт (илаһиҙар) тип алған, был күплек, башҡорт телендә Илаһиәт һүҙенең иһә саҡ ҡына мәғәнәһе башҡа, беҙгә лә шулай алырға булыр ине. --Guram52 (әңгәмә) 05:58, 2 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]


  • Guram52,ZUFAr,Рөстәм Нурыев, ислам дине күҙлегенән генә сығып (белеүебеҙсә, субъектив фекер Википедия принциптарына тап килмәй), ғүмер буйы Рим аллалары тип йөрөтөлгән терминды үҙгәртеү дөрөҫмө икән ул? Мосолманда Аллаһ булып йөрөй, төрлө диндәрҙәге богтар - алла, Бог та Алла тип тәржемә ителә. Ислам динендә Алла уның исемдәре иҫәбенә инмәй ҙә баһа, ә юғары көстәрҙең дөйөм бер атамаһы булып тора. Тәңре - төрки халыҡтарҙың мәжүси аллаһы, уның Рим мифологияһына бөтөнләй ҡатнашы юҡ. Тәңреселек ҡараштарында торған берәйһе, ниңә беҙҙең халыҡтың боронғо аллаһы Тәңрене Рим аллалары менән бутайһығыҙ, тип даулашмаҫмы? Википедияның объективлыҡ, тарафһыҙлыҡ тигән принциптары юҡтан ғына сығарылмағандыр ул? Тәңреләр = Исламда булмаған аллалар түгел, тәңреләр = төрки халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, Ислам диненә тиклемге аллалары.

Илаһ Аллаһҡа ҡарата ла ҡулланыла - эй илаһым, лә илаһи иллә алла тибеҙ. "Имя «Аллах» обычно не включается в список и, характеризуясь как высшее (al-ism al-'azam), часто называется сотым" - https://ru.wikipedia.org/wiki/99_%D0%B8%D0%BC%D1%91%D0%BD_%D0%90%D0%BB%D0%BB%D0%B0%D1%85%D0%B0 "В арабистике считается, что слово Аллах расшифровывается как аль-илах и является результатом слияния определённого артикля единственного числа аль (الـ al) и илах (إلٰهٌ ilah) — слова, означающего бог, однокоренного с еврейским Элох’им в Библии, арамейским Элах, сирийским Алах и аккадским Эль[7]" - https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%90%D0%BB%D0%BB%D0%B0%D1%85 . Ана бит, ғөмүмән Алла һүҙе Әл-илаһтан барлыҡҡа килгән булыуы ихтимал тигәндәр. Ә илаһтар, илаһиҙар - уныһы принципиаль мәсьәлә түгел былай, илаһиҙар булыуы ла ихтимал. Alfiya55 (әңгәмә) 07:59, 2 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

      • Alfiya55,ZUFAr Рөстәм Нурыев Ни өсөн Тәңре тип алғанды өҫтә аңлаттым. Беҙ бөгөн тәңреселәр түгел, тәңре - мәжүсиҙәрҙең юғары көсө. Шуға күрә мәжүсиҙәр өсөн ул тоғрораҡ тура килә Аллаһ тигәнгә ҡарағанда.Башҡа төркиҙәр рим богтарын йә Хоҙайлыҡ, йә Тәңре тип алған, илаһ та, Аллаһ та тимәгән. Лә илаһи иллә-Аллаһ - Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, йәғни, Аллаһ = илаһ. Шул күҙҙән сығып, мин ИЛАҺ тип түгел, илаһи тип тәҡдим иттем. Башҡа аҡыллыраҡ фекерегеҙ бар икән - тәҡдим итегеҙ. --Guram52 (әңгәмә) 08:13, 2 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Беҙҙең һүҙлектәрҙә Аллаһ һүҙе ғөмүмән юҡ, бог та - алла, Аллаһ та - алла. Беҙ перестройканан һуң ғына Аллаһ тигән һүҙ барлығын аңланыҡ. Яңы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеп киләбеҙ. Диндәрҙе лә хәҙер өр-яңынан ҡарайбыҙ, өйрәнәбеҙ. Эш мосолман йә башҡа дин булыуҙа түгел, беҙ энциклопедия яҙабыҙ икән, хәҡиҡәткә мөмкин тиклем яҡыныраҡ килергә тырышырға тейешбеҙ тип уйлайым. Ғәрәп төшөнсәһен, ислам дине төшөнсәләрен (семиттарҙан) башҡа диндәргә тағыу - ул Мәккәне Рим, йәки Римды Мәккә тип атау менән бер, оҡшаштырып әйткәндә--Guram52 (әңгәмә) 08:25, 2 октябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]