Эресунн
Эресунн боғаҙы | |
---|---|
дат. Øresund, швед. Öresund | |
Координаты: пропущена долгота | |
Илдәр | |
Бүлә | Зеландия утрауын һәм Скандинавия ярымутрауын |
Киңлеге | 4 км |
Оҙонлоғо | 181 км |
Иң тәрән урыны | 40 м |
Oresund Викимилектә |
Эресунн боғаҙы (дан. Øresund, швед. Öresund), шулай уҡ Зунд боғаҙы (нем. Sund) — Зеландия утрауы (Дания) һәм Скандинавия ярымутрауы (Швеция) араһындағы боғаҙ. Скагеррак һәм Каттегат боғаҙҙары менән бергә Балтик диңгеҙен Төньяҡ диңгеҙ менән тоташтыра.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо 181 км. Минималь киңлеге (Хельсингборг һәм Хельсингёр ҡалалары араһында) — 4 км. Иң ҙур тәрәнлеге — 40 м.
Эресунн боғаҙы буйында ике ҙур ҡала — Копенгаген һәм Мальмё урынлашҡан, улар бер-береһе менән 16 км оҙонлоҡтағы Эресунн күпере аша тоташа.
Боғаҙҙа Швецияның Вен һәм Данияның Сальтхольм һәм Пеберхольм утрауҙары урынлашҡан, уларҙың һуңғыһы яһалма утрау булып тора — уны Эресунн күпере төҙөү барышында эшләнгән.
Боғаҙ яҡынса 8000 йыл элек, боҙлоҡ осорондағы боҙҙар ауырлығынан азат ителгән Скандинавия плитаһы үҙенең төняғында күтәрелеп һәм көньяғында төшә барғанда барлыҡҡа киләң. Төньяҡ диңгеҙ һыуҙары хәҙерге Эресунн боғаҙы тирәһендәге муйында ярып, ғәйәт ҙур уйһыу территорияларҙы баҫа, был үҙ сиратында Анцил күленең башта Литорин диңгеҙенә, һуңынан Балтик диңгеҙенә әүерелеүенә сәбәбсе була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шпиндлер И. Б., Яновский А. Е.,. Зунд, пролив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)