Эстәлеккә күсергә

Кекин йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кекин йорто
Нигеҙләү датаһы XX быуат
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Татарстан Республикаһы
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Урынлашҡан урамы Улица Горького[d]
Архитектор Руш, Генрих Бернардович[d]
Архитектура стиле эклектика[d], модерн[d] һәм неоготика[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Казань (часть 1)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Кекин йорто Викимилектә

Кекин йорто — Ҡаҙанда Горький урамындағы бина (8/9 йорт). Ҡаланың иҫтәлекле урыны булып тора. Бина эклектик стилдә төҙөлгән: модерн һәм готика стилдәрен берләштерә. Бинаның элементтарында мавритан мотивтарын табырға мөмкин[1][2][3].

Бина 1903—1905 йылдарҙа архитектор Генрих Рушь (1855—1905) тарафынан төҙөлә һәм уның һуңғы проекты була. Сауҙагәр-миллионер Леонтий Владимирович Кекин заказсы булып тора, ул Ҡаҙанда яңы йорттан башҡа бер нисә бина эйәһе булған була инде[1].

Бина килем йорто[3] итеп файҙаланыла. 1910 йылдан 1914 йылға тиклем бында В. И. Ряхинаның шәхси гимназияһы, белем таратыу педагогия йәмғиәтенең гимназияһы, Н. А. Беневскаяның әҙерлек училищеһы, Ҡаҙан бәйләнеш юлдары округының идараһы, С. Я. Пальчинская китапханаһы, Л. Ф. Гросс типографияһы, П. В. Шаталовтың яҙыу ҡағыҙы һәм китап магазины, А. В. Афанасьевтың шарап-бакалея магазины, М. Р. Тухватуллиндың энә-галантерея магазины урынлаша.

Совет власы заманында Кекин йорто дәүләт милкенә күсерелә. Төрлө ваҡыттарҙа унда Ҡаҙан хәрби комиссариаты, һыу транспорты район идараһы, Горький тимер юлының граждандар ҡоролмалары дистанцияһы, ашхана № 1 эшләй[2].

XX быуат аҙағында бина авария хәленә килә. 1998 йылдан алып ул ҡулланылмай, йылытыу туҡтатыла, шуның арҡаһында конструкциялар емерелә башлай. 2005 йылда тышҡы күренешен һаҡлап һәм хәҙерге инфраструктура, шул иҫәптән ер аҫты гаражы өҫтәп, бина тергеҙелә. Реставрацияланған бина сауҙа-офис ҡулланылышы өсөн тәғәйенләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 Дом Кекина - дом-метафора, дом-загадка. Казанские истории. Дата обращения: 11 декабрь 2018.
  2. 2,0 2,1 Russia Kazan guide. Дом Кекина. www.photokzn.ru (11 декабрь 2018). Дата обращения: 11 декабрь 2018. 2020 йыл 2 июль архивланған.
  3. 3,0 3,1 Главная / Казань тысячелетняя / Казань в достопримечательностях /. nik-rech.narod.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2018.