Каэт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каэт
Нигеҙләнгән

2011

Директор

Сергей Новиков

Тип

Мәктәп

Адресы

Мәскәү ҡ., 4-се Рощинский проезды, өй №19

Сайт

Официаль сайты

Ка’эт (йәһ. כעת‎ — «сейчас») — социаль эшҡыуарлыҡ буйынса еврей мәктәбе, 2011 йылдан Мәскәүҙә эшләй. Перспективалы социаль проекттары булған эшҡыуарҙарҙы һайлау, уларҙың проекттарын еренә еткерергә һәм буласаҡ инвесторҙар менән осраштырыуҙар үткәрә. Мәктәпте финанслауҙа «Джойнт» хәйриә фонды һәм PresenTense халыҡ-ара уҡытыу төркөмө ярҙам итә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп 2011 йылда Мәскәүҙә «Джойнт» еврей хәйриә ойошмаһы, PresenTense төркөмө партнерлығы ярҙамы менән асыла, улар быға тиклем ун ике илдә оҡшаш бизнес-инкубаторҙар ебәргән булалар. Беренсе йыл биш айлыҡ курсты 15 кеше үтә, программа ҙур халыҡ өсөн асыҡ сара — ҡатнашыусыларҙың проекттарының презентацияһы һәм буласаҡ меценаттар һәм инвесторҙар ҡабул итеү менән тамамлана. «Большой город» журналы тыуып килгән ойошманы «Сколково» бизнес-мәктәбе менән сағыштыра[1].

Сығарылыусыларҙың күбеһе үҙҙәренең стартаптарын уңышлы башлап ебәрәләр, инвесторҙарҙан ярҙам алалар һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар. Мәҫәлән, «Ирекле дебют» төрмәлә ултырып сыҡҡан еврейҙарҙың театр студияһы Мәскәү мәҙәниәт майҙандарында актив сығыш яһай, «Еврей әсәләре» ҡатын-ҡыҙҙар онлайн-порталы, «Хәтер» еврей зыяраттарын ҡарау проекты, яңы форматтағы музыкаль мәктәп, өлкән йәштәгеләр менән эшләүсе үҙәк, синагогала йәштәр еврей хостеле һәм башҡалар эшләй[2][3][4][5]

2014 йылда «Эксперт» журналы "Каэт"ты Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ буйынса мөһим мәктәптәрҙең береһе тип атай[6].

Программа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу программаһын Колумбия университетының бизнес-мәктәбе сығарылыусылары PresenTense халыҡ-ара ойошма ярҙамы менән төҙөгән, улар 10 илдә 160 артыҡ социаль проект эшләтеп ебәргән. Һәр уҡыу ике өлөштән тора: теоретик һәм практик. Беренсеһе — бизнес-мәктәптең тикшеренеүҙәр һәм кейстар менән ҡыҫҡаса программаһы, икенсе өлөшө практик күнекмәләргә бағышланған һәм файҙалы бик күп мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала, сайттар, системалар, таблицалар һәм башҡалары. Алты ай уҡыу тамамланғас, КАЭТ STARTUP MARKET халыҡ өсөн асыҡ сара була, унда сығарылыусылар үҙҙәренең проекттарын буласаҡ инвесторҙарға презентация эшләйҙәр[7].

Мәктәптә теоретик һәм практик дәрестәрҙе волонтёрҙар үткәрә — менторҙар, тренерҙар, белгестәр һәм уңышлы эшҡыуарҙар, студенттарға үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашыр өсөн буш ваҡыттарында дәрестәр үткәрәләр[8].

Уҡыуға түләү хаҡы 85 мең һум тора, әммә ләкин программаның төп спонсоры «Джойнт» Америка еврей бүлгес комитеты, әгәр проект еврей ойошмаһының мәсьәләһен хәл итергә йүнәлтелгән булһа сумманың 90 % түләй һәм түләү 8,5 мең һумға тиклем әҙәйә[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Еврейское «Сколково». Большой город (30 ноябрь 2011). Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  2. Социальные предприниматели помогут российским евреям. Jewish.ru (8 июнь 2012). Дата обращения: 12 май 2015.
  3. Abigail Pickus. PresenTense and JDC Launch New ‘Kaet’ Fellowship in Moscow (ингл.). eJewish Philanthropy (14 февраль 2012). Дата обращения: 12 май 2015.
  4. Helen Chernikoff. PresenTense Joins JDC In Russia (ингл.). The Jewish Week (2 июль 2012). Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  5. Gil Shefler. Program offers 13 Russian Jews outreach grants (ингл.). The Jerusalem Post (30 ғинуар 2012). Дата обращения: 12 май 2015.
  6. Дарья Денисова. Успеть за 70 часов // Эксперт. — 2014. — № 26. — С. 74.
  7. КАЭТ STARTUP MARKET. Джойнт (5 май 2015). Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  8. Школа социального предпринимательства КАЭТ набирает участников. Новый Бизнес (24 октябрь 2012). Дата обращения: 12 май 2015.
  9. Татьяна Марон. Социальное предпринимательство здесь и сейчас. Федерация еврейских общин России (22 ноябрь 2013). Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Каэт — мәктәптең официаль сайты