Кац Григорий Михайлович
Григорий Михайлович Кац | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Дондағы Ростов ҡалаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, драматург, тәржемәсе, журналист |
Ижад йылдары: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Григорий Михайлович Кац (1907, Дондағы Ростов — 1941, Вязьма янында) — рус совет шағиры, драматург, журналист һәм тәржемәсе.
1924 йылда әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. Ростов радиоһының беренсе мөхөррире, ә 1920-се йылдарҙа — Рәсәй пролетар яҙыусылары ассоциацияһына ҡараған Ростов һәм Төньяҡ Кавказ ойошмаларының етәксеһе. Шағир Вениамин Жактың дуҫы. 1934 йылда Беренсе Бөтә Союз совет яҙыусылар съезының делегаты була. Ростов ҡалаһы баҫмаларында һәм «Октябрь», «Красная новь», «Молодая гвардия» үҙәк журналдарында әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.
Уның беренсе шиғырҙар китабы «Распахнувшийся мир» 1928 йылда баҫыла, артабан тағы ла бер нисә шиғырҙар йыйынтығы һәм очерктар китабы нәшер ителә. «Азов-Ҡара диңгеҙ яҙыусылары альманахы» редакцияһының ағзаһы була(1935—1937). Адығей шағиры Ахмед Хатковтың «Мужество» (Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1938) китабын рус теленә тәржемә итеп сығара. 1941 йылда Михаил Штительман һәм Григорий Кац «Твой добрый друг» пьесаһын баҫтырып сығара. Был пьеса буйынса Ленин комсомолы театрында спектакль ҡуйыла.
Бөйөк Ватан һуғышының башында уҡ ул үҙе теләп фронтҡа китә, 1941 йылдың көҙөндә 19-й армияның «К победе!» хәрби гәзитенең редакцияһы составына политрук итеп ебәрелә. Уның менән бергә был армияла байтаҡ Ростов яҙыусылары һәм журналистары, шул иҫәптән Михаил Штительман һәм Григорий Гридов була. 1941 йылдың октябрендә 19-сы армия ҡамауҙа ҡала. Вязьма янында барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул һәләк була.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Распахнувшийся мир. Ростов-на-Дону: Северо-Кавказское отделение ВАППа, 1928.
- Песня о моей стране: Стихи. Ростов-на Дону: Северный Кавказ, 1932.
- Молодая песня стариков. Ростов-на-Дону: Северный Кавказ, 1933.
- Мы открываем утро. Ростов-на-Дону: Азчериздат, 1934.
- Ростовский драматический театр имени Максима Горького (сборник статей, составитель). Ростов-на-Дону: Азчериздат, 1935.
- Мы открываем утро. М., Гослитиздат, 1936.
- Сад: Стихи. Ростов-на-Дону: Азчериздат, 1936.
- Сборник массовых песен (составитель). Ростов-на-Дону: Азово-Черноморское краевое книгоиздательство, 1936.
- Парус под ветром. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1938.
- Счастье быть молодым (очерки, с М. Е. Штительманом). Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1938.
- Дороги: Стихи. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 1940.
- Твой добрый друг: лирическая комедия в трёх актах, девяти картинах (с М. Е. Штительманом). М.—Л.: Искусство, 1942.
- Избранное. Стихи. Дондағы Ростов
- Поэзия Дона. Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1967.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 1907 йылда тыуғандар
- Дондағы Ростовта тыуғандар
- 8 октябрҙә вафат булғандар
- 1941 йылда вафат булғандар
- Рус шағирҙары
- СССР шағирҙары
- XX быуат рус яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- СССР тәржемәселәре
- XX быуат тәржемәселәре
- Бөйөк Ватан һуғышының фронт хәбәрселәре
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Дондағы Ростов яҙыусылары