Эстәлеккә күсергә

Каттегат

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Каттегат боғаҙы битенән йүнәлтелде)
Каттегат боғаҙы
дат. Kattegat, швед. Kattegatt
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраТөньяҡ диңгеҙ, Балтик диңгеҙе
Илдәр
БүләСкандинавия ярымутрауы һәм
Ютландия ярымутрауы 
Киңлеге60-120 км
Оҙонлоғо200 км
Иң тәрән урыны50 м
Дания
Точка
Каттегат
 Kattegat Викимилектә

Каттегат боғаҙы (дан. Kattegat, швед. Kattegatt) — Скандинавия ярымутрауы менән Ютландия ярымутрауын айырыусы һәм Төньяҡ диңгеҙҙе Скагеррак, Эресунн, Кесе Бельт һәм Оло Бельт боғаҙҙары аша Балтик диңгеҙе менән тоташтырыусы боғаҙ.

Оҙонлоғо яҡынса 200 км, киңлеге төньяҡта 60 км-ҙан көньяҡта 122 км-ға барып етә. Тәрәнлеге 10—30 м, төньяҡ өлөшөндә 50 метрҙан ашыу.

Боғаҙға ҡойоусы йылғалар: Гёта-Эльв, Лаган, Ниссан, Этран, Вискан (Швеция яғынан), Гудено (Дания яғынан).

Иң ҙур утрауҙары — Самсё, Лесё, Анхольт.

Боғаҙҙа ике ағым өҫтөнлөк итә: өҫкө ҡатламдарҙағы сағыштырмаса тоҙлолоғо кәмерәк булған төньяҡҡа йүнәлгән ағым һәм тәрәнлектәге тоҙлолоғо сағыштырмаса юғарыраҡ булған көньяҡҡа йүнәлгән ағым.

Каттегат атамаһы голландских диңгеҙселәре жаргонынан барлыҡҡа килгән. Башта «бесәйҙәр өсөн ишек» (нидерл. kat — «бесәй» һәм Ҡалып:Lang-nl2 — «ек») тип аңлатылған һүҙ, навгация өсөн ауыр һәм һайлыҡтары күп булған тар боғаҙға ҡулланылған[1][2][3] Е. М. Поспеловтың топонимдар һүҙлегендә боғаҙҙың атамаһы Ҡалып:Lang-non (карап) һәм gate (юл) — «карап юлдары» тип аңлатыла.[4]

  1. Den Store Danske Encyklopædi (2004), версия на CD-ROM, Copenhagen: Gyldendal.
  2. Göteborg, Svenska turistföreningens landskapsserie 1978, с. 309—310, проф. Hugo Karlsson
  3. Nudansk Ordbog (1993), 15-е издание, Copenhagen: Politikens Forlag.
  4. Каттегат