Кибеҙ (һырт)
Кибеҙ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 17 км |
Киңлеге | 7 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 695 м |
Урынлашыуы | |
54°00′35″ с. ш. 56°54′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Кибеҙ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Мәләүез районы буйлап Нөгөш һәм Ағиҙел йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрҙән тора. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо 13 км, киңлеге 2 км, көньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо 17 км, киңлеге 4—7 км. Абсолют бейеклеге 695 м. Һыртта 617—695 м бейеклектәге 9 түбә айырыла.
Төньяҡ өлөшөнөң рельефы ҡатмарлы. Түбәләре яҫы, таш һибелмәләре бар. Көнсығыш битләүе күп уйпатлыҡ менән ҡатмарланған, көньяҡ өлөшө яҫы түбәле тау массивынан ғибәрәт. Көнсығыш битләүе Ағиҙел йылғаһына ҡарай текә төшә, көнбайышы — һөҙәк.
Аҫҡы карбон эзбизташтарынан тора. Һыртта Нөгөш, Ағиҙел йылғалары һ.б. ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшөнөң ландшафы һоро урман тупрағының тау аналогтарындағы киң япраҡлы урмандарҙан һәм йүкә‑имән‑саған ҡатыш киң япраҡлы ҡоро урмандарҙан ғибәрәт. Көньяҡ өлөшө аҙ көлһыуланған ҡараһыу һоро урман ҡара тупрағындағы, кәҫле аллювиаль тупраҡтағы ҡайын‑ҡарағай һәм ҡарағай урмандарынан, болондарҙан тора. Һырт Башҡортостан милли паркы биләмәһендә урынлашҡан.